Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Өфөнөң художество-сәнғәт колледжы һәм Өфө дәүләт технология һәм дизайн колледжы нигеҙендә “Сәнғәт һәм креатив индустрия" йүнәлеше буйынса ике кластер асыла.
Тағы ла “Туризм һәм хеҙмәттәр өлкәһе” йүнәлеше Өфөнөң тармаҡ технологиялары колледжы һәм “Ағиҙел” предприятиеһының үҙ-ара бәйләнеше һөҙөмтәһендә үҫешәсәк.
-Беҙ келәм туҡыу һәм мебель цехын киңәйттек һәм беҙгә йәш квалификациялы кадрҙар талап ителә, - тине “Ағиҙел”дең директоры Гүзәл Кәримова. – Бынан тыш эске туризм һәм глэмпинг та әүҙем үҫешә, тирмәләр етештерәбәҙ. Был йүнәлештә лә беҙ белгестәргә мохтажлыҡ кисерәбеҙ. Кластер булдырыу уларҙы ғәмәлдә әҙерләргә булышлыҡ итер.
Кластерҙарҙың һәр береһе федераль ҡаҙнанан 70 миллион һум күләмендә грант аласаҡ. Тағы ла 100-әр миллион һум аҡса Өфө университеты базаһындағы машиналар эшләү кластерына, Салауат индустриаль колледжында химия тармағы буйынса кластерға, Мәләүез күп профилле колледжында ауыл хужалығы тармағы кластерына йүнәлтелә.
“Профессионалитет” федераль проекты 2022 йылдан тормошҡа ашырыла һәм ике йыл эсендә республикаға федераль ҡаҙнанан 1,152 миллард һум аҡса йәлеп итергә булышлыҡ итте. Билдәле бер сумма республика бюджетынан да бүленде.
Башҡортостанда тәүге машиналар эшләү кластеры былтыр Өфөнөң машиналар эшләү колледжы нигеҙендә эш башлағайны. Быйыл 1 сентябрҙән ете яңы кластер асыла, 2024 йылда тағы ла алтау.
“Профессионалитет” проекты “Мәғариф” милли проекты (национальный проект “Образование) сиктәрендә тормошҡа ашырыла һәм ил Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.