– Заводта ла эшләнем, райондың мәғариф бүлегендә йыйыштырыусы булып та йөрөнөм. Һаулығым насарайыу сәбәпле, әле ваҡытлыса өйҙәмен. Шуға ла рәхәтләнеп ҡул эше менән булышам. Бәйләйем, сәскәләр эшләйем, – тип ул үҙе тураһында һүҙ башланы.
– Ҡул эше менән шөғөлләнеү – ул күңел талабы, тиҙәр күптәр. Һеҙ электән булышаһығыҙмы?
– Бала саҡтан ҡул эштәрен күңелемде биреп башҡарам. Тик ул саҡта хәҙерге кеүек матур һәм төрлө төҫтәге ептәр магазин кәштәләрендә юҡ ине. Әсәйем аҡ ҡына кәзә мамығын нәҙек итеп иләп бирә. Был ептән үҙемә кофта, снуд бәйләгәнем әле лә хәтерҙә. Тик ул ваҡытта снудты торба тип әйтә инек. Кейәүгә сыҡҡас, ҡыҙҙарыма ла кофталар бәйләп кейҙерә торғайным. Уларға инде магазинда һатылған төҫлө ептәрҙән бәйләнем. Ҡул эше менән булышҡандарҙы яратам. Үҙемдең дә был шөғөлдән айырылғаным юҡ. Ул бәйләгән косынкалар, йөн ойоҡ, тапочкиҙар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ! Күп бәйләнем. Яңы биҙәк, яңы әйбер күрһәм, шуны өйрәнмәйенсә туҡтамайым. Өйрәнеп эшләп ҡарамайынса тынысланмайым. Бер мәл сизальдан* топиарийҙар эшләп ҡараным. Һуңғы йылдарҙа бисер менән дә мауығып алдым. Әле изолон материалынан сәскәләр эшләйем.
– Был турала ентекләберәк һөйләһәгеҙ...
– Уны тәүҙә бер туғанымда күрҙем. Үҙемдең дә эшләп ҡарау теләге уянды. Интернет селтәрендәге күп кенә оҫталыҡ дәрестәрен ҡарап сыҡтым. Бушлай үткәргәндәрен дә, түләүлеләрен дә... Башта үҙем өсөн генә эшләп ҡараным. Бер ваҡыт элекке класташымды осраттым. Ул минең сәскәләремде күреп ҡалды ла, үҙенә лә эшләп биреүҙе һораны. Тиҙҙән шулай һораусылар күбәйеп китте. Оҙаҡ уйлап тормай, был шөғөл менән ныҡлап булышырға ҡарар иттем. Бер яҡтыртҡыс гөлләмәне эшләү өсөн 3-4 көн китә, ҙурырағы булһа, аҙнаға барып етә.
Төрлөләндереп эшләргә тырышам. Көнбағыш, рауза, лилиә, миләүшә кеүек сәскәләрҙе эшләнем. Формаларға килгәндә, гөлләмәләрҙе велосипедҡа ла ултырттым, сумка эсенә лә тыҡтым, ҙурын да, бәләкәс кенәһен дә эшләйем. Яңыраҡ береһен футбол тубы формаһында әүәләнем.
– Шәхси тормошоғоҙ тураһында ла һөйләп үтһәгеҙ.
– Тормош иптәшем Илһам Ишбулды улы менән өс ҡыҙға тәрбиә биреп, оло тормош юлына оҙаттыҡ. Өлкән ҡыҙыбыҙ Зәлиә – уҡытыусы, икенсеһе Гүзәл – шәфҡәт туташы. Кинйә ҡыҙыбыҙ Гөлназ Өфө ҡалаһындағы авиация институтының икенсе курсында уҡый. Ике ейәнебеҙ бар. Кейәүҙәребеҙҙән дә уңдыҡ. Бик яҡшы холоҡло кешеләр. Әйткәндәй, ҡыҙҙарым да ҡул эшен ярата. Мәктәптә уҡығанда гел генә технология фәненән олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар ала торғайнылар.
– Яратҡан эшеңдән кинәнес алыу – үҙе бәхеттер.
– Эйе, был яҡтан мин бәхетле. Ошолай балаларың, туғандарың менән аралашып йәшәү бәхетле мәлдәр бүләк итә. Йәнә лә бәхет – ул һаулыҡ, тип уйлайым. Донъялар тыныс торһон. Шулай уҡ ошо донъяларҙа йәшәү – минең өсөн иң оло бәхет.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт! Киләсәктә ҡул эштәренән кинәнес кенә түгел, күп килем алырға ла яҙһын!
Эльмира Кейекҡужина.
Сизаль – Урта Америка индеецтары етештерә башлаған көйөлдө (агава) япраҡтарынан алынған тупаҫ сүс.