Борон-борон заманда түгел, ни бары үткән быуатта Байыш ауылында Йөнбикә әбей йәшәгән. Ни өсөн Йөнбикәме? Сөнки уны бәләкәстәр һәр саҡ йөнгә күмелеп ултырғанын күргән. Һарыҡ йөнөн, кәзә мамығын борҡотоп һуғып, иләр баш, кофта, шәлдәр бәйләгән... Ул бәйләгән ойоҡбаштарҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, хатта бүлә-бүләсәләре лә рәхәтләнеп кейә. Әсәнән күргән тун бескән, ти халыҡ мәҡәле. Был һәләтен ҡыҙы ла, ейәнсәре лә отоп ала. Тик улары бер аҙ заманлаштырып ебәрәләр. Ҡыҙы йөндө магазин ебенә ҡушып иләһә, ейәнсәре әҙер ептәрҙе ҡулланыуҙы хуп күрә. Әйткәндәй, ейәнсәре Гөлиә ойоҡбаш, кофта, шәл һәм... ҡурсаҡтарҙы рәхәтләнеп бәйләй. Ҡул эштәрен аҡсаға ла әйләндерә белә.
Байыш ауылынан Гөлиә Рәсим ҡыҙы Хөсәйенова 1987 йылдың 1 октябрендә донъяға килә. Урындағы мәктәптә 9-сы класты тамамлағас та һөйгән йәре Булат Хисбулла улы менән ғаилә ҡора. Ҡәйнә йортонда бер йыл килен булып йәшәгәндән һуң йәш ғаилә башҡа сыға. Тиҙҙән мөхәббәт емештәре булып улдары Бәхтиәр донъяға килә. Әле Бәхтиәр Баймаҡтағы 4-се лицейҙа 8-се класта уҡып йөрөй. Тағы бер улдары Сынбулатҡа ни бары 6 ғына йәш. Балалар баҡсаһына йөрөй. Хөсәйеновтар ғаиләһе күпләп мал көтә, ауылдағы берҙән-бер ике ҡатлы йортто һалып яталар. Шулай уҡ ғаилә башлығы Булат себер тарафтарында вахта ысулы менән дә йөрөп эшләй.
– Минең бала сағым өләсәйем менән бергә үтте. Уның күп итеп кәзә мамығын тетеп, йөн һуғып, уны иләп ултырғаны әле лә күҙ алдында. Шуға ла ауылда балалар өләсәйемде “Йөнбикә инәй” тип йөрөтә торғайнылар. Беләһегеҙме, ул бит хатта ғүмере ахырында миңә ҡасан да булһа ҡыҙыңа булыр, тип кәзә мамығынан шул тиклем матур ойоҡбаш бәйләп бирҙе. Өләсәйем бәйләп ҡалдырған ойоҡбаш-бейәләйҙәрҙе әле лә кейәбеҙ, – тип өләсәһе хаҡында һөйләгән саҡта Гөлиәнең күҙҙәре ялтырап китте.
Яҡын кешеһенең аманатын теүәл үтәй йәш ҡатын. Ойоҡбаштарын да, кофталарын да, мамыҡ шәлдәрен дә, ултырғыс өсөн түшәктәрен дә иҫ киткес матур итеп бәйләй. Бәйләй ҙә ҡайһыһын яҡындарына бүләк итә, бер-берен һатып та ебәрә. Әммә интернет заманында оҫта ҡулдар боронғоса шәл-яулыҡ, ойоҡбаш ҡына бәйләп ултырмайҙар. Төрлө оҫталыҡ дәрестәрен онлайн рәүештә ҡарап, ҡурсағын да бәйләргә өйрәнеп була. Быны Гөлиә үҙ иңендә татып ҡарай.
– Алдан уҡ әсәйемдән – энә, Әлифә еңгәмдән ырғаҡ менән бәйләргә өйрәнгән инем инде. Шуға ла ырғаҡ менән ябай ғына айыуҙы бәйләп ҡараным. Бик үк матур ҙа сыҡманы. Шулай ҙа был айыу минең өсөн бик ҡәҙерле. Әле лә мин уны ҡәҙерләп һаҡлайым, – ти оҫтабикә.
Унан Гөлиә һылыу ҡурсаҡ бәйләп ҡарай. Матур ғына килеп сыға. Күҙе ялтырап, ымһынып ҡарап торған бикәсенә бүләк итеп тә сығара.
– Хәҙер инде ҙур ҡурсаҡтарҙы 25-тән ашыу бәйләнем. Инстаграмм сайтында күберәк ултырам. Минең диуарымдың ҡунаҡтары заказ яһайҙар ҙа инде. Баш ҡалабыҙ Өфөгә, шулай уҡ Уренгой, норильск ҡалаларына ҡурсаҡтарымды оҙатҡаным бар. Ҡайһы берәүҙәр хатта икенсегә заказ яһап та өлгөрҙөләр. Бер ҡурсағым БСТ телеканалының “Аҡтирмә” тапшырыуының музейында ла һаҡлана, – тип йылмайып ҡуйҙы.
Күптәр заманға һылтанып, аҡса юҡ, тип илайҙар. Бындайҙарға йүнсел ҡатындың үҙ яуабы бар: “Ауылда аҡса юҡ, тип әйтергә кәрәкмәҫ ине. Иренмәй һыйыр көтһәң, һөтө лә, майы ла була. Тауыҡтың йомортҡаһы бар. Һарыҡ-кәзәңдән йөнө-мамығы килеп тора. Уныһын-быныһын бәйләп баҙарға алып барырға мөмкин. Мәҫәлән, минең һеңлем тырнаҡ буяу серҙәрен интернеттан өйрәнеп алды. Яҡындарына осһоҙлата эшләй ҙә башланы. Был да табыш алып килә. “Эш юҡ”, – тип “илап” ятыуҙы зәғифлек менән тиң күрәм.”
Киләсәктә Гөлиә Рәсим ҡыҙы күп итеп ҡурсаҡтар бәйләп, күргәҙмәлә ҡатнашырға хыяллана. Ҡулы эш белгән Гөлиәнең был хыялы һис шикһеҙ тормошҡа ашыр, тип ышанайыҡ. Уңыштар юлдаш булһын!