Һаҡмар
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң онотолмаҫы - самолеттан ырғыу...

Армия – ул үҙеңде һынау ваҡыты. Һин дуҫтар табырға һәм дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәнәһең. Холҡоң дә тәрбиәләнә. Үҫмер осорондағы кеүек юҡ-барға сығынсыҡлап бармайһың, ҡайһы осраҡта ҡыҙыулығыңды күрһәтергә, ә ҡайһы саҡта үҙеңде тыныс тоторға икәнлегенә лә төшөнәһең...

Иң онотолмаҫы - самолеттан ырғыу...
Иң онотолмаҫы - самолеттан ырғыу...

2 август – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнө

Иң онотолмаҫы – самолеттан ырғыу”

Их, була бит шундай шәп, янып торған башҡорт егеттәре! Уларға ҡарап һоҡланаһың да, ғорурланаһын да. Үрге Яйыҡбай ауылынан Айсыуаҡ Ғәйетҡолов тап шундай батырҙарҙың береһе. Бөгөн ул үҙенең иң яратҡан байрамдарының береһе – Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөн билдәләй. Айсыуаҡ армия ваҡытын һағынып иҫкә ала. Ул 106-сы гвардиялы Тула һауа-десант дивизияһында хеҙмәт итә.

Айсыуаҡтан армиялағы иң иҫтәлекле ваҡиғаһын, хәрби сафҡа баҫыу өсөн нисек әҙерләнергә икәнлеген, был ваҡыт егеттәргә нимә биреүен, буласаҡ һалдаттарға кәңәштәр биреүен үтендем. Бына нимәләрҙе бәйән итте ул:

- Иң иҫтәлеклеһе – парашют менән ырғыу. Ул парашют һинең исемеңә яҙыла – төп булғаны ла, запастағыһы ла. Һин уларҙы ҡарайһың, һалып алаһың. Ырғығанда был парашютты үҙең йыйыуыңды һәм ул мотлаҡ асыласағын беләһең. Самолеттан ырғығанда кисергән тойғоларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Уны һүрәтләп тә булмай. Тирә-яҡты байҡап, киңлеккә ҡарап түбән төшөүе – иҫ китмәле хистәр бирә. Армияға ҙур теләк менән киттем. Бының өсөн алдан “С” категорияһына уҡыным. 18 йәшем тулғас та, армияға киттем. Хәрби әҙерлегең булһа, хеҙмәт итеүе еңелерәк. Шуға күрә Ватан һағына йыйынған егеттәргә йүгерергә, турникта тартылырға кәңәш итер инем.

Армия – ул үҙеңде һынау ваҡыты. Һин дуҫтар табырға һәм дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәнәһең. Холҡоң дә тәрбиәләнә. Үҫмер осорондағы кеүек юҡ-барға сығынсыҡлап бармайһың, ҡайһы осраҡта ҡыҙыулығыңды күрһәтергә, ә ҡайһы саҡта үҙеңде тыныс тоторға икәнлегенә лә төшөнәһең. Егеттәргә әрме сафына барырға кәңәш итер инем, сөнки күптәргә ул файҙаға ғына. Кеше үҙенең элекке яңылыш аҙымдарын аңлай, үҙен тоторға өйрәнә.

Ғаиләлә берҙән-бер бала булған Айсыуаҡты Зөлхәбирә Ҡорбанғәле ҡыҙына һәм Айҙар Вәлләм улына Ватан һағына ебәреү еңелдән булмағандыр. Әммә үҙ һүҙендә тора белгән, ҡыйыу улдарының теләгенә ата-әсә ҡаршы килмәй. Айсыуаҡ уларҙы һөйөндөрөп, өлгөлө хеҙмәт итеп ҡайта. Әлеге ваҡытта Айсыуаҡ атаһында эшләй. Техника яратҡан егет “КАМАЗ”, “Урал” машиналарын йөрөтә. Тормошто яратҡан егет үткәндәренә ҡарап йылмая, хәҙергеһенә һәм киләсәгенә яҡты өмөттәр бағлай. Беҙ ҙә егетте Һауа-десант ғәскәрҙәре менән ҡотлап, Айсыуаҡтың бар изге уй-хыялдары тормошҡа ашыуын теләйбеҙ.

Гүзәл Иҫәнгилдина.

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: