Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мотоцикл түгел, ә ... бала йәл

 Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ! Эйе, уларҙың йөрәк-күңеле саф, уларға “үлем”, “инвалидлыҡ”, “ғүмер буйы түшәктә ятыу” төшөнсәләре бөтөнләй ят. Уларҙың аңы әлегә был ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе ҡабул итмәй...

Мотоцикл түгел, ә ... бала йәл
Мотоцикл түгел, ә ... бала йәл

Мотоцикл түгел, ә бала йәл...

Ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән юлдарҙа скутер, мопед, мотоциклдарға атланған балалар барлыҡҡа килә. Уларҙың ҙур тиҙлек менән йөрөүе, башҡа машиналарҙы уҙып китергә маташыуы оло хәүеф тыуҙыра.

Баймаҡ ЮХХДИ-һы начальнигы Эдуард Байморатов әйтеүенсә, балиғ булмағандарҙың хоҡуҡ боҙоуҙарына ҡаршы даими эш алып барыла. Мәктәптәрҙә балаларға уларҙың руль артына ултырыуы ниндәй фажиғәләр менән тамамланыуы хаҡында һөйләйҙәр, профилактик рейдтар үтә. Әммә хәл әле лә көсөргәнешле ҡала. Мопедтағы балалар ҡазалана башланы. Ләкин бындай ҡурҡыныс хәлдәр ҙә үҫмерҙәрҙе туҡтата алмай.

Закон буйынса балиғ булмағандар скутер, мотоциклда йөрөһә, уларҙың ата-әсәләренә 30 мең һум штраф һалына. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә, штраф һалынып та, яңынан руль артында тотолған үҫмерҙәр осрап ҡуя.

Был йәһәттән йәмғиәттең фекере икегә бүленгән. Берәүҙәр: “Бигерәк ҡурҡыныс, шәп йөрөйҙәр, береһен тапап ҡуйһалар йә үҙҙәре аварияға тарыһа”,-ти борсолоп. Икенселәре, айырыуса ир-егеттәр: “Беҙ ҙә бала саҡта йөрөй торғайныҡ. Аяҡ педалгә етеү менән атай-ағайҙар рулгә ултырта ине”,-тип ҡул һелтәй.

Эйе, элегерәк шулай булғандыр ҙа. Әммә хәҙерге ваҡытты ул заман менән сағыштырып булмай бит. Сөнки хәҙер транспорт күп, юлдарҙа хәрәкәт көслө. Шуға күрә юл ҡағиҙәләрен белмәгән балаларҙың ошо ағымға килеп инеүе барыһы өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра. Ата-әсәләр балаларының ғүмере һәм һаулығы тураһында уйланһын ине.

Район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев был йәһәттән тейешле органдарға иғтибарҙы көсәйтергә кәрәклеген белдерҙе. Мотоциклда йөрөгән үҫмерҙәрҙе ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре генә түгел, ә балиғ булмағандар эше буйынса комиссия, мәктәп, ата-әсәләр комитеттары ла контролдә тотасаҡ.

Хөрмәтле ата-әсәләр! Балаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ! Эйе, уларҙың йөрәк-күңеле саф, уларға “үлем”, “инвалидлыҡ”, “ғүмер буйы түшәктә ятыу” төшөнсәләре бөтөнләй ят. Уларҙың аңы әлегә был ҡурҡыныс һүҙҙәрҙе ҡабул итмәй.

Балаларға уларҙы мотоциклға ултырыуҙы тыйыуҙы штрафтан ҡасыу өсөн түгел, ә ул-ҡыҙҙарыбыҙҙы мәңгелеккә юғалтыуҙан ҡурҡҡан өсөн рөхсәт итмәүебеҙҙе еткерәйек. Шул саҡта үҫмерҙәрҙең күңеле лә барыһын да ҡабул итер, аңлар һәм фажиғәләр ҙә беҙҙе урап үтер.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: