Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
14 Ноябрь 2018, 13:09

“Ынйы”ла – ынйылай биҙәктәр

Нимә ул матурлыҡ? “Ынйы” теген ательеһы етәксеһе Әлфирә Нәҙербаева уны кешенең күңелендә күрә. “Эске матурлыҡтан да бөйөгөрәк матурлыҡ юҡ”, – ти ул.

Әлфирә үҙе Ейәнсура районының Башҡорт Үргене ауылы һылыуы. Бала саҡтан әсәһе Хәҙисәнең бик матур итеп кейем теккәнен күреп үҫә. Үҙе лә шунда тегеп маташа, маташа торғас оҫтарып китә. Бала саҡ хыялы ателье асыу була. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә тамамлап, Мәләүез ҡалаһына һөнәрселек техникумына уҡырға бара. Ҡулына диплом алыу менән Баймаҡтағы милли кейемдәр тегеү цехына (ул ваҡытта Вилүр Рәхимғолов үҙе саҡырып ала) бесеүсе булып эшкә килә. Милли рух менән һуғарылған был цех йәш ҡыҙҙың күңелен яулай. Киләсәктә үҙе лә ателье асып, тап ошолай милли кейемдәр тегергә уйлана башлай. Йәшлек үҙенекен итә, пландарын бер аҙ артҡа ҡалдырып тора. Бәхетен – буласаҡ тормош юлдашы Ғилман Нәҙербаевты осрата. Тиҙҙән ике йәш йөрәк ғаилә ҡора. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Алтынгөл тыуа. Унан оҙаҡ көттөрмәй улдары Байгилде донъяға килә. Икәү янына ҡуш булһын тип, ҡыҙҙары Ынйыгөлгә ғүмер бүләк итә йәш пар. “Өсөнсө бала тыуғас уйға ҡалдыҡ. Былай булмай, үҙ эшебеҙҙе асырға ваҡыт”, – тип үҙ-ара кәңәшләштек. Күп тә тормай ғаилә башлығы Ғилман Риза улы Бәхтигәрәйҙә крәҫтиән-фермер хужалығы, Әлфирә Әмир ҡыҙы Баймаҡта “Ынйы” теген ательеһын асырға ҡарар итә. Әлбиттә, ҡыйыу йөрәкле йәштәргә ата-әсәләре, ҡайны-ҡәйнәләре лә аҡса менән дә, һүҙ менән дә ярҙам ҡулы һуҙа.

Хеҙмәт юлын милли кейем бесеүҙән башлаған йәш оҫта үҙ салонында ла күберәк милли кейемдәргә, орнаментҡа иғтибар бүлергә тырыша. Сәнғәт мәктәбе уҡыусылары өсөн дә, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн дә заказға милли кейемдәр тегеп тә өлгөрә. Никах мәжлесенә кейер өсөн йәш кәләшкә күлдәктәргә лә заказдар ҡабул итә. Бына тигән түшелдеректәр ҙә бар. Шулай уҡ һуңғы көндәрҙә сифатлы туҡыманан тегелгән түшәк кәрәк-яраҡтарына заказдар артып киткән. “Төҫө уңмай, тиҙ туҙмай улар. Бер алған кеше тағы берҙе һатып алыу өсөн мотлаҡ килә”, – ти был турала оҫта ҡуллы Әлфирә. Бөгөнгө көндә “Ынйы” ателье-салонында кейем-һалымға, тегелгән кәрәк-яраҡтарға сифатлы ремонт эштәре лә башҡарыла. Бынан тыш салонда ҡул эше оҫталары өсөн һөнәри кимәлдә консультациялар биреү ҙә ҡаралған.

Ҡул эше оҫталары өсөн тағы бер һөйөнөслө яңылыҡ: был ательела кейем тегеү өсөн тауарҙар, тегеү-сигеү өсөн кәрәк-яраҡтарҙың, йәғни фурнитураларҙың һәр төрлөһөн – ул бисермы, аппликациямы, ҡайсымы, энәме, епме, таҫмамы, биҙәкле резинкамы, тәңкәләрме – һәр ҡайһыһын табып була. Әйткәндәй, салонда булмағандарына заказдар ҙа ҡабул ителә.

“Ынйы” ательеһы Баймаҡ ҡалаһындағы Юбилей урамының 4-се йортонда, йәғни “Рубин” магазинының төпкө бүлмәһендә урынлашҡан. Шулай уҡ заказды “Бәйләнештә”, “Инстаграмм” сайттарындағы диуарында, 89373021192, 89965791819 телефондары аша ла бирергә мөмкин.
Читайте нас: