Һаҡмар
+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Иң-иңдәр билдәләнде

Сара сағыулығы һәм юғары кимәлдә үтеүе менән айырылды...

Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде

Йәштәр эштәре буйынса комитет үткәргән "Эшсе ир-егет һәм эшсе ҡатын-ҡыҙ" район һөнәри конкурсы матур бер традицияға әүерелде. Быйыл да был конкурс Баймаҡ районының 12 йәш, әүҙем, тырыш, үҙ эшенең оҫталарын берләштерҙе.

4 этаптан торған конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәренең һөнәри белемдәрен, һәләттәрен күрһәтте, төрлө һорауҙарға яуап биреп, теге йәки был ситуациянан сығыу юлдарын эҙләне һәм, әлбиттә, тәжрибә серҙәре менән уртаҡлашты.

Жюри ҡарары буйынса "Эшсе ир-егет - 2022" исеменә Баймаҡ ҡалаһы үҙәк ҡала дауаханаһы шәфҡәт туташы Сафиуллин Данил һәм "Эшсе ҡатын-ҡыҙ - 2022" исеменә Баймаҡ ҡалаһының "Күбәләк" балалар баҡсаһы логопеды Үтәғолова Илүзә лайыҡ булды! Башҡа конкурсанттарға I, II, III дәрәжә дипломдары, номинациялар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.

Һис шикһеҙ һәр конкурсант үҙ эшенең оҫтаһы, конкурс барышында үҙҙәрен һынатманы.

Сараға йәм, конкурсанттарға дәрт-дарман өҫтәп көйәрмәндәр торҙо. Үҙҙәренә оҡшаған ҡатнашыусылары өсөн ихлас "янды" улар.

"Сараға килгән ҡунаҡтарыбыҙға, жюри ағзаларына һәм спонсорҙарыбыҙға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ!"- тине йәштәр комитеты рәйесе Заһит Ғүмәров.

Иң-иңдәр билдәләнде
Иң-иңдәр билдәләнде
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: