Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
13 Февраль 2022, 19:30

Ҡайттым

Ағайым ҡайта! Еңгәм бәхет күгенең етенсе ҡатында...

Таңһылыу Ғәйнуллина
Ҡайттым

Бала сағымдағылай, бәпкә үләне менән ҡапланған ишек алдынан үттем. Әсәйемдең галоштарын күргәс, оҙаҡ эҙләгән йән дауаһын тапҡандай ҡыуандым. Ниндәй рәхәтлек, ниндәй кинәнес. Шул саҡ миңә ҡаршы сыҡҡан әсәйемдең тауышы ишетелде: «Өн менән төш буталып бөттө, балаҡайым... Ниндәй елдәр ташланы? Ҡайҙа килен, балалар? Көтә, көтә, ни уйларға ла белмәй башланым... Хәҙер инде бер аяғым бында, икенсеһе тегендә, тигәндәй», – тип һөйләнә-һөйләнә, ҡулдарымдан һөйҙө. Уны эйелеп ҡосаҡлап, оҙаҡ торҙом. Шул хәтлем кесерәйгән – шау һөйәк... Ирекһеҙҙән, күңелем йомшарҙы, күҙгә йәштәр эркелде. Күпме борсолоуҙар, хәсрәт-ҡайғылар алып килдем мин һиңә, әсәкәйем. Эй-й, ул ғынамы һуң?..

– Ағайым ҡайҙа?

– Өйҙә.

Тупһаны ашатлап ингәс тә ағайымды еңелсә ҡосаҡлап алдым. Ул миңә һораулы ҡараш ташланы, әммә бер һүҙ ҙә өндәшмәне. Ни уйлағанын тойҙом шулай ҙа. Күпме йылдар үтһә лә, бер-беребеҙҙе һаман да элеккесә, йән-тән берлеге аша һүҙһеҙ ҙә аңлайбыҙ икән. Күстәнәстәремде өҫтәлгә өйөп һалғас: «Аҡыл ғүмер буйына мыҫҡаллап инә икән ул кешегә», – тигән булдым, тәү сирҡаныс алғандай. Артабан ни әйтергә белмәй:

– Ағайымдың йорт-ҡураһы шәп... Донъяны яңыртҡан, – тигән булдым. Ул һынамсыл ҡарашын йәнә төбәне иҙәнгә. Әллә минең урынға ул уңайһыҙлана – билдәһеҙ... Һүҙҙәр ялғанмағанын һиҙеп, әсәйем: «Миндә сыҡмаған йән генә ҡалған, үлеп-нитеп китһәм, теге донъяла тыныс ята алмам, ахрыһы. Уйындан уймаҡ сығарҙығыҙ ҙа... Ике туған ыҙғыша – атҡа менһә яраша, ти торғайны боронғолар. Саҡ менән Суҡ булыр өсөн үҫтермәнем мин һеҙҙе...»

Күренеп тора: йыуанысты эштән тапҡан ағайым. Ғүмер буйы йыйылған ҙур донъя... Ә күңелендә боҙ һалҡыны, ай-һай, хәҙер уны иретеп булыр микән? Беләм, мин ғәйепле: үкенес, үкенес... Ағайым да минең уйҙы уҡыған һымаҡ, бер миңә, бер әсәйгә күҙ һирпеп, ҡарашын тәҙрә аша бушлыҡҡа төбәне. Әсәйем:

– Берегеҙҙе икенсегеҙ алыштырып йөрөй алмаҫ хәҙер. Оҡшашлығығыҙ юҡҡа сыҡҡан инде: берегеҙ миңә, икенсегеҙ атайыңа тартҡан, – тип ҡуйған булды.

Мин ҡапыл бер тында әйтеп һалдым:

– Мин тормошомдағы иң ҙур хатамды танып, тубыҡланып ғәфү һорарға ҡайттым, ағай! – Насарлыҡ уйлай белмәгән ағайым «Хәҙер инде уның кәрәге юҡ» тигән һымаҡ, күңелһеҙ йылмайҙы ғына. Йәнем-тәнем менән тойҙом уның яуабын. Унан күҙҙәремә тура ҡараны:

– Ҡайҙа йөрөнөң һанһыҙ ғүмерҙәр буйына?

– Әллә нисек килеп сыҡты... Шулай...

– Бурҙар урлашҡан ерен онотмай, әйләнеп килеүсән...

– Улай уҡ ярамаҫ ...

– Яңы өйрәнгән икәнһең айырырға ярамайҙы...

Был һүҙ ҡәһәре ҡылыстай киҫте мине. Аңы-аҡылы тарҡаулана башлаған кешеләй, ни тип яуап бирергә белмәй, аптыранып, әсәйемә ҡараным.

– Йә! Ҡайҙа йөрөнөң? – тине ул да түҙемһеҙләнеп.

– Ах, был ниндәй осрашыу булды әле? Һағынып ҡайтҡайным да мин һеҙҙе...

Ағайым тағы йылмайҙы:

– Мөхәббәте мул кешенең балалары ла ишлелер...

– Бары-юғы бер ул үҫтерҙем. Әсәһенең бер ҡулы майҙа, бер ҡулы балда булһа ла, түҙмәне рәхәт тормошҡа. Бер ҙур бизнесмендың шоферы менән сыуалып, ҡайҙалыр юғалды. Былай... Мин дә...

– Аб-ба... ана бит... ана... Фатихаһыҙ булғас, – тип, бер миңә, бер ағайыма ҡараны әсәйем. Өйҙә йәнә уңайһыҙ һиллек урынлашты.

Ағайым инде йылмаймай:

– Минең малай әсәһе менәнме?

– Нисек, малайың?

– Әйтмәнеме ни?

– Аңламайым...

– Ул балаға уҙған ине...

Сүп өҫтөнә сүмәлә, тигәндәй, быға тиклем тойолмаған ысынбарлыҡтың тулҡыны таш ярырлыҡ булһа ла, артыҡ сарғаҡланып һүҙ ҡуйыртманыҡ, шымдыҡ... Кем нимә уйлағандыр...

Ә мин бөртөк кенә улымды уйлап, йөрәгемде ҡуҙғыттым, ҡабындырҙым, зиһенем буталды... Бөтөнләй телһеҙ ҡалдым... Ҡолағым шауланы, күҙем бәйләнде. Әле ишеткән ауыр һүҙҙәр ҡойононда аҙашып, айный алмай, күпме өнһөҙ ултырғанмындыр, әйтеүе ҡыйын. Артабан, аяҙлы-болотло уйҙар дауылынан ҡотолоп, һәр ваҡыттағыса үҙемдән үҙем һораным: был тормош нишләп былай булып сыҡты һуң әле? Яуап эҙләгәндәй, артта ҡалған йылдар һуҡмағына осто күңелем...

Июнь урталарында беҙҙең урамға ҡыҙыл күлдәкле, хатта туфлие лә ҡып-ҡыҙыл, һап-һары сәсле, йәшел күҙле Розалина исемле ҡыҙ килгәйне. Барыбыҙҙың да күҙе ҡунаҡ ҡыҙҙа. Кемдең ҡармағына эләгер? Уйламаҫтан, һары баш артынан иң шәп йүгергәне ағайым (ул минең игеҙәгем ул, саҡ ҡына алдараҡ тыуған) булды ла ҡуйҙы, ә миңә барыбер һымаҡ. Уның бер ҡыҙға ла күҙ һалмауына өйрәнеп тә бөткәйнек ул саҡта. Ә был юлы урамдың иң шәп егетенә әйләнде лә ҡуйҙы. Ә мин телгә оҫта, сосораҡ булһам да, уның янында йөрөгән бер бахыр, шәүлә...

Бер көн тоттом да шаяртырға булдым: «Һинең урынға киноға барайым әле, ирмәк булһын... Беҙҙе ул барыбер айырмай, оҙатайым теге сибәркәйҙе. Бер кем дә һиҙмәҫ...» Ғәҙелһеҙлектән изгелек, йәмһеҙлектән матурлыҡ эҙләй торған ғәҙәте бар ағайымдың: өндәшмәне, йәтешле итеп, шым ғына йылмайҙы. Миңә етә ҡалды: шул көндән башлап, ирмәктән ҡыҙыҡ эҙләп, аны-быны уйламайынса, һары баштың артынан бер тотам да ҡалмайынса йүгерә башланым...

Шулай йөрөй торғас, мауыҡтым мин. Кинонан һуң Розалинаны оҙатып ҡуйғас, өй эргәһендәге эскәмйәлә оҙаҡ ултырам, китә алмайым, ҡаҙаҡлап ҡуялармы ни. Ул йоҡлаған өй нигеҙе эргәһендә ултырыу күңелемә рәхәтлек бирә. Урам һилгә ҡалып, аяҡ тауышы тынғас, йәнем тынысланып ҡайтып китәм. Янына ағайым килеп ҡуймағайы, йәнәһе.

Һәр нәмәнең башы булған һымаҡ, яҡын йөрөй аҙағы ла. Шулай, һөйөүем «температураһы» өтөп йығыр мәлгә еткәс, утҡа баҫҡан бесәй кеүек, борғаланып-һырпаланып ҡайтып индем дә: «Мин кәләш алам», – тинем өйҙәгеләргә. Әсәйем: «Аб-ба, үәт эштәр ... икегеҙ бер юлымы?» – ти. Бығаса тып-тыныс йөрөгән ағайым:

– Башта – мин! – тимәһенме.

Шул мәл әсәйем дә ҡырт киҫте: «Ағайың алдан».

Мине уттарға һалып, ағайым йортҡа кәләшен алып ҡайтты – Розалинаны...

Күпмелер ваҡыттан һуң былар минең туйҙы ашыҡтыра башланы. Төнө буйы керпек ҡаҡмай сыҡтым. Әсәй ҙә өҙмәй ҙә ҡуймай: «Һөйгән йәр – һөйәгең елеге бит ул. Көттөрҙөк ... Ағайың эшкә китмәҫ элек...»

Һәр ваҡыттағыса, ағайым оҙон аҡса артынан китте Себер яҡтарына. Дин юлында йөрөгән әсәйемде көн дә тип әйтерлек саҡыралар аят аштарына. Ә мин эштән һуң, бер кемгә лә әйләнеп тә, боролоп та ҡарамайынса, туп-тура өйгә йүгерәм. Сөнки бер генә минутҡа ла еңгәм уйымдан сыҡмай, уның йондоҙ булып балҡыған күҙҙәрен күргем килеп тик тора. Элек икмәк киҫеп, сәй яһап эсмәгән мин бөтөн өй эштәрендә еңгәмдең ярҙамсыһымын. Юҡ, юҡ, уның наҙлы ҡарашын да, миңә ҡарата яңылыш ҡына йылмайыуын да өмөт итмәйем, хатта өнәмәйем дә, кәрәкмәй ҙә... Беләм үҙ урынымды. Секунд һайын, ул ағайҙыҡы, ярамай, тигән фекер мейемде сүкей. Һоҡланып та бер һүҙ ысҡындырмайым, яңылыш та ҡағылмайым, хатта тура ҡарамаҫҡа ла тырышам. Үҙе аңғармағанда ғына йоҡо бүлмәһенең ҡыҫыҡ ишеге аша уны күҙәтәм. Аһ! Ниндәй илерткес тамаша. Ҙур көҙгө алдына барып баҫыуы, сәсен тағатыуы, сисенеүе, утты һүндереүен стена аша тоям, хатта уның менән бергә йоҡлап китәм кеүек... Әйтергә түгел, төрлө хистәр ҡайнаша: уның матурлығынан көнләшәм – сәмемә тейә. Күңелемә ят, уҫал, хәсрәтле бер уй оялай башлағанын да һиҙәм, әммә ләкин уға ҡаршы көрәшә алмайым – көсһөҙмен. Еңгәмдең бығаса бер кем дә белмәгән тылсымы йәки берәй сихыры бар микән әллә, тип уйлайым. Янам, көйәм... Шулай көн артынан көн уҙҙы. Ағайҙы көтәбеҙ. Тик өҫөбөҙҙә өс төрлө хәсрәт. Еңгәм ағайҙы көтһә, минең уйым еңгәмдә. Ә әсәйем әйләнгән һайын бер үк хәбәрҙе тылҡый: «И-и-и, ғәзиз апаҡайым түшәк тартып ята, ҡарар кешеһе юҡ, мин тәрбиәләргә тейеш бит...»

...Ағайым ҡайта. Еңгәм бәхет күгенең етенсе ҡатында. Ашын, бәлешен бешергән, затлы кейемдәрен кейгән, аяғы ергә теймәй, ишек менән тәҙрә араһында ике күҙе. Күп тә үтмәй, телефоны зыңлай. Теге остан: «Тағы бер айға ҡалдырҙылар, төҙөгән комплексты тапшырып өлгөрмәнек». Был яҡтан еңгәм: «Һағындым, артыҡ түҙеп, былай йәшәү мөмкин түгел, һине көтөп көтөк булдым», – тип шым ғына илап ебәрҙе. Бәхет менән тулған йорттоң һауаһын ағыуланылармы ни. Бәхеткәме, бәхетһеҙлеккәме – ул мең ҡат ғазапҡа батып, илап ултырһа ла, мин уны ләззәтләнеп күҙәтеүҙән һис тә тартынманым.

Ә еңгәм түҙемлеген юғалтып, өмөтөнән төңөлгән кешеләй, шарт-шорт баҫып, инде лә бикләнде үҙ бүлмәһенә. Насар башланған кистең төнө лә тынысһыҙ булды: әсәйемдең бер туған апаһы, инәйебеҙ, мәрхүм булып ҡалды. Уны һуңғы юлға оҙатыр өсөн, илап-һыҡтап, ауылға юлланғайны ул кисте әсәйем. Ете төн уртаһында ҡапыл көслө ел сыҡты. Бөтә нәмәне дер һелкетте, хатта күрше йорттоң ҡыйығын алып бырағытты. Ҡайҙалыр нәмәлер ауҙы, бикле торған тәҙрәләр шартылдап асылды. Был ни хәл? Еңгәмдең бүлмәһен йәшен һуҡтымы ни! Бара килеп бүлмәһен асып ебәрһәм, ни күрәм – еңгәмдең иҙәндән түшәмгә тиклем һуҙылған ҙур көҙгөһө селпәрәмә һибелгән, үҙенең ҡото алынған. Йәлләнем. Үҙем дә һиҙмәҫтән, ҡосаҡлап алдым. Шул мәл әллә шайтан ҡотортто, һә тигәнсе, гөрт итеп тоҡандым –әйләндем Иблискә. Эйе, эйе, тап шул минутта тотанаҡһыҙ дәртемдең ялҡыны ялманы икебеҙҙе лә. Ул минең ҡосаҡта башы-тояғы менән әүәләнергә әҙер баллы-татлы шәрбәт ине. Мин унан айырыла алмай ғазапландым. Ах, ул татлы минуттарҙың аҙағы әсе, бик әсе булды. Таң һарыһы менән ағай ҡайтҡанда беҙ һаман да бергә инек әле...

Ул саҡтағы ағайымдың аптыраған, меҫкен йөҙө күҙ алдыма баҫты: беҙҙе күргәс, ике ҡулы менән күҙҙәрен ҡаплап, иҙәнгә сүгеүе, унан йәшен тиҙлегендә урамға атлығыуы... Әле шуларҙың барыһын да яңынан кисереп, ағайымдан ғәфү үтенәм:

– Мин – иҫәр... Ни ҡылғанмын... Ғүмерем буйы күңелем тынғылыҡ тапманы. Һинең ҡарашың эҙәрлекләп тик торҙо. Ағай, хәлеңдән килһә кисер мине...

Ике битем ут булып яна, маңлайымдан атылған бөрсөк-бөрсөк тирҙәр яңаҡтарымды йыуа. Шул саҡ ағайым мине ҡосаҡлап алды:

– Булыры булған, ҡустым, уҙыры уҙған... Ярай, әсәйҙе рәнйетмәйек. Ул һине бик оҙаҡ көттө.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, сәй табыны әҙерләп маташҡан әсәйемдең кәүҙәһе турайып китте:

– Донъя бит ул... Ят ярлыҡамаҫ, үҙеңдеке үлтермәҫ... Йә, әйҙәгеҙ, сәйгә...

Ҡайттым
Ҡайттым
Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: