“Һеҙ мине әрләйһегеҙме?”
Үлеп терелгән үҫмерҙең тәүге һүҙҙәре шундай була
Бала... Тормош мәғәнәһенә әүерелгән, балдан татлы булған, ҡыуаныстары менән күккә сөйҙөргән, көйөнөстәре менән утҡа һалған бәпестәр... Һәр атай-әсәй сабыйының теләгәнен алдына ғына килтереп, үҙе үткән ауырлыҡтарҙан һаҡларға ынтылалыр. Йоҡламаһа – йоҡламай, ашамаһа – ашамай, иң тәмлеһе лә, иң йомшағы ла, иң йылыһы ла тик бәпесеңә генә булһын. Балаға булған сикһеҙ һөйөү ҡайһы саҡта хәүефле булыуын да аңламай китәбеҙ. Ни өсөн боронғолар: “Балаңды үҙеңдән татлы ашатма, йомшағыраҡ йоҡлатма” йәки “Балаңды йоҡлағанында ғына һөй” тигәнен аңламайбыҙ. Ә аңларға кәрәк икән. Бик кәрәк. Сөнки хаттин ашҡан һөйөүебеҙ менән баланың яҙмышына үтеп инеп, кәрәкмәгән эҙҙәр һалабыҙ. Урталыҡты тота алмайбыҙ. Сөнки яратабыҙ. Яратабыҙ һәм боҙабыҙ.
Урта йәштәрҙәге мөләйем, ҡарашы үтә һағышлы булған ханым менән һөйләшеү еңел бирелмәне. Тәүҙә үҙем шылтыратырға ҡыймай йөрөнөм. Сөнки бындай һөйләшеүгә баҙнат итер өсөн миңә лә, ә минән бигерәк һорауҙарыма яуап бирәсәк әсәгә батырлыҡ кәрәк ине. Эш сәғәте бөтөп, телефонға туҡтауһыҙ яуған эш смстары тынып ҡалғас ҡына, танышымдан һорап алған һандарҙы йыйҙым.
- Хәйерле кис, борсоған өсөн ғәфү үтенәм. Миңә һеҙҙең улығыҙ тураһында һөйләшергә ине. Был хаҡта әңгәмәләшергә теләмәһәгеҙ - яҡшы аңлаясаҡмын,- тинем үҙем менән таныштырып.
Әсә, мин уйлағанса, телефонын һүндермәне, әммә оҙаҡ өндәшмәй торҙо. Унан ауыр көрһөнөп ризалығын бирҙе. “Тик минең дә, улымдың да исемен күрһәтергә кәрәкмәҫ”, - тип ҡуйҙы.
- Улым мотоцикл алып биреүҙе 10 йәшенән үк һорай башлағандыр. Көлөп кенә ҡуя инем, ә атаһы: “Мужик растет!” – тип ғорурланды. Ысынлап та, техникаға ҡыҙыҡһыныуы ныҡ көслө булды һәр саҡ. Атаһы ялға ҡайтһа, янынан китмәне. Машинаның руле артына ла ултырып ҡарай ине. Әлбиттә, күптәр өндәшмәй ҡалыуҙы хуп күрер, әммә балаларыбыҙға барыбыҙ ҙа рулде биреп ҡарайбыҙ бит. Йәшерһәк тә, йәшермәһәк тә был билдәле факт. Бигерәк тә атайлы балалар руль артына иртәрәк ултырып, техниканың тәмен татып ҡарайҙыр. Беҙҙең улыбыҙ ҙа шулай, үҫмерҙәрҙән бер ҙә айырылмай. Беҙҙең еңел машинабыҙҙы ялтыратып йыуып ҡуйыр ине. Атаһы ҡыуанып бөтә алмай. Ваҡ ремонт эштәрен ирем үҙе башҡара. Улыбыҙ янында асҡыстарҙы биреп, ярҙамлашып йөрөй. Ирем ҡыуанып: “Ултырып елдерергә генә түгел уға, ә машинаның эсендәге бар запчастәрҙе һорай. “Быныһы нимә? Ә уныһы нимә өсөн? Ә ул ҡапыл боҙолһа, машинаға нимә буласаҡ?” – тип һорауҙар яуҙырып аптыратып бөтөр ине. 12 йәшендә ауыл араһында рулгә ултырып ҡарай башланы. Ирем: “Руль менән юлды яҡшы тоя, һиҙемләүе шәп”,- тип тағы ҡыуанды.
Бер йылдан улыбыҙҙың дуҫына питбайк алып бирҙеләр (ҙур тиҙлекле мини мотоцикл -авт.). Балам уларҙан ҡайтмай башланы. Икәүләшеп шул питбайк менән ауыл буйлап та йөрөнөләр. Улым йүгереп ҡайтып инә лә: “Үәт, исмаһам, шәп транспорт. Атай миңә алып бирерме икән? Их...” – тип хыялын һөйләй башлар ине.
Ҡапыл һонторайып, тауышы үҙгәрә башлаған улымдың ҡаҡса тәненән һөйәм дә, “Ҡабаланма, улым, әҙерәк ҙурай әле”, - тием. Ә ул танауын мырш-мырш тартып, терпе энәләрен ҡабартҡан кеүек, үсегеп китер ине. “Әсәй, бөтәһенеке лә бар матай! Ана, күрше минән бәләкәй, ә ағаһының матайында йөрөй”, - тип үҙенекен тылҡый.
Атаһының вахтанан ҡайтҡанын түҙемһеҙлек менән көтөп ала ине. Хәҙер машинаны йөрөтөп ҡарау өсөн түгел, ә беҙҙең тыуған көнөнә мотоцикл алып биреүен көтә башланы. Бер эшенән ҡайтҡанында ирем: “Әсәһе, алып бирәйек мотоцикл. Йөрөргә өйрәнергә лә кәрәкмәй уға, барыһын да белә. Хәҙер 14 йәше тула бит инде. Мин уның йәшендә “Минск” мотоциклында елдереп ҡыҙҙар баҫтыра инем”,- тип көлдө.
Шул саҡта минең йөрәгем “жыу” итеп ҡалды. Ниндәйҙер шом баҫты мине. Күрәһең, әсә йөрәге һиҙгер була, балаһы менән буласаҡ хәлде алдан тоя, тип әйтеүҙәре дөрөҫтөр. Ҡаршы төштөм. “Ҡабаланмайыҡ, алырбыҙ әле. Исмаһам, туғыҙынсы класты бөтһөн”, - тинем.
Кемдер, бәлки, “Ә ни өсөн “права”ға уҡыһын тип әйтмәнең?”-тиер. Тик ысынында нисә үҫмер тәүҙә “права”ға уҡый икән? Ҡайһы ата-әсә тәүҙә балаһын ДОСААФ-ҡа уҡытырға ебәрә? Бармы ул унда мотоциклға уҡытыу? Күпме тора? Нисә ай эсендә уҡып сығалар? Быларҙың барыһын да белмәйбеҙ бит. Унан мотоциклдарҙа елдергән малайҙарҙың береһенең дә бындай таныҡлығы юҡ бит. Һәр хәлдә ауылдарҙа шулай. Бәлки, башҡа яҡтарҙа улай түгелдер. Шуға күрә мин дә, тәү сиратта, улым әҙерәк ҙурайһын, аҡыл ултырһын, шунан ғына мотоцикл алып бирербеҙ, тип уйланым.
Ирем тәүҙә минең менән ризалашҡандай булды. Әммә улыбыҙ ҙа ҡуйманы шул. Ирем бер көн: “Әсәһе, нимә тиһәң дә, әрләһәң дә, илаһаң да, улыбыҙға мотоцикл алып бирәм. Ана, дуҫының питбайкта йөрөгәнен ҡарап, артынан бер тотам ҡалмай эйәреп йөрөй. Уның шулай меҫкенләнеп ситтә ҡарап торғанын күреп, ныҡ ҡыйын булды миңә. Алайыҡ!”-тине ҡаты ғына итеп.
Йөрәгемде тағы ла ниҙер ныҡ итеп сәнскәндәй булды. “Алдыртма!” – тине эске тауышым. Тик мин өндәшмәй ҡалдым шул.
Мотоцикл һатып алған көн улым өсөн иң бәхетле көн булды. Эй, һикерә, эй ҡыуана! Уға ҡарап беҙ көләбеҙ. Ялтырап торған мотоциклын атаһы менән ҡарап, нимәлер һөртөп ҡапҡа алдына сығарҙылар. Шунда уҡ класташтары, дуҫтары йыйылып китте. Күмәкләшеп ҡарайҙар, әллә нәмә тип бәхәсләшеп тә киткән булалар. Питбайк менгән дуҫы ла килеп етте. Икәүләшеп кемеһенең матайы ҡеүәтлерәк булыуы тураһында бәхәсләшеп киттеләр. Ҡәҙимге ауылдағы малайҙар тормошо инде. Унан улыбыҙ атаһын ултыртып урам буйлап китте. Атаһы тәүҙә йөрөтөп ҡараны. Һәр нәмәһен ҡабат-ҡабат тикшереп сыҡҡайны. Икәүләшеп килеп туҡтанылар. Улымдың йөҙөндәге ҡәнәғәтлек! Ошо техникалы булыу уның өсөн иң ҙур бәхет икәнлеген аңланым. Быны ҡабул итергә һәм тынысланырға тырыштым.
Улым мәктәптән йүгереп ҡайта ла, өйгә лә инмәй, мотоцикл торған гаражға йүгерә. Уны көнөнә әллә нисә ҡат шулай ҡарай. Хатта иртәнсәк тә һыйпап булһа ла китер ине. Мотоцикл алғас нығыраҡ тыңлай башланы. “Өсөңдө төҙәтмәһәң, мотоциклда йөрөмәйһең инде”, - тип бер әйтеү етә. Өйҙә былай ҙа ярҙамсыл ине, хәҙер йүгереп йөрөп тиҙ эшләй. Атаһы шылтыратһа, быларҙың барыһын да һөйләйем. Ул көлә: “Күрәһеңме, мотоциклдың файҙаһы ла булды”, - тип.
“Ипләп йөрө, оло юлға сыҡма!” -тигән һүҙҙәрҙе көн дә әйтер инем. Улым “ярай” тип баш һелкә лә, үҙ яйы менән китә. Әллә көн дә тылҡып был күнегелгән һүҙҙәргә әйләнеп бөттөмө икән? Бәлки, ҡайһы саҡта интернетҡа һалынған ҡурҡыныс аварияларҙың видеоларын күрһәтергә кәрәк булғандыр. Белмәйем...
Ул көндө төнөн ныҡ һаташып уянып киттем. Тороп ултырҙым, йөрәк күкрәктән сығып килгәндәй. Нимә күргәнемде иҫләмәйем, әммә үтә шомло, ҡурҡыныс ине миңә. Тынысланырға тырышып яттым, әммә йоҡлай алманым.
Ял көнө. Минең ҡалала эштәрем бар ине, шунда сығып киттем. Ярты көн йөрөгәс, көн боҙолдо. “Ауылда нисек икән? Улым мотоциклда сыҡмаһа ярар ине”, -тип уйланым. Унан тағы шом баҫты. Улыма шылтырата башланым. Ул телефонын алманы. Ике сәғәттән ауылдағы фельдшер шылтыратҡас, ҡойолоп төштөм. Телефонды ала алмай йонсоном. “Һин ҡалаламы? Ней бит әле... Улығыҙ мотоциклы менән осҡан. Дауаханаға алып килдек...”
Нисек аңымда ҡалғанмындыр, белмәйем. Әммә дауаханаға осоп тигәндәй барып еттем. Балам операция өҫтәлендә. Мин ярһып ишектәрҙе тартҡылай башланым. “Унда инергә ярамай, ярамай!” Кемдер ултырғыс алып килеп бирҙе, кемдер һыу бирҙе. Бер нөктәгә төбәлеп оҙаҡ ултырҙым. Үҙемде “Шунда ҡаршы төшһәң, риза булмаһаң! Йөрәгең һиҙҙе бит, һиҙҙе!” -тип үҙемде ҡәһәрләнем, әрләнем. Янымдан аҡ халат кейгән ике ҡатын үтеп китте. Береһе мине тәүҙә абайламай: “Йәл, бала, йәл, ҡотҡара алмаҫтар ул...” – тине. Мине күреп шымып ҡалдылар. Ҡалғанын хәтерләмәйем. Аңымды юғалтҡанмын...
Һушыма килгәндә кушеткала ята инем. Кемдер күтәреп һалған. Шунда йөрәгемдең насар икәнлеген белдем. Тормоштоң ҡыҙыҡлығы тип әйтәйемме икән, әгәр улым менән ошо ҡаза булмаһа, йөрәгемде күптән дауаларға кәрәклеген дә белмәҫ инем. Ирем вахтаһынан алда ҡайтып етте. Уға кем әйткәндер. Хәйер, яҡшы һәм һөйөнөслө хәбәр генә баҫылып ҡала бит, ә аламаһы шунда уҡ тарала. Мине лә дауаханаға һалдылар. Система, уколдарҙан бушап, әҙерәк хәл инһә, реанимация ишеге төбөндә баҫып торам. Тәүҙә кире палатаға барырға өгөтләйҙәр, хатта әрләйҙәр ине, унан күнделәр. Ике көндән улым янына инергә рөхсәт иттеләр. Оҙаҡҡа түгел, әммә балаҡайымды күрҙем. Тағы ла бәләкәсәйеп, ябығып киткән улымдың әллә ниндәй төрлө төҫтәге көпшәләргә тоташтырылып, аңһыҙ ятыуын күреп, тағы ҡыйын булды. Әммә үҙемде тоттом. Табиптар мине башҡа индермәҫтәр тип ҡурҡтым. Улымды ипләп кенә һыйпап: “Әсәйең бында, бында. Һин тик йүнәл генә, барыһы ла яҡшы булыр”, - тинем.
Ирем үҙен минең алдымда ғәйепле тойоп йөрөнө. Тәүҙә уға ла ныҡ асыуым килә ине. Унан йоҡоһоҙ уйланыуҙарым аҡылыма килтерҙе. Ирем генә ғәйеплеме? Мин дә ҡаршы килмәнем. Унан нисәмә йылдар аяҡтары педалгә көскә еткән малайҙарҙың мотоциклдарҙа елдереүен күреп киләбеҙ. Беҙ генә түгел, тотош йәмғиәт быға күнгән. Шулай түгелме ни? Күп үҫмерҙәр юл инспекторҙарынан ҡаса-боҫа йөрөп 18 йәшен тултыра ла, унан “права” ала. Быға барыһы ла күнеккән, был барыбыҙ өсөн дә ғәҙәти күренеш түгелме һуң? Улай тейеш булмаһа ла, ысынбарлыҡ шулай. Балаларға хәҙер юлдарҙа техниканың күплеге, шуға күрә юлдарҙа мотоциклда йөрөү хәүефле булыуын тылҡыу ҙа ярҙам итмәй.
Улыбыҙ аңына килде. Әкренләп йүнәлде. Бәхеткә, инвалид булып ҡалманы. Тәүге һүҙҙәре: “Һеҙ мине әрләйһегеҙме?” – булды.
Теге донъянан әйләнеп ҡайтҡан балаңды нисек әрләйһең?! Әйтеүебеҙ бар ине ҙур ҡорбан салабыҙ тип, йәһәт кенә ап-аҡ һарыҡ һуйып, аят уҡыттыҡ. Табиптарға, ауылдаштарға, туғандарға рәхмәт. Барыһы ла терәк-таяныс булып, йылы һүҙҙәренән, изге теләктәренән айырманы. “Шул кәрәк һеҙгә, нимә уйлап балаға матай алып бирҙегеҙ?” – тип әйтеүсе булманы. Әйтмәһәләр ҙә, аңлашылып тора инде.
“Балаһы мотоцикл һораған ата-әсәләргә ниҙәр кәңәш итер инегеҙ?” – тип һорайһығыҙ. Алмағыҙ, ошо транспорт һатылған ерҙе әллә нисә саҡрым урап үтегеҙ, тип оран һалыр инем. Әммә был һүҙҙәрҙе ата-әсәнән бигерәк, нисектер балаға аңлатырға кәрәк бит. Сөнки ул үҙенеке булмаһа, дуҫтарыныҡына ултырып йөрөйәсәк. Тимәк, барыбер хәүеф аҫтында ҡала...
Ауыр ҡайғылы көндәренән арынып, йөҙөнә нур йүгерә башлаған әсәне башҡа һорауҙар менән аҙапламаным. Ә бына үҫмерҙәрҙең нисек булһа ла хәүеф аҫтында ҡалыуы борсоуға һала. Был проблеманы хәл итеү өсөн иң яҡшыһы – мәктәптәрҙә юл ҡағиҙәләренә һәм мотоцикл, машина йөрөтөргә өйрәтеүҙер. Айырым дәрес буламы ул йәки совет йылдарындағы кеүек – уҡыу-производство комбинатымы, иң мөһиме булһын. Заманында УПК-ла уҡыған күп малайҙар һәм ҡыҙҙар водитель таныҡлығы алып сыға ине. Был хәҙерге сетерекле мәсьәләне хәл итеүгә ҙур өлөш индерәсәк, тип уйлайым. Сөнки һуңғы йылдарҙа үҫмерҙәрҙең мотоцикл, скутер, питбайк, мопедтарҙа юлдарҙа һәләк булған осраҡтары арта ғына бара.
Эйе, бала – ғәзиз, бала – ҡәҙерле. Шуға күрә уның теләгәндәрен үтәүҙән тыш, хәүефһеҙлек сараларын, үҙе-үҙен һаҡлау ҡағиҙәләрен өйрәтеү генә түгел, ә ҡанына һеңдерергә кәрәк. Әсәйҙәр иламаһын, атайҙар ҡайғынан ҡатып ҡалмаһын, ә балалар бәхетле булһын өсөн...
Гүзәл ИҪӘНГИЛДИНА.