Ир-егеттәр донъяһы... Ниндәй ул? Нәҡ ошо һорау мине Баймаҡ ҡалаһында күптән түгел асылған ир-егеттәр бөҙрәханаһына алып килде. Әлегә ул “Ҡараһаҡал” алтаҡтаһы аҫтында эшләй. Ысынында ул “Рәхәт” тип аталасаҡ. Уны Сыңғыҙ Рәфис улы Мостаев асҡан. Йәш, үҙенең оҫтаһы булып беҙҙең ҡала һәм республикала ғына түгел, ә Мәскәү, Сочи, Абхазия һ.б. төбәктәрҙә танылған барберҙың (ир-егеттәрҙең сәсен, һаҡал-мыйығын, ҡаштарын тәртипкә килтереүсе) маҡсатҡа ынтылыусанлығына хайран ҡалырһың.
Өфө башҡорт лицей-интернатын уңышлы тамамлаған Сыңғыҙ еңел генә авиация универститетына уҡырға инә. Ысынлап та, бөтөн Рәсәйҙә престижлы булып һаналған был юғары уҡыу йортонда белем алыу күптәрҙең хыялы. Ә Сыңғыҙ төрлө яҡтан йыйылған тиҫтерҙәренең сәсен тәртипкә килтереп хайран ҡалдыра. Интернатта йәшәгән саҡта уҡ был эшкә мөккиббән киткән Сыңғыҙға сәс киҫеү бер ауырлыҡ тыуҙырмай. Тиҙҙән уны төрлө бөҙрәханаларға эшкә саҡыра башлайҙар. “Ир-егеттәрҙең сәсен килешле итеп киҫеү мине бала саҡтан ҡыҙыҡһындыра ине. Үҙенә күрә хоббим булды”,-ти Сыңғыҙ. Ҡулы килешеп торған, ниндәйҙер эске һиҙемләү менән эшләгән егетте мастерҙар ҡулынан ысҡындырғыһы килмәй. Уны төрлө ергә эшкә килергә өгөтләйҙәр. Һәм Сыңғыҙ авиация университетын ҡалдырып, үҙен тулыһынса яратҡан шөғөлән арнай. Ғәжәпләнеп: “Шундай юғары уҡыу йортон ташлағанға үкенгәнең булманымы?”- тип һорайым. “Юҡ. Киреһенсә, универститетҡа биргән ярты йыл ваҡытымды ғына йәлләйем”,-тине ул йылмайып.
Оҫтарғандан-оҫтара барған Сыңғыҙ Мостаев, яратҡан шөғөлөн камиллаштырыу өсөн, Мәскәү, Сочи, унан Абхазия яҡтарында эшләй. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, уның клиенттары күбәйә бара. Тиҙҙән Сыңғыҙ үҙе мастер кластар үткәрә башлай. Былтыр йәй ул ошо маҡсат менән тыуған яҡтарына – Баймаҡ ҡалаһына килеп төшә. Һәм уның күңелендә Баймаҡта ла тик ир-егеттәр өсөн генә булған бөҙрәхананы асыу теләге уяна. Тәүҙә Люксембург, унан Юбилей урамында урынлаша был учреждение. Алдан яҙылыу өсөн 89677321632 мөрәжәғәт итергә була. “Ир-егеттең сәсен - ир-егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙыҡын ҡатын-ҡыҙҙар тәртипкә килтерергә тейеш”,-тигән ныҡлы фекерҙә Сыңғыҙ.
“Рәхәт” бөҙрәханаһынан кешеләр өҙөлмәй. Тәү сиратта, әлбиттә, сәс киҫеүҙең сифаты ҡыҙыҡтыра. Сыңғыҙ әйтеүенсә, бында бер кешене 15 минут эсендә хеҙмәтләндереп сығарыу юҡ. Иң ябай сәс киҫеүгә лә 30 минуттан ашыу ваҡыт китә. Ғәҙәттә, ир-егеттәр сәғәттән ашыу ултыра. Бынан тыш Сыңғыҙ һаҡалды ла тәртипкә килтерә. Ысынлап та, һуңғы осор ир заттарының һаҡал үҫтереүе модаға инеп китте. Кемдер уны матур, килешле итеп йөрөтһә, ҡайһы берәүҙәрҙең төрлөһө-төрлө яҡҡа тырпайып торған һаҡалы ытырғаныу уята. Был йәһәттән Сыңғыҙ юғары квалификациялы оҫтаға әүерелгән. Шулай уҡ ир-егеттәр традицион ҡырыныу өсөн дә (иҫләйһегеҙме беҙҙең атайҙар совет лезвиеһы, тимер ҡырынғыс менән һабынды иҙеп алып ҡырына торғайны?) бында ашыға. Ир-егеттәрҙең битен быуға тотоп йомшартып, шытырлатып шундай үткер лезвие менән оҫта итеп ҡырындырып сығарып ебәрәләр “Рәхәт”тә. Шуға күрә беҙҙең көслө зат вәкилдәре бында ашығалыр ҙа. Ҡаланан ғына түгел, ауылдарҙан да, Хәйбулла, Йылайыр райондарынан да даими клиенттар бар. “Һеҙҙең бөҙрәханаға тик мосолмандар ғына йөрөй, тип ишеткәйнем”,-тигән һорауыма, Сыңғыҙ йылмайып: “Юҡ, беҙ бар ир-егеттәрҙе хеҙмәтләндерәбеҙ. Эйе, ислам динендәге ҡәрҙәштәребеҙ беҙгә йөрөүҙе хуп күрә. Сөнки уларға сәсен ҡатын-ҡыҙҙан киҫтереү хәрәм һанала. Бынан тыш һаҡалдарын тәртипкә килтереү өсөн дә улар беҙҙең бөҙрәхананы һайлай”,-тине.
Ир-егеттәрҙең, айырыуса үҫмерҙәрҙең башы тиҙ ҡауаҡланыуы, уны бөтөрөү өсөн әллә ниндәй ысулдар тәҡдим ителеүе билдәле. Шуларҙың береһе ул башты кер һабыны менән йыуыу. Шуға күрә көслө зат вәкилдәре сәсен нисек тәрбиәләргә тейеш икәнлеген Сыңғыҙҙан һорамай булдыра алманым. “Ир-егеттәргә сәсен тәртиптә тотоуы күпкә еңел. Иң мөһиме, составында цинк бик аҙ булған шампунь һайларға кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙан айырмалы рәүештә ир-егеттәр сәсен аҙнаһына түгел, көнөнә ике мәртәбә йыуһа ла, зыян юҡ. Ир-егеттәргә өс аҙнаға бер бөҙрәханаға йөрөргә кәрәк”,-тине ул.
Сыңғыҙ үҙенең клиенттарына ла кәңәштәрен йәлләмәй. Беҙҙә әлегә ир-егеттәрҙең сәсе менән мастер-универсал булып һаналған кешеләр генә шөғөлләнде. Сыңғыҙ барбер булараҡ был өлкәлә юғары квалификациялы оҫта булып һанала. Әйткәндәй, ҙур ҡалаларҙа барберҙарҙың хеҙмәтләндереүе 1500 һумдан башлана. “Рәхәт” бөҙрәханаһында ул 200 һумдан 600 һумға тиклем. Хәҙер күп ерҙә барбершоптар асыла. Ул үҙенә күрә ир-егеттәр өсөн матурлыҡ салоны ғына түгел, ә аралашыу урыны ла. Шуға күрә һөйгән йәрегеҙ менән бергә барбер янына бергә барырға ашыҡмағыҙ. Был бөтә ерҙә лә килешһеҙ эш тип һанала. Барберҙар – тик ир-егеттәр өсөн!
Яратҡан шөғөлөн тормош мәғәнәһенә, аҡса эшләүгә әйләндергән, аҡыллы, юғары маҡсаттарға ынтылып йәшәгән, ҡаланың беренсе барберы Сыңғыҙ Мостаевҡа иң юғары ҡаҙаныштарға етеүен теләйбеҙ!
Гүзәл Иҫәнгилдина.