Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
14 Ноябрь 2018, 13:09

“Фәрештәнең күҙ йәше”

Һатыусы – ул үҙе үк иҫке һөнәр. Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ сауҙа итергә яратҡан. Әле лә ҡыуышҡа ҡоролған баҙар гөрләп тора. Уңайлы бит: оҡшаған әйбереңде тотоп та, еҫкәп тә, хатта кейеп тә ҡарап була. Ә оҡшағанын тапмаһаң, күрше баҙарға барып, магазиндар, сауҙа үҙәктәре буйлап, әйҙә, ҡыҙыр!

Шулай ҙа еңелерәк ысул да бар. Ул – интернет-магазин. Тик бының да кире яҡтары бар: һайлаған әйберең һин уйлағанса һүрәттәге кеүек матур, йомшаҡ йә ҡаты булмауы, фигураңа тап килмәүе лә ихтимал. Кейемдән тыш виртуаль киңлектән мебель, техника, хатта аҙыҡ-түлек тә алып була. 20 йылдан ашыу эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Рәсимә Ноғоманова һатыусы һөнәренең ике этабын да үткән кеше. Уны бик күптәр Баймаҡтағы бәләкәй баҙарҙа күлдәк-костюм һатып тороусы булараҡ белә. Заман үҙгәреү менән төрлө сауҙа йорттары, яңынан-яңы магазиндар асыла. Был баҙарға инеп сығыусылар, потенциаль һатып алыусылар ҡырҡа кәмей. Ни эшләргә? Был уй Рәсимәгә тынғы бирмәй башлай. “Туҡта әле! Мин дә бит заманса интернет-магазин аса алам. Арендаға ла түләргә кәрәкмәйәсәк”, — тип уйлай ул. Ошо уҡ эште өйҙә генә ултырып башҡарыу оҡшап ҡала. Буш ваҡыты арта. Ғаиләһен тәмле-татлы ризыҡтар бешереп һыйлай башлай. Ул бешергән бәлештәр, торттар, сәк-сәк табын түрен биләй. Килгән-киткән ҡунаҡтар маҡтап туя алмай. Бер мәл яҡшы ғына танышы Рәсимәгә “Фәрештәнең күҙ йәше” бәлешен бешереп биреүен һорай. Яратҡан эшеңдән шулай килем алып булыуы эшҡыуарға оҡшап ҡала. Тиҙҙән заказдар бермә-бер артып китә. Шулай уҡ бешергән бәлеш-торттарын “Бәйләнештә” сайтындағы диуарына һалып бара.
Бешерә-бешерә ҡулы тағы ла нығыраҡ оҫтара. Айырыуса бәлештәрҙе төрлөсә: асыҡ та, ябыҡ та, формаһын үҙгәртеп тә бешерергә ярата ул. Аяттарға сәк-сәк, себер тарафтарында эшләп йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарға туй табынына һый-хөрмәт әҙерләй. Күбеһенсә борондан килгән, ҡасандыр әсәһе өйрәтеп ҡалдырғандарын бешерергә тырыша. Замандан артта ҡалып булмай бит, интернет киңлектәренән дә ҡарап өйрәнә. Юлдыбайҙа йәшәүсе еңгәһе менән кәңәшләшергә ярата.
Уҡырға бер ваҡытта ла һуң түгел, тиҙәр. Рәсимә лә күп уйлап тормай Урал аръяғы агро-техник колледжға “Повар-кондитер” бүлегенә уҡырға инә. Уның тәүге курсын тамамлап та өлгөргән.
“Әлбиттә элегерәк килем күпкә күберәк ине. Әммә донъялағы булған аҡсаны эшләп бөтөп булмай. Яңы тормошом миңә күңел тыныслығы килтерҙе. Һаулығым нығынды. Үҙемә ваҡыт күберәк ҡала. Яҡындарым менән тәбиғәткә лә сығып ял итеп өлгөрәбеҙ”, — тип бөгөнгө көнитмеше тураһында ҡыуана-ҡыуана һөйләп бирҙе.
Тормош ауырлыҡтары алдында һығылып, йәшәү өсөн дә аҡса таба алмай ултырған ҡатын-ҡыҙҙарға ла айырым кәңәше бар Рәсимәнең: “Ҡатын-ҡыҙ юғалып ҡалырға тейеш түгел. Эшләһәң – эшләргә була, аптыранып ултырһаң – аптыранып тик ултыраң инде. Ул бәйләүме, тегеүме, бешеренеү ме – һәр кемдең ниндәй ҙә булһа яратҡан эше була. Хеҙмәтеңде һата белер кәрәк. Тап шул саҡта тормошоң алға барыр!”
Рәсимәгә киләсәктә уңыштар һәм күп-күп килем теләп ҡалайыҡ.
Читайте нас: