Бөтә яңылыҡтар
Яңы кәсеп
14 Ноябрь 2018, 13:09

Ҡанат бирер һөнәр

Заман һиңә эйәрмәһә, һин заманға эйәр, тиҙәр. Был, ысынлап та, шулай. Һуңғы йылдарҙа һөнәрҙәр араһында заманса терминдар ишетеп, хатта аптырап ҡалабыҙ. Мәҫәлән, видеограф. Видеограф – ул грек һүҙе. 80-се йылдарҙың уртаһында видеокамералар килеп сыҡҡас, ҡайһы бер кешеләр видео төшөрөү менән генә шөғөлләнә башлай. Фото төшөрөүселәрҙе “фотограф” тип йөрөткәстәр, ундайҙар үҙҙәрен “видеограф” тип атайҙар. Операторҙан айырмалы рәүештә видеографтар фильмды баштан аҙаҡҡа тиклем төшөрөп кенә ҡалмай, үҙҙәре үк монтажлай ҙа. Хатта күп осраҡта сценарий авторы ла булып торалар. Баймаҡта ла бындай һөнәр эйәһе бар. Ул – Илфат Мирза улы Абдуллин.

Илфат Мирза улы видеографияға урау юлдар аша килә. Юғары уҡыу йортонда уҡып алған һөнәрен әллә ни өнәп етмәй егет. Үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарау теләге уяна. Яҙмыш еле уны Баймаҡтағы телевидениеға эшкә алып килә. Яңы һөнәр ул ваҡыттағы йәш егетте әсир итә. Эш сәғәте тамамланһа ла, ҡайтырға ашыҡмай, компьютерҙа сәғәттәр буйы ултырып, интернет аша яңы программаларҙы өйрәнә. Айырыуса башбиҙәк (заставка) менән ҡыҙыҡһына башлай. Тиҙҙән был ябай ғына ҡыҙыҡһыныуы арта барып, һөнәри кимәлгә барып етә. Илфат махсус эффекттарҙы ҡулланып кино төшөрөп ҡарарға хыяллана башлай. Интернеттан ошо юҫыҡтағы ҡулланмаларҙы эҙләп таба. Хыялы тора бара маҡсатҡа әүерелә. Шулай бер мәл яңғыҙ ғына актер уйнаған голливуд киноһы күҙенә салынып ҡала. “Ә бит мин дә ошондай кино төшөрә алам. Актер урынына үҙем төшәм, ә аппаратты тотоп йөрөргә кеше табырмын әле”, – тип уйлай ҙа, видео төшөрөп булған ябай ғына фотоаппарат һатып ала. Яҡынса сценарий планы уйында йәшәй. План буйынса кинола тирә-яҡ алтынға мансылған мәл – көҙ һүрәтләнергә тейеш була. “Был киноны төшөрөргә миңә 3 йыл ваҡыт кәрәк булды”, – ти ул “Ирәндек тауҙарында” киноһы тураһында һөйләгән саҡта. Был фильмды Илфат Мирза улы Силәбелә үткән “Осҡон” конкурсына ебәрә. “Конкурста ҡунаҡ булып ҡатнаштым. Иң аҙаҡ, сара тамамланғас, экрандан мин төшөргән фильмды күрһәттеләр. Тулҡынланыу биләп алды, – тип был конкурс тураһында һөйләүен дауам итте. – Аҙаҡ төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды. Мин махсус эффекттар йүнәлешен һайланым. Тап ошонда сценарийҙы алдан яҙырға кәрәк икәнен аңланым. Һәм драматургия йүнәлешендә лә эшләй башланым”.

Бынан тыш Илфат үҙ аллы эҙләнеүҙәр ҙә алып бара. Сценарийҙар программаларын күсереп ала. “Уларҙың күбеһе инглиз телендә. Шуға күрә инглиз телен дә өйрәнергә тура килде. “Бәйләнештә” сайтында “Башҡорт видеографияһы” тигән төркөм бар. Унда минең кеүек өйрәнсек видеографтар үҙ тәжрибәләре менән уртаҡлаша. Төркөмдәге Батыр Ғәлимовтың клиптары, эш тәжрибәһе миңә оҡшай. Әйткәндәй, ул Радик Юлъяҡшиндың клиптарын төшөрә. Шулай ҙа видеомонтаж эшләү буйынса тәүге дәрестәрҙе элек телевидениела эшләп киткән Валера Наумов бирҙе”, – тип бер аҙ хәтирәләргә лә бирелеп алды.

Яҡшы фильм төшөрөр өсөн ябай фотоаппарат ҡына етмәй, әлбиттә. Шуға ла И.Абдуллин профессиональ фотоаппарат, видеокамера һатып алырға ҡарар итә. Уны һынап ҡарау өсөн туйҙарҙы төшөрөп ҡарай. Шулай итеп, яйлап махсус ҡоролмаларын арттыра бара. “Туй тантанаһын ғына төшөрөп, матур клип яһап булмай. Шуға ла мин йәштәрҙе ҡаланың билдәле урындарында алып йөрөп, төрлөсә һынландырырға тырышам. Тағы ла туйҙан тыш кешенең тантаналы минуттарын мәңгеләштереүҙә лә ҡатнашам”, – тип һүҙен дауам итте.

Кешеләрҙең төрлөһө була, фото төшөргә яратмаусылар ҙа осрап ҡуя. Ундайҙарға ла Илфаттың кәңәше бар: “Эйе, бөгөн һеҙ үҙегеҙҙе матур түгел, тип уйларһығыҙ. Ә бит йылдар аяуһыҙ, тиҙ генә үтеп китә. Йәшерәк сағың һәр саҡ матурыраҡ булып күренә. Яҡындарың өсөн дә иҫтәлек кәрәк. Бәлки, тап улар өсөн генә булһа ла фото төшөү кәрәктер, тип уйлайым”.

Ваҡыт уҙа бара. Илфаттың ҡыҙыҡһыныуы тағы ла нығыраҡ арта. Хәҙер инде үҙе атай булған ир-егеткә улына ла ваҡыт бүлергә кәрәк. Улы Илфир менән ҡырға сығып, тәбиғәт матурлығын фото-видеоға бергәләшеп төшөрә башлайҙар. “Үҙемә ҡеүәте көслөрәк аппарат һатып алғас, иҫкеһен улыма бирҙем. Бала саҡтан өйрәнә торһон”, – ти ул шуҡ йылмайып. Бына шулай, яңы һөнәр оҫтаһы Илфаттың буш ваҡытын ғаиләһе менән үткәрергә тырышыуы хуплауға лайыҡ.

Һөнәр – ирҙең ҡанаты, ти халыҡ. Был һүҙҙәр, әйтерһең, тап Илфат Абдуллинға төбәп әйтелгән. Бер урында ғына тапанмай, урау юлдар аша үҙенең яратҡан һөнәрен эҙләп табып, әле халыҡ ижады үҙәгендә эшләп йөрөй. Был өлкәлә лә уға уңыштар йылмайһын, барыһын да хайран ҡалдырырлыҡ фильмдар аша яңы килемдәр килһен.


Редакциянан: Мәҡәлә баҫмаға әҙерләнгән саҡта Илфат Абдуллиндың тағы бер улға атай булғанын ишетеп ҡыуандыҡ. Был ғаиләнең һәр саҡ бәхет-шатлыҡ кисереп, улдарының игелеген күреп йәшәүен теләйбеҙ.



Читайте нас: