Бөгөн - Халыҡ-ара йәштәр көнө билдәләнә. Йәшлек - кеше тормошондағы иң матур осор, ҡыйыу пландар, өмөт һәм асыштар мәле. Беҙҙең район да тырыш, талантлы ҡыҙҙары һәм егеттәре менән дан тота. Шуларҙың береһе - ҡаланың 3-сө мәктәбе уҡыусыһы Гүзәл Биктимерова. Ул быйыл 9-сы класты тамамлаған. «Район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетындағы иң әүҙем кеше ул. Мәктәптән тыш, район тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Афарин ҡыҙ», - тине уның тураһында райондың йәштәр комитеты директоры Альбина Байғотлина. Эйе, Гүзәл быйыл Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне өсөн БР йәштәр сәйәсәте министрлығының Маҡтау грамотаһына эйә була. 2024 йылда «Йыл ирекмәне» еңеүсеһе булып, район хакимиәтенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
Әйҙәгеҙ, гүзәлдәрҙән-гүзәл Гүзәл менән яҡынданыраҡ танышайыҡ. Ул 2009 йылда Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Атаһы Радик менән әсәһе Ләйсән - Йомаш ауылынан. Биш бала тәрбиәләнгән татыу, ҙур ғаиләлә баш бала ул. Кескәй һеңле-ҡустыларын ҡарашыу, йорт эштәрендә ярҙам итеүҙә лә ата-әсәһенең төп ярҙамсыһы. Мәктәптә ул алдынғы уҡыусылар рәтендә. Беренсе кластан тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшеп, быйыл 9-сы класты ҡыҙыл аттестатҡа тамамлаған.
Тырыш ҡыҙҙың портфолиоһында уның һәр өлкәләге уңыштарын дәлилләгән ниндәй генә Маҡтау ҡағыҙҙары, дипломдар юҡ?! Гүзәл төрлө олимпиадаларҙа үҙен һынап ҡарап, призлы урындар яулаған. «Бөтөн фәндәрҙе лә яратам, ә шулай ҙа иң оҡшағаны - математика һәм химия. Беҙҙе үҙ эштәрен яратҡан, белемле, талапсан уҡытыусылар уҡыта. Директорыбыҙ Заһит Сәфәрғәлин шул тиклем яҡшы етәксе. Уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын, һорауҙарын матур итеп тыңлай белә, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Биргән белемдәре һәм тәрбиә өсөн уларҙың барыһына ла ҙур рәхмәтлебеҙ. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, түҙемлек теләйем», - тип педагогтарын оло хөрмәт һәм ихтирам менән телгә алды ул.
Гүзәл шулай уҡ шиғыр ятларға ярата. Район кимәлендә үткән бәйгеләрҙә үҙен һынап ҡарай. Күпселек шиғырҙарҙың авторы Ишбирҙе ауылында йәшәүсе өләсәһе Сәлимә Барлыбаева.
Тынғыһыҙ ҡыҙ ҡала тормошонда ла әүҙем. Әйтеп үтеүебеҙсә, ул райондың йәштәр эштәре буйынса комитетының әүҙем ирекмәне. «Минән алда унда класташым Нәркәс Йәһүҙина йөрөй ине. Ҡыҙҙар менән ниндәйерәк эштәр менән шөғөлләнеүҙәре менән ҡыҙыҡһындыҡ. Ул беҙгә ирекмән булып, төрлө акцияларҙа, сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне. Мин ҡыҙығып киттем һәм Нәркәс менән бергә бүлеккә барҙым. Шулай итеп район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетында ике йыл ағза булып торам. Ирекмән булараҡ, һабантуйҙарҙа, «Башҡорт аты»нда, Физкультурник көнө уңайынан Талҡаҫ күле буйындағы йүгереү ярышында һәм башҡа сараларҙа ҡатнашабыҙ. Бынан тыш, төрлө экологик өмәләрҙән дә ситтә ҡалмайбыҙ. Миңә быларҙың барыһы ла бик оҡшай», - тине Гүзәл.
Дәртле ҡыҙ «Кнопка-ТВ» түңәрәгенә йөрөргә лә ваҡыт таба. «Алып барыусы эҙләйбеҙ, тигән иғланды күреп, Баймаҡ телевидениеһына мөрәжәғәт иткәйнем. Мине кастингҡа саҡырҙылар һәм һайлап алыу турынан үттем. Хәбәрсе роле лә миңә оҡшай. Урамға сығып, йә мәктәптә үткән кисәләргә барып, интервьюлар алабыҙ. Ғөмүмән, мин үҙем кеше менән аралашырға яратам», - тине ул был өлкәләге шөғөлө тураһында.
Спорт - Гүзәлдең яратҡан шөғөлдәренең береһе. Башланғыс класта ул шашка менән мауыҡһа, үҫә төшкәс баскетбол, футбол менән ҡыҙыҡһына. 2023 йылда район һәм ҡала мәктәптәре араһында үткән спартакиадала мини-футбол ярышында «Иң яҡшы уйынсы» номинацияһы еңеүсеһе була.
Тырышып уҡыу, һәр сарала әүҙем булыу үҙ емешен бирмәй ҡалмай. Быйыл йәй Гүзәл алдынғы уҡыусы булараҡ, Санкт-Петербургҡа юллана.
«Беҙҙең мәктәптең 1982 йылғы сығарылыш уҡыусыһы Сергей Продовиков үҙе белем алған мәктәптә махсус премияһын булдырған. Быйыл уның ярҙамы менән 4 уҡыусы Санкт-Петербургҡа барып, ете көн ял итеп ҡайттыҡ. Юл сығымдары, ашау, йәшәү барыһы ла бушлай булды. Ял беҙгә бик оҡшаны. Көн һайын төрлө программа булды. Бик күп музейҙарға барҙыҡ, матур-матур ерҙәрҙе, тарихи урындарҙы ҡараныҡ. Иң оҡшағаны Эрмитаж һәм «Йосопов һарайы» булды. Шул тиклем матур тәьҫораттар менән ҡайттым.
Былтыр «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы менән Мәскәүгә экскурсияға барҙыҡ. Унда һәр мәктәптән иң әүҙем биш уҡыусыны һайлап алдылар. Райондан бөтәһе 20 уҡыусы, улар араһында мин дә бар инем. Унда беҙгә ВДНХ-ны күрһәттеләр, сағыу, күңелле экскурсия бик оҡшаны», - тине ул.
«Нисек барыһына ла өлгөрәһең? Ваҡытты нисек дөрөҫ бүләһең?», - тип һораным әңгәмәсемдән.
«Әгәр кешенең теләге булһа, ул барыһына ла өлгөрә. Мин хатта телефоныма ҡайҙа, нисәлә барырға тип көнлөк план яҙып, будильник ҡуйғанмын. Тик ултырырға яратмайым. Миңә әүҙем тормош алып барыу оҡшай. Һәр минутымды файҙалы итеп үткәрергә тырышам», - ошо булды яуап. Йәштәргә, үҙҙәренең күңелдәренә яҡын шөғөл менән булышһындар, бер урында ғына тапанып ҡалмаһындар, үҫешһендәр, әүҙем, сәләмәт тормош алып барһындар, тигән матур теләктәрен дә еткерҙе ул.
Маҡсатлы, һәр яҡтан уңған, мөләйем, аҡыллы, тырыш, яҡшы сифаттарҙың барыһын да үҙендә туплаған Гүзәл һылыуға һоҡланырлыҡ, үрнәк алырлыҡ! Ошо күркәм сифаттарың һине бер ваҡытта ла ташламаһын.
Эйе, киләсәк - йәштәр ҡулында. Йәш быуынға район, республика ғорурлығы булырҙай шәхестәр булып үҫеүҙәрен һәм аҡ юлдар теләйбеҙ.
Альбина Байегетова.