Сәскә һүрәте
Институтта уҡығанда төрлө ҡыҙыҡтар була ине. Шуларҙың береһе. Мин һәр фәндән конспекттарҙы теүәл алып бара инем. Холҡом әллә ниндәй шулай. Миңә мотлаҡ бөтә нәмәлә лә тәртип булырға тейеш. Бер лекция ваҡытында мине староста булараҡ деканатҡа саҡырттылар. Ун-ун биш минут йөрөп килдем дә, мин булмаған ваҡытты яҙыу өсөн дәфтәрҙә урын ҡалдырҙым. Тәнәфестә минең кеүек барыһын да яҙып барған бер егеттән үҙем ҡалдырған ерҙе күсереп алдым. Әммә уҡытыусы күп һөйләп өлгөрмәгән икән, буш урын ҡалды. Дәфтәрҙә ундай бушлыҡтың тороуы оҡшаманы – тәртип түгел бит. Тоттом да шунда сәскә һүрәте төшөрөп ҡуйҙым. Төркөмдәштәрҙең күбеһе был уҡытыусы тын тауыш менән һөйләгәс, уны тыңламай торғайны. Бушҡа булған икән. Һуңғы дәрестә ул имтиханды тик тулы конспекттар менән ҡабул итәсәген белдерҙе. Студенттар бер үк дәфтәрҙе ҡулланмаһын өсөн лекцияның һәр береһе янына үҙенең ҡултамғаһын ҡуясағын белдерҙе. Шулай итеп, минең конспекттарым ятаҡ буйлап китте.
Әлдә имтиханға беренсе ингәнмен! Уҡытыусы дәфтәремде тикшереп ултырҙы ла баяғы сәскә һүрәтенә барып етте. “Быныһы нимәгә?”-тип һораны. Мин ҡул һелтәнем дә: “Буш урын ҡалғайны”,-тинем. Уҡытыусы миңә “бишле” ҡуйып сығарҙы. Хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: имтихан тапшырған төркөмдөң һәр береһенең дәфтәрендә бер конспекттың уртаһында сәскә һүрәте тора. Улар минән һорап та тормаған, ә һәр береһе шул сәскәне минекенә оҡшатып тороп төшөрөп ҡуйған. Уҡытыусы асыулана башлаған: “Берегеҙ миңә аңлатамы-юҡмы, нимәгә барығыҙ ҙа ул сәскәне төшөрҙөгөҙ?!”-тип. Төркөмдәштәр яуап бирә алмай. Улар ҡабаланып күсереп, нимә яҙғанын-төшөргәнен дә аңламаған бит инде. Һөҙөмтәлә, уҡытыусы уларҙың имтихан баһаһын бер балл кәметеп ҡуйған.
Зарина.