Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
22 Июль 2019, 12:40

Тырышҡанда барыһы ла мөмкин

Ярат ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Дилара Юнысбаеваның да күңеленә ятҡан шөғөлө ошо рәүешле табыш килтерә. Ә бит уға ҡулына энә һәм йөн алырға тормош үҙе ҡуша...

Заман башҡа – заң башҡа, тип әйтергә яратабыҙ. Был, ысынлап та, шулай. Интернет, яңы технологиялар осоро ҡул эше оҫталары өсөн дә яңы мөмкинлектәр асты. Элек улар бәйләгән, теккән әйберҙәрен таныштары, дуҫтары аша, йәиһә баҙар, йәрминкәләрҙә һата торғайны. Хәҙер инде оҫтабикәләргә бының өсөн ҡул аҫтында интернетлы телефон йә компьютер булыу ҙа етә. Фотоға төшөрөп һалыуың етә, бәйләгән йә теккән әйбереңә бер ҡасан булмаған, барып йөрөмәгән яҡтарҙан заказ килеп тә төшә.

Ярат ауылында йәшәгән хаҡлы ялдағы уҡытыусы Дилара Юнысбаеваның да күңеленә ятҡан шөғөлө ошо рәүешле табыш килтерә. Ә бит уға ҡулына энә һәм йөн алырға тормош үҙе ҡуша...


Дилара Насирйән ҡыҙы сығышы менән Ғүмәр ауылынан, ата-әсәһенең татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Дилара башланғыс белемде тыуған ауылында ала. Унан ни бары 1 йыл ғына Яратта уҡый ҙа, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбенә юллана. Ошонда 8 класс белем алғандан һуң, Сибай педагогия училищеһына уҡырға инә. Бала сағын хәтеренә төшөргән саҡта ул: “Яҙмыш ҡуйған һынауҙарға бирешмәй, әсәйем Гөлбикә Хәмит ҡыҙы Аитова яңғыҙы ғына дүрт баланы үҫтереп, оло тормош юлына оҙатты. Өлкән апайым Гөлнара (хәҙер инде мәрхүмә) Сибайҙа медицина, ә мин педагогия училищеларына уҡырға инеп, ҡулыбыҙға бер-бер артлы диплом алып, ауылға ҡайттыҡ. Апайым – фельдшер, ә мин – башланғыс кластар уҡытыусыһы, өлкән пионервожатый. Икебеҙгә лә эш табылды. Мин Ярат урта мәктәбенә өлкән пионервожатый һәм йыр уҡытыусыһы булып урынлаштым. Ошо урында 27 йыл эшләнем”, – ти ул.

Илдәге үҙгәрештәр Ярат мәктәбенә лә ҡағыла. Хеҙмәт стажы тулған уҡытыусы хаҡлы ялға китә. Үкенескә ҡаршы, урындағы колхозда эшләп йөрөгән тормош иптәше лә эшһеҙ ҡала. Был ваҡытта оло улы армияла хеҙмәт итеп йөрөгән була, ә кесеһе сығарылыш класс уҡыусыһы. Берҙән-бер килем сығанағы булған минималь пенсия, әлбиттә, етмәй. Әммә уңған хужабикә юғалып ҡалмай. Күпләп көткән һарыҡтарының йөнөн иләп, йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләп һата башлай. Бәйләйбәйләй ҡулы оҫтара бара, энәне ырғаҡ алмаштыра. Ултырғыс түшәктәре, таба аҫтына һалырға әйберҙәр, мунсаға йыуғыстар бәйләй. Был ғына етмәй, ултырғыс түшәктәрен ҡушып тегеп, хатта диванға япма ла бәйләп һала. Ә бына ул бәйләгән тапочкаларҙың фотоһын интернетҡа һалыуы була, шул уңайҙан һатып алыусылары ла табыла. Хатта байрамдар алдынан унышарлап та алалар.

Бәйләү эше менән шул тиклем ныҡ мауыҡҡан Дилара Насирйән ҡыҙы тағы ниҙер бәйләргә өйрәнгеһе килә. “Коллегам Дилара Камил ҡыҙы Йәнбирҙинанан шәл-яулыҡ бәйләргә өйрәнеп алдым. Хәҙер инде мин бәйләгән шәл-яулыҡтар һаны 50-60-лап барҙыр. Ғәҙәттә, уларҙы юбилейҙарға бүләк итәм. Күпләп заказ менән һатып алыусылар ҙа бар”, – ти хаҡлы ялдағы уҡытыусы.

Һуңғы йылдарҙа ауылдарҙа китапхана янында төрлө йүнәлештәге клубтар, түңәрәктәр эшләп килә. Дилара Юнысбаева ла бынан ситтә ҡалмай. Үҙе кеүек хаҡлы ялдағы уҡытыусылар менән аҙна һайын түңәрәктәргә йөрөп, бер-береһенән төрлө ҡул эштәренә өйрәнәләр. “Бер йыл яулыҡ, киләһе йылда ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүесе булған ябай һәм заманса стилләштереп эшләнгән түшелдерек, унан мәрйендән теҙеп төрлөтөрлө әйберҙәр бәйләнек”, – ти ул.

Бәйләү тураһында ҡул эше оҫтаһы Дилара Насирйән ҡыҙы былай ти: “Бәйләү күңелемә ял бирә. Әммә был кинәнес оҙон ҡышҡы кистәрҙә генә эләгә. Марттан башлап ҡара көҙгәсә баҡса үҫтереү, һыйырҙарҙың ағын эшкәртеү, уларҙы һатыу менән шөғөлләнәбеҙ”.

Шәхси тормошонан Дилара Насирйән ҡыҙы, һис шикһеҙ, уңа. Хеҙмәт юлы үткән Ярат ауылында ул тәү тапҡыр ғүмерлек тормош юлдашы Әмир Миңлеғәле улын осрата. Бына 30 йыл инде бергә-бергә татыу ғүмер итәләр. Улдары Дамир һәм Даниль ғорурлыҡтары булып тора. Себер тарафтарында йәшәйҙәр. Дамирының үҙ ғаиләһе бар. Данилы Мәскәүҙә ике юғары уҡыу йортон тамамлап, Себерҙә инженер булып эшләй.

Тормош һынауҙарын лайыҡлы үтә алған хаҡлы ялдағы уҡытыусы Дилара Насирйән ҡыҙының йәштәргә лә әйтер һүҙе бар: “Тормош хәҙер матур. Йәштәргә ауыл ерендә етеш йәшәр өсөн тырышлыҡ кәрәк. Бына беҙ һарайыбыҙҙа 40-лап ваҡ мал, 3 һауын һыйыры тотабыҙ. Бөтә йәшелсәләрҙе лә баҡсала үҫтерәбеҙ. Ҡышҡылыҡҡа ла етә, һатып та ебәрәбеҙ. Күңелемде биреп эшләгәс, үҙ һатып алыусыларым бар. Шулай, малдан да арыу ғына табыш алып була”.

Бына шулай, оҫта ҡуллы Дилара апай кинәнеп тормош көтә. Уның яратҡан эше табыш килтерә.
Читайте нас: