Һаҡмар
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
10 Декабрь 2019, 16:40
Күңелгә ятҡан эш – үҙе бәхет
Ҡатын-ҡыҙ матурлығы... Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Кемдер тәбиғи сибәрлеккә өҫтөнлөк бирә. Бәғзеләр, гүзәллек өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләргә кәрәк, тип уйлай. Матурлыҡ салондарынан ҡайтып инмәгәндәре лә осрай.Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙарға үҙе үк матурлыҡ бүләк итеүселәр ҙә бар. Был шөғөлдән улар өҫтәмә табыш та ала. Тап шундайҙарҙың береһе Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл Ринат ҡыҙы Дәүләтбаева-Бикмәтова булыр.
Гүзәл Ринат ҡыҙы сығышы менән Икенсе Этҡол ауылынан. Уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килгән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай Сибай педагогия колледжына башланғыс белем биреү факультетына уҡырға инә. Уны 2002 йылда ҡыҙыл дипломға тамамлай. Хеҙмәт юлын Кәрешкә мәктәбендә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте уҡытыусыһы булып башлай. Шул уҡ ваҡытта Башҡорт дәүләт педагогия университетының тарих факультетына уҡырға инә. Йәнә өс йылдан Баймаҡҡа күсеп килергә ҡарар итә. Ҡаланың 4-се лицейында тарих фәнен уҡыта башлай. Әле Гүзәл Баймаҡ районы хакимиәтендә эшләй. Алмалай ике ҡыҙ – Зөлхизә менән Диниәне үҫтерә. Зөлхизәгә әле 11 йәш, 4-се лицейҙа уҡый. Бәләкәсе Диниә “Миләш” балалар баҡсаһында тәрбиәләнә.
Хәҙерге заман һәр кемдән өҫтәмә табыш килтерерлек шөғөл талап итә. Ошондай юлдарҙы тапҡандар һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. тимәк, улар ярты юл сатында юғалып ҡалмағандар. Һәр саҡ эҙләнәләр, алға ынтылалар. Гүзәл Ринат ҡыҙы ла үҙенең яратҡан шөғөлөн табыр алдынан күп эҙләнә, өйрәнә, уҡый.
– Мин дә был эшкә килер алдынан күп эҙләндем, ҡыҙыҡһындым, һәм, әлбиттә, уҡыным. Эшләгән эш үҙеңдең йөрәгеңә, күңелеңә ятырға тейештер, тип уйлайым, – ти ул үҙе тураһында.
Буш ваҡытын нисек үткәрергә белмәй аҙапланғандар Гүзәл Ринат ҡыҙына көнләшеп ҡарар. Уға яратҡан эше бошоноп ултырырға мөмкинлек бирмәй. Ҡатын-ҡыҙҙарға шугаринг эшләй, ҡаш, керпектәрен формаға килтерә.
– Матур булам тигән, үҙен яратҡан, үҙен ҡараған бөтә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа минең клиенттарым була ала. Хатта 15 йәшлек үҫмер ҡыҙҙар ҙа яҙыла. Ундайҙар, ғәҙәттә, әсәләре менән бергә килә, – тип һүҙен дауам итте.
Ысынлап та, тормош юлында юғалып ҡалмаған ҡатын-ҡыҙҙар һоҡланыу уята. Гүзәлгә “афарин” тип кенә әйтке килә. Артабан да уңыштар, күтәренке күңел, киң күңелле клиенттар юлдаш булһын. Ә үҙ юлын әле булһа ла таба алмағандарға Гүзәл Ринат ҡыҙы кеүек эҙләнергә, ҡыҙыҡһынырға, күп уҡырға ғына ҡала. Эльмира Кейекҡужина.
Читайте нас:
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноябрь 2021, 12:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Август 2019, 23:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
28 Август 2019, 00:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
28 Август 2019, 00:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин