Һуңғы йылдарҙа интернет селтәрендә ошоноң кеүек яңынан-яңы күренештәрҙе күп осратырға мөмкин. Кемдер рекламала аҡса эшләһә, бәғзе берәүҙәр тегеп тә, бәйләп тә, ағастан әйберҙәр яһап та, хатта торт, бәлештәр бешереп тә һатыуға ҡуя. Һәр кем нисек тә булһа өҫтәмә килем алырға тырыша. Афарин, тип беҙгә ундайҙарҙы хупларға ғына ҡала.
Баймаҡтан апалы-һеңлеле Яҙгөл һәм Сөмбөл Зөбәйҙуллиналар ҙа күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан. Улар емеш-еләктән гөлләмә яһай.
Сер түгел, беҙҙең күптәребеҙ интернет селтәрендә сәйәхәт итергә ярата. Өйҙә генә ултырып әллә ҡайҙағы таныштарыбыҙҙың, йә таныш булмаған “дуҫтарыбыҙҙың” тормошон интернет аша күҙәтәбеҙ. Шулай күҙемә яңылыҡтар таҫмаһында Баймаҡтан Яҙгөл Зөбәйҙуллинаның конкурс иғлан иткәне салынып ҡалды. Ошо яҙманы үҙ диуарына ҡуйғандарға төп приз – фрукет эләгә икән. Ҡыҙыҡ, тип уйлап ҡуйҙым. Ҡайҙан килеп сыҡты “фрукет” тигән был ят һүҙ?
– Емеш-еләк гөлләмәһен икенсе төрлө фрукет тип әйтәләр. Мин дә тәүге тапҡыр Өфөнән бер егеттең инстаграмда үҙ диуарында фрукет тәҡдим иткәнен күргәс, хайран ҡалғайным. Аҙаҡ ҡыҙыҡһыныуым арта төштө һәм һеңлем Сөмбөл менән ошондай уҡ продукцияны баймаҡтарға тәҡдим итеп ҡарарға булдыҡ, – тип Яҙгөл яңы төр кәсепкә асыҡлыҡ биреп китергә булды.
Яңы эште үҫтереү, килем алыу өсөн ни эшләргә һуң? Яҙгөл менән Сөмбөл, оҙаҡ уйлап тормай, социаль селтәрҙә киң таралған алымды ҡуллана. Ул – репост яһау ысулы. Һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәй, ике йәш ҡыҙҙың тиҙ арала подписчиктары артып китә. Тәүге фрукетты бүләк иткәндән һуң ҡыҙҙар әсәләр көнөнә әҙерләнә башлай. Матур-матур гөлләмәләр бер-бер артлы инстаграмдағы диуарҙарын биҙәп, үҙ һатып алыусыларын таба.
– Беҙ бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа булдыҡ, ошондай уҡ гөлләмәне шоколадтан да яһап ҡараныҡ. Ир-егеттәр өсөн дә айырым гөлләмәләр булдырҙыҡ, – тип Яҙгөл һүҙен тамамлап ҡуйҙы.
Интернет киңлектәрендә генә йәшәй икән был ҡыҙҙар, тип йәлләргә ашыҡмағыҙ. Яҙгөл дә, Сөмбөл дә бала саҡтан бейергә ярата. Икеһе лә “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле солистары. Әле Яҙгөл халыҡ ижады үҙәгендә репетитор булып эшләй, “Етегән” балалар бейеү ансамбле етәксеһе. “Байыҡ” башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсының беренсе турын үтеп, әле икенсеһенә әҙерләнә. Сөмбөл иһә киләһе тормошон уҡытыусы һөнәре менән бәйләргә уйлай. Әле ул Сибайҙағы БДУ-ның 3-сө курс студенты.
Йәшлек дәрте ташып торған ҡыҙҙарға киләсәктә уңыштар юлдаш булһын. Һәр саҡ шулай заман менән бергә атларға яҙһын.