Маҡсатҡа ынтылыусан, ныҡышмал, көслө рухлы, ныҡ... Йәшлегенә ҡарамаҫтан, күп ҡаҙаныштарға өлгәшкән Айнур Фәнис улы Әфләтүновҡа нәҡ ошондай матур һыҙаттар хас.
Баймаҡ егете мәктәп йылдарында уҡ аҡса эшләү, уңышҡа өлгәшеү серҙәре тураһындағы китаптарға өҫтөнлөк бирә. Ошо ваҡытта ул музыка ҡоралдары эшләгән кешелә ярҙамсы булып тәүге һумдарын эшләй, унан гитарала уйнарға өйрәнә. Туғыҙынсы класта иһә ул тимер аҡса төшөрөп һағыҙҙар һатҡан автоматты һатып ала. Ҡоролманы Магнитогорск ҡалаһынан алып ҡайтырға кәрәк була. “Ҡаланы бөтөнләй белмәй инем. Уйлап ҡарағанда Баймаҡтан сығып йөрөгәнем дә булмағандыр. Шулай Магнит урамдары буйлап аҙашып йөрөй-йөрөй, автоматты алып ҡайттым”, – тип йылмайып хәтерләй Айнур. Ул саҡтағы мәктәп уҡыусыһы һағыҙ автоматын үҙәк баҙарға алып барып ҡуя. Һәм... эш алға китә! Ике айҙан ул аҡсаһын тулыһынса кире ҡайтарып, етерлек табыш алып, тағы бер автомат һатып ала. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә аҡса эшләп өйрәнгән егеткә мәктәптә уҡыуы ҡыҙыҡ булмай башлай. Ул Иршат ағаһының кәңәшен тотоп Сибай ҡалаһындағы сауҙа-иҡтисад колледжына уҡырға инә. Бында ул тулыһынса төрлө яҡлап асыла. Тыңлаусыларын илатырлыҡ итеп гитарала уйнай, “Ҡош юлы” конкурсында уңышлы ҡатнаша. Студент йылдары шаулап-гөрләп бер тында үтеп тә китә. 18 йәше тулмаҫ элек Айнур Әфләтүнов Ватан һағына алыуҙарын һорап ғариза яҙа. Алама ғәҙәттәре булмаған, физик яҡтан ныҡ егет һауа-десант ғәскәрҙәренә алына. Омск ҡалаһында өйрәнеү курстарынан һуң Краснодарға эләгә, Ҡырымда өс ай була. Ҡайтҡас дуҫы менән кешеләргә утын ярыу эшенә тотоналар. Егеттәр эште бик тиҙ һәм сифатлы итеп эшләй. Быны күҙәтеп йөрөгән бер ағай: “Уландар, бик эшлеклеһегеҙ. Бар эште тиҙ, урын-еренә еткереп эшләйһегеҙ. Әйҙәгеҙ минең менән Иркутск яҡтарына”, – тип саҡыра. Ҙурыраҡ аҡса туплап, үҙ эшен асыу тураһында янып йөрөгән Айнурға был саҡырыу бик оҡшай. Шулай итеп Баймаҡ егете алтын йыуыу эшенә барып эләгә. Эш бик ауыр, күптәр сыҙамай кире ҡайта башлай. Етмәһә, урмандарҙа янғын башлана һәм бар йәнлектәр, айырыуса айыуҙар, алтын йыуыусыларҙың янында ғына йөрөй. Кешеләр ҡайтып китеп, алмашынып тора. Айнурға ике яңы бригаданы эшкә өйрәтергә тура килә. Алһыҙ-ялһыҙ көсөргәнешле эш бар хәлде алһа ла, Баймаҡ егете һынатмай эшләп, тыуған ҡалаһына ҡайта. Тиҙҙән ул “Шаверма” кафеһын асып ебәрә. Бәләкәй генә бинала урынлашыуына ҡарамаҫтан, был туҡланыу урыны күптәрҙең яратҡан урынына әүерелә. Сөнки бар ризыҡ тел йоторлоҡ итеп әҙерләнә. Айнурҙың әсәһе, тәжрибәле кондитер Фәниә Зәйнулла ҡыҙы һәм ғүмер буйы шеф-повар булып эшләгән апаһы Зөлфиә Зәйнулла ҡыҙы Аҡсурина бешергән тәмлекәстәр, ҡайнар аштарҙың иҫ киткес тәмле булыуы менән айырыла.
Тик бер урында туҡтап ҡалырға яратмаған Айнурға уңышлы эшләгән кафе аҙ булып тойола. Һәм ул Баймаҡта “Мастер зрения” тигән оптика салоны аса. Ҡаланың тыныслыҡ урамы, 7А адресы буйынса урынлашҡан был салон тиҙ арала халыҡтың иғтибарын йәлеп итте. Үҙем дә ошондағы хеҙмәтләндереүҙе башҡаларҙан өҫтөн күрәм. Сөнки килгән кешеләр менән үҙ эшенең оҫтаһы булған, белемен һәр саҡ камиллаштырып торған бик иғтибарлы белгестәр эшләй. Күҙҙең күреүен тикшереү бушлай булыуы, пенсионерҙар, балалар, инвалидтарға һәр саҡ 10 процент ташлама эшләнеүе лә маҡтауға лайыҡ. Төрлө фирмаларҙың контакт линзаларын рәхәтләнеп һайлап алырға була. Күҙлектәргә заказды нәҡ бында биреү ҙә бик отошло, сөнки улар сифатлы булыуы һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшләнеүе менән айырыла. Ҡояштан һаҡланыу, компьютерҙа эшләү өсөн күҙлектәр, футлярҙар һ.б. кәрәкле әйберҙәр ҙә төрлөлөгө менән һөйөндөрә. Өлкәндәр ҙә, балалар ҙа был донъяны теүәл һәм матур күрһен тигән маҡсатта эшләгән салон бар донъяға билдәле брендлы фирмалар менән хеҙмәттәшлек итә, хатта уларҙың исемдәрен һанап бөтөрөрлөк түгел. Шуға күрә был оптика салонына баймаҡтар ғына түгел, ә күрше райондарҙан да кешеләр күп килә.
Әлеге ваҡытта “Мастер зрения” салонында бик мауыҡтырғыс акция иғлан иткән. Күҙлеккә заказ биреүселәр араһында 31 майҙа киске сәғәт алтыла төрлө бүләктәр уйнатыласаҡ! Төп приздар – автомат кер йыуыу машинаһы, микротулҡынлы мейес, кеҫә телефоны, соковыжималка, сәс алғыс машина, үтек һ.б һ.б. Сифатлы күҙлек алып, өҫтәүенә бүләкле лә булыуы шәп бит!
Айнур әфләтүновтың алдына ҡуйған маҡсаттары, өлгәшергә уйлаған үрҙәре күп әле. Хәҙерге ваҡытта ситтән тороп юғары белем алған Айнур оптика салонын киңәйтеү, баймаҡтарҙы һәм тыуған ҡалаһының ҡунаҡтарын тағы ла тәмлерәк итеп һыйлау уйы менән яна. Тырыш егеттең бар маҡсаты тормошҡа ашасағына һис шигем юҡ. Сөнки һәр тиндең ҡәҙерен, уның ниндәй әсе тир менән килгәнен яҡшы белә ул. Уңыштар һиңә, Айнур! Эшһеҙлеккә, аҡсаһыҙлыҡҡа зарланған кешеләр һинән үрнәк алыр, тип ышанам.