Һаҡмар
+24 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
18 Февраль 2022, 12:20

Сабыйға исем ҡушыу

Бала донъяға килеүен ишеткәс, тейешле доға уҡыла. Бәпескә исем ҡушыуға ла етди ҡарарға кәрәк. 

БАЛАҒА ИСЕМ ҠУШЫУ.
Бала тыуҙы... Татыу, берҙәм, тигеҙ ғаилә өсөн бынан да артыҡ ҙур шатлыҡтың булыуы мөмкинме икән!
Бала тыуыуҙы ишеткәс, түбәндәге доға уҡыла:
Аллаһүммәж-ғәлһү барран үә әнбитһү фил-исләми нәбәтән хәсәнән үәжғәлһү мәсғүдән фид-дүнйә үәл-әхирәһ.
Мәғәнәһе: «Әй, Раббым, был баланы изге ит. Уны күркәм һәм гүзәл итеү менән Ислам динендә үҫтер һәм уны донъя үә әхирәттә бәхетле- сәғәҙәтле ҡыл».
Бер-ике аҙнанан һуң, һис шикһеҙ, балаға үҙебеҙҙең мөбәрәк милли исемдәр хазинаһынан ғүмер буйы юлдаш буласаҡ исем ҡушыу тантанаһын үткәрәбеҙ.
Баланы йыуып, пак кейем кейҙереп, яҫтыҡ өҫтөнә һалабыҙ, аяҡ¬тарын ҡибла тарафына йүнәлтәбеҙ. Исем ҡушыусы, һүҙ юҡ, таһәрәтле хәлдә булырға тейеш. Аллаһы Тәғәләгә хәмед-сәна әйтеп, пәйғәмбәре¬беҙгә ун мәртәбә салауат уҡыйбыҙ:
«Сүбхәнәкә Аллаһүммә үә бихәмдикә үә тәбарәкәс-мүкә үә тәғәлә жәлдүкә үә лә иләһә ғәйруҡ».
Мәғәнәһе: «һиңә дан булһын, әй, Аллаһ, һәм маҡтау һиңә! һинең исемең мөбәрәк һәм юғары, һин — Бөйөк, һинән башҡа илаһ юҡ!»
Балаға исем ҡушыусы баланың башына ҡаршы аяҡ өҫтө баҫа. Шунан һуң уң яғына ауышып, аҙан әйтә лә, уң ҡолағына табан эйелеп: «Был сабыйҙың исем-шәрифе (фәлән улы фәлән, йәиһә фәлән ҡыҙы фәлән) булһын», — тип өс мәртәбә әйтә һәм ҡолағына өрә. Һул яғына ауышып, иҡамәт төшөрә һәм баланың һул ҡолағына өс мәртәбә: «Был сабыйҙың исем-шәрифе (фәлән улы фәлән, йәиһә фәлән ҡыҙы фәлән) булһын», — тип ҡолағына өрә.
Рауил Үтәбай-Кәримиҙән

Сабыйға исем ҡушыу
Сабыйға исем ҡушыу
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: