Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әллә журналист булырға уйлай?

Баламдың журналист булыуын теләр инемме? Белмәйем... Бер яҡтан ҡыҙыҡлы һөнәр. Мәҡәлә яҙыу өсөн ниндәй өлкәгә бараһың, шул белгескә әйләнәһең. Тимәк, һин төҙөүсе лә, врач та, уҡытыусы ла, судья, прокурор ҙа, һауынсы ла, малсы ла, етәксе лә, ябай халыҡ та.

Әллә журналист булырға уйлай?
Әллә журналист булырға уйлай?

Әллә журналист булырға уйлай?

Баламдың журналист булыуын теләр инемме? Белмәйем... Бер яҡтан ҡыҙыҡлы һөнәр. Мәҡәлә яҙыу өсөн ниндәй өлкәгә бараһың, шул белгескә әйләнәһең. Тимәк, һин төҙөүсе лә, врач та, уҡытыусы ла, судья, прокурор ҙа, һауынсы ла, малсы ла, етәксе лә, ябай халыҡ та. Икенсе яҡтан... Ярай, кәмселек-етешһеҙлектәренә туҡталып тормайым.

Бөгөн Балалар көнө бит. Һәм шундай көндө Алтын ҡыҙымдың ни арала үҫеп етеүенә аптырайым. Кисә генә бөҙрә сәстәрен елпелдәтеп, күбәләктәр баҫтыра ине түгелме? Бөгөн үҙ уй-фекерендә тора белгән, ныҡ характерлы ҡыҙға әүерелгән. Собханаллаһ!

Һәм Алтындың төрлө ваҡиғаларҙы ҡыҙыҡлы итеп яҙа белеү һәләтенә һоҡланам да, аптырайым да. Йотлоғоп уҡыйым. Был йүнәлештә ебәрелгән эштәре әленән – әле республика һәм ил кимәлендә лә билдәләнеп ҡуя. Ҡарарбыҙ, бәлки, киләсәктә Алтын САЛИХОВА исемле журналистың яҙмаларын йотлоғоп уҡырбыҙ.

Балалар көнө менән! Һәр кемебеҙҙең ул һәм ҡыҙҙары тик бәхетле булһын!

#ДетиСМИРБ#ДетиЖурРБ

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: