Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
8 Ноябрь 2019, 13:00

Ҡулдарының име бар

Массаж, тигән һүҙҙе ишетеү менән бик күптәр: “Минең дә арҡам ауырта ул”, — тип уйлап ҡуя. Әгәр инде маҡталған массаж эшләүсе тураһында һүҙ сыҡһа, күҙҙәре ялтырап китә. Баймаҡтан Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы Йәнсурина тап шундай оҫта массаж яһаусыларҙың береһе.

Гөлнур сығышы менән Әбделкәрим ауылынан. Атаһы Миңлеғәле – ауыл фельдшеры, әсәһе Зифа санитарка була. Шуға ла Гөлнур бала сағын дарыуҙар, төрлө уколдар, аҡ халатлылар янында үткәрә. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡ: “Ҙур үҫкәс мин дә аҡ халат кейеп йөрөйәсәкмен. Кешене дауалайым”, – тип хыяллана башлай. Уйнаған уйындары ла ошо тәңгәлдә өйрөлә. Атаһын ҡабатлап, ҡурсаҡтарын дауалай. Йылдар үтеү менән тәүге хыялына ҡанат үҫеп сыға. Шуға ла мәктәпте тамамлағас, башҡа тиҫтерҙәре кеүек алдында “кем булырға”, тигән һорау тормай. Документтарын алып туп-тура медицина училищеһына (хәҙерге колледж) юллана. Училищела ул үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Уҡыуын уңышлы тамамлап, бер аҙ тәжрибә туплаған шәфҡәт туташы Баймаҡҡа эшкә ҡайта. Балалар консультацияһында отоларингологтың шәфҡәт туташы булып эш башлай. Яратып башҡара ул эшен, бәләкәстәргә ҡарата иғтибарлы ла, ихтирамлы ла була.

2013 йыл Гөлнурҙың тормошона үҙгәрештәр алып килә. Хәҙер инде тәжрибәле шәфҡәт туташына профилен үҙгәртергә тәҡдим итәләр. Һис тә икеләнеп тормай, массаж өлкәһен һайлай һәм бының өсөн бер тапҡыр ҙа үкенгәне булмай. Өҫтәмә курстар алып, табип күрһәтмә һенә таянып массаж яһай башлай. Ҡулдарында име булған белгестең тиҙҙән үҙ пациенттары барлыҡҡа килә. Табипҡа үҙҙәре үк йүнәлтмә һорап бара башлайҙар.

Яратҡан эшенә башкөллө сума. Һәр көн ул байрамға барған кеүек ашҡынып бара. Хатта сираттағы ялында (отпускыһында) Иҫәндә “Талҡаҫ” шифаханаһында эшләй. Шуға ла Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы ошо юҫыҡта үҙ эшен асырға ҡарар итә. Эштә ул ваҡыт сикле булғанлыҡтан (бер пациентҡа 10-12 минут ваҡыт бирелә) тиҙ-тиҙ генә 12-18 кешегә массаж эшләп өлгөрөргә тейеш була. Теләктәре булған пациенттарҙы эштән һуң “Эстель” матурлыҡ салонында ҡабул итә башлай. Салонда иркенләп, яйлап тороп һылай. Массаж, ғәҙәттә, остеохондроз, бронхит, пневмония менән ауырығандарға яһала. Салонда массажды банка (силикон, вакуумлы) менән дә, һылап та, махсус нөктәләргә баҫҡылап та яһай. Шулай уҡ төрлө витаминлы шифалы майҙар, бал ҡуллана. Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы береһенән-береһе уңған өс бала әсәһе лә. Оло ҡыҙы Гөлсөм әсәһе юлын һайлай. Әлеге көндә Сибайҙа медицина колледжында 3-сө курста белем ала. Улдары Ғәлинур менән Азамат мәктәптә 4-се һәм 2-се класта уҡый. Эштән һуң өйгә ҡайтып, яратҡан урыныңа ятып ял итергә була. Башҡасараҡ та мөмкин. “Ныҡ арып китһәм, хәлһеҙләнә төшһәм, паркта йөрөйөм. Рухи аҙыҡ алыу өсөн концерт-спектаклдәргә барам. Кире энергияны йыуып төшөрөргә тырышам. Ҡыштарын бассейнға барып көс алам”, – ти Гөлнур Миңлеғәле ҡыҙы.


Эштең йыртығы юҡ, ти халыҡ. Кемдер бәйләп, тегеп, бешереп аҡса эшләһә, беҙҙең был геройыбыҙ үҙенең күңел талабын яратҡан эшендә тапҡан. Ә яратҡан эшеңдең табыш килтереүе – үҙе үк мөһим күренеш.
Читайте нас: