Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Йәнйегет егеттәре һынатмай!

Ауыл хужалығында етештерелгән продукцияға һорау һәр ваҡыт ҙур. Салауат Арыҫланов еләктәрҙе Сибай, Баймаҡ ҡалаларына алып барып һата, өйҙән дә килеп алалар. Шулай уҡ еләк рассадаларына ла заказдар күп икән. Йәш ғаилә бер минутын да бушҡа үткәрергә яратмай. Бының һөҙөмтәһе – етеш, мул, матур тормош...

Йәнйегет егеттәре һынатмай!
Йәнйегет егеттәре һынатмай!

Йүнсел йүнен табыр

Йәнйегет егеттәре һынатмай

Беҙҙең Йәнйегет ауылында уңған, эшһөйәр, йүнсел халыҡ йәшәй. Заман һынауҙарына бирешмәй һәр кемеһе матур итеп донъя көтөргә ынтыла, йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә, бөтә уңайлыҡтары булған, ҡаланыҡынан ҡалышмаған иркен, ҙур йорттар ҡалҡып сыға. Сер түгел, һуңғы йылдарҙа йәштәрҙең ауылда төпләнмәүе, уларҙың ҡалаларға, сит төбәктәргә эшкә китеүе ғәҙәти хәлгә әйләнде. Эшһеҙлек сәскә атҡан заманда йәш быуындың ошо юлды һайлауына бер ҙә аптырырға ярамай. Әммә шул уҡ ваҡытта яҙмышын тыуған ере менән бәйләгән йәштәребеҙ ҙә аҙ түгел. Шундай егеттәребеҙҙең береһе Арыҫланов Салауат Азамат улы тураһында һүҙем. Ул - бәхетен тыуған ерендә тапҡан, үҙ эшенән кинәнес алған һәм матур уй-хыялдар ҡорған егет.

Салауат 8-се класҡа тиклем Йәнйегет мәктәбендә белем ала, артабан уҡыуын Сибай ҡалаһының Р.Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейында дауам итә, тик яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Тарих буйынса олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә, техника, конструкция менән ҡыҙыҡһына, кеҫә телефондары йүнәтә. 11-се кластан һуң Салауат Санкт-Петербургтағы урман университетының “Урман комплексы машиналары һәм ҡоролмалары” бүлегенә уҡырға инә. Беренсе курстан һуң, уҡыу менән бер рәттән, эшләп тә йөрөй. Уны тамамлағас тыуған ауылына ҡайта. Һөнәре буйынса эш булмағас, бер нисә йыл Сибай ҡалаһында токарь булып эшләй. Иҫке Сибай ауылы һылыуы Гүзәл менән ғаилә ҡороп ебәрә. Арыҫлановтар бөтә уңайлыҡтары булған йорт һалып инә, унда ҡот һәм нур уйнап тора. Бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бирәләр: Мәҙинә балалар баҡсаһына йөрөһә, Тамъянға әле ете генә ай. Һәм бына икенсе йыл инде беҙҙең район өсөн һирәк булған шөғөлгә үҙҙәрен арнаған: еләк үҫтерәләр. Бындай эшкә ихласлап тотоноусылар ауылдарҙа юҡ иҫәбендә.

Ергә күпме тапҡыр эйелһәң, ул шул тиклем йомартыраҡ була. Тик матур итеп еренә еткереп эшкәртергә генә иренмә, хәләл көсөңдө йәлләмә”, - ти Салауат. Ысынлап та, үҫемлектәргә тейешле шарттар тыуҙырғанда ғына көтөлгән һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкиндер. Юҡҡа ғынамы ни “баҡса” һүҙе “баҡ”, “ҡара”, “тәрбиәлә” мәғәнәһен аңлатмай.

Уңған ауылдашыбыҙҙың хеҙмәте менән яҡынданыраҡ таныштырыу маҡсатында көҙгөһөн 9-сы класс уҡыусылары менән Салауат Азамат улының йортона юлландыҡ. Йорт ихатаһына барып ингәс, үҙебеҙҙе әкиәттәге ожмах баҡсаһына юлыҡҡан кеүек хис иттек: тәгәрәшеп бешкән еләктәр, виноград, әллә нисә төр ҡурай еләге ҡыуаҡтары һәм башҡа ниғмәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ! Еләктәрҙең дә әллә нисә төрө - йәй буйына уңыш бирә торғандары, йылына бер генә тапҡыр уңыш биргәндәре... Салауат Азамат улы һәр береһе тураһында сәғәттәр буйы һөйләргә әҙер.

-Тырыш, ныҡышмал булһаң, ауылда ла гөрләтеп йәшәргә була, - ти Салауат. - Мин үҙемдең яҙмышымды ауылһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым.

Емеш-еләк ағастарының да, гөрләп үҫкән ҡыяр, помидорҙарҙың да уңышына һоҡланмау мөмкин түгел – ишелеп уңғандар. Күңел биреп эшләгәндә, юғары уңыш алырға була икән, тигән фекер менән таралыштыҡ Арыҫлановтарҙан.

Ауыл хужалығында етештерелгән продукцияға һорау һәр ваҡыт ҙур. Салауат Арыҫланов еләктәрҙе Сибай, Баймаҡ ҡалаларына алып барып һата, өйҙән дә килеп алалар. Шулай уҡ еләк рассадаларына ла заказдар күп икән. Йәш ғаилә бер минутын да бушҡа үткәрергә яратмай. Бының һөҙөмтәһе – етеш, мул, матур тормош.

Шул уҡ ваҡытта Салауат Азамат улы йәмәғәт эшенә лә, ауыл тормошонда ҡайнап йәшәргә лә өлгөрә - ул ауыл Советы депутаты. Шундай уңған, матур ғаиләләр күберәк булһа, ауылдарыбыҙ ҙа һаҡланып ҡалыр. Барыһы ла үҙебеҙҙән тора. Тәүәккәл кеше генә үҙ маҡсаттарына ирешә ала.

Гөлсөм Мусина.

Йәнйегет ауылы.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: