Һәр саҡ ҡайҙалыр ашыҡҡан, ваҡыт етмәгән заманда йәшәйбеҙ. Шуға күрә әхирәттәрем менән осрашыуҙар ҙа һирәгәйҙе. Бер ай күрмәгәндән һуң тағы күрештек. Шул саҡ бер әхирәтемдең күҙгә күренеп үҙгәргәнен, матурлығына сағыулыҡ өҫтәлгәнен күреп аптыраным. Өсәүләп“ах та ух” килеп уның керпектәрен, ҡаштарын, сәсен ҡарайбыҙ, тырнаҡтарындағы биҙәктәре һушты алырлыҡ.
“Йә, һөйлә, нимә эшләнең? Өфөгә барғанда матурайып ҡайттыңмы?” – тип һорау ала башланыҡ. “Юҡ, ниңә әллә ҡайҙа, ҡиммәт хаҡҡа йөрөргә? Үҙебеҙҙең Гөлкәйҙең “Йондоҙ” матурлыҡ салонына йөрөй башланым”, – ти был.
Эйе, һәр ҡатын-ҡыҙ тағы ла матурыраҡ, гүзәлерәк булырға ынтыла. Шулай итеп беҙ ҙә был матурлыҡ донъяһына барып эләктек. Бында сәстәрҙе тәртипкә килтереү өсөн бөтә хеҙмәтләндереү төрҙәре бар. Тәжрибәле парикмахерҙар кәңәштәр бирә, сифатлы итеп яңы прическа йә яңы төҫкә лә күсерә. Шулай уҡ перманент макияжы ла бар. Уныһын эшләтһәң инде иртәнсәк сәғәт буйы көҙгө алдында ултырырға ла кәрәкмәй.
Шулай уҡ керпектәрҙе үҫтереү, уларҙы тәрбиәләү өсөн ламинирование, ботокс та бар. Күп һылыуҡайҙар ҡаштарына ниндәй форма бирергә белмәй аптырана. Бындай саҡта ла “Йондоҙ” матурлыҡ салоны ярҙамға килә. Ҡаштарҙы йыуылмаҫлыҡ итеп буятырға ла, тәртипкә килтерергә лә була. Ә инде туй күлдәге кейәсәк ҡыҙҙар һәр саҡ нәҡ ошо салонға ынтыла. Сөнки бында кәләштең образы өҫтөндә тулыһынса эшләйҙәр, уны фотосессияға әҙерләйҙәр. Никах алдынан яулығығыҙҙы матур итеп бәйләтергә теләһәгеҙ ҙә, “Йондоҙ”ға рәхим итегеҙ. Кәләштәр бында прическа, макияж эшләтеп әкиәт һылыуҙарына әүерелә. Тырнаҡтарға ла айырым иғтибар бирелә. “Йондоҙ” матурлыҡ салонында эшләтелгән маникюр бик оҙаҡ һаҡланыуы, зауыҡлығы менән айырыла. Гөлкәй Айрат ҡыҙы Исмәғилеваның матурлыҡ донъяһы һәр саҡ үҙенә шулай тартып, йәлеп итеп тора. Ул эшен 2014 йылда башлай. Бының өсөн район хакимиәтенән “СТАРТ-АП” программаһы буйынса ярҙам ала. Уңған ханым 2017-2018 йылдарҙа Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһында ла ҡатнаша. Бынан алған ярҙам да эште киңәйтеп ебәрергә ярҙам итә. 2017 йылда Гөлкәй Айрат ҡыҙы Баймаҡ ҡалаһы, Еңеү урамы, 2 адресы буйынса үҙ матурлыҡ салонына күсеп сығып ҙур кинәнес кисерә. Ул үҙе лә керпектәр үҫтереү, ботокс, ламинирование, маникюр буйынса шәп белгескә әүерелгән. Гөлкәй Айрат ҡыҙы матурлыҡ өлкәһендәге белемен һәр саҡ камиллаштырыуы ла маҡтауға лайыҡ. Ул Ҡытайҙа, Төркилә татуаж буйынса мастер-кластар үтә, Туниста тәжрибә уртаҡлаша, туй йолаларын өйрәнә. “Һәр илдә ҡатын-ҡыҙҙың гүзәллеккә ынтылышы көслө. Шуға күрә уларҙың салондарындағы эштәрен ҡарап, беҙҙең һылыуҡайҙарҙы тағы ла матурыраҡ итеү хыялы менән янам”, – ти ул.
Эшен яратып башҡарған ханымдың буш ваҡыты, ял минуттары бөтөнләй булмай ҙа тиерлек. Шулай ҙа ул бәхетле ғаилә ҡороуға ла өлгәшкән. Тормош иптәше Салауат Арслан улы менән ике ул үҫтерәләр. Уңған хужабикә йортон да гөл итеп тота, балаларына бик тә хәстәрлекле әсәй булып өлгөрә. Эйе, “Йондоҙ” матурлыҡ салонының бар гүзәл эштәрен һүҙҙәргә генә һалып бөтөрлөк түгел. Шуға күрә барығыҙ, үҙ күҙегеҙ менән күрегеҙ һәм тағы ла матурайып үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һөйөндөрөгөҙ! Тәү мәртәбә барырға баҙнат итмәгәндәргә телефон номерын да бирәм – 8 962 540 81 19.