Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
20 Декабрь 2022, 16:55

Тотҡонлоҡта

Лифт ухылдап-ахылдап барҙы ла, туҡтаны ла ҡуйҙы. Аптырап һәр төймәһенә баҫа башланыҡ, юҡ, китмәй. Теге егет тә үҙенсә нимәлер эшләргә маташа. Уны ла ошо подъезда йәшәгән һөйгәне көтә...

Тотҡонлоҡта
Тотҡонлоҡта

Студент саҡта Яңы йылды баш ҡалала ҡаршыларға булдыҡ. Бер әхирәтебеҙ туғандарында фатирҙа йәшәй ине. Яҡындары уны ҡалдырып, үҙҙәре икенсе ҡалаға ҡунаҡҡа китә.

“Кеше йыйып ултырмай!”,-ти ағаһы.

Әхирәтебеҙ: “Юҡ, ниндәй ҡунаҡ, имтихандарға әҙерләнергә кәрәк”,-тип алдап тороп ҡала.

Туғандары йорттан 31 декабрҙә генә сығып киткәс, ул табын әҙерләй алманы. Тегеләрҙә шик тыуҙырмау өсөн йәнәһе. Шуға күрә салаттарҙы, итте беҙ ятаҡта бешереп алып алдыҡ. Ниһайәт, киске сәғәт туғыҙ. Беҙ әхирәтебеҙгә йүнәлдек. Өсәүләшеп лифтҡа индек тә (беҙҙең менән тағы бер ят егет инде) һигеҙенсе ҡатҡа мендек. Лифт ухылдап-ахылдап барҙы ла, туҡтаны ла ҡуйҙы. Аптырап һәр төймәһенә баҫа башланыҡ, юҡ, китмәй. Теге егет тә үҙенсә нимәлер эшләргә маташа. Уны ла ошо подъезда йәшәгән һөйгәне көтә. Яңы йылды бергә ҡаршыларға һөйләшкәндәр.

Беҙҙең подъезға ингәнде белгән әхирәтебеҙ килеп етте. Авария хеҙмәтен саҡыртабыҙ – яуап юҡ. Бер сәғәт үтте, асыҡтыра башланы. Ҡулыбыҙ тулы һыйлы пакеттар икәнлеген иҫебеҙгә төшөрөп, ҡыуанып киттек. Егет ҡуйынындағы шампан шарабын аттырып ебәргәс, бөтөнләй күңел күтәрелде. Тик тиҙҙән егеттең йөрөгән ҡыҙы подъездан сығып, беҙҙең күңелле тауыштарҙы ишетеп, һөйгәнен әрләй башланы. Йәнәһе лә ул беҙҙе алдан белгән, юрамал лифтта ултыра һ.б.һ.б.

Ике сәғәттән ашыу ултырҙыҡ тотҡонлоҡта. Яңы йыл тулыуға 30 минут ҡалғанда ҡотҡарҙылар. Егет артабан беҙҙең менән Яңы йыл ҡаршыланы. Ә ярты йылдан улар әхирәтебеҙ менән өйләнешеп тә ҡуйҙы. Бик бәхетле йәшәйҙәр. Шуға күрә Яңы йыл мөғжизәләренә бик тә ышанам.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: