Һаҡмар
+29 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
19 Декабрь 2021, 19:05

Мәңгегә үпкәләне

Дуҫ ырғып торҙо ла, йүгереп барып бесәйен, кухняға инеп тортты алды ла балкондан һикерҙе...

Дуҫымда үткәргән Яңы йылды бер ҡасан онотмаясаҡбыҙ. Беҙ уны эштең аҙағында уҡ билдәләй итә башланыҡ. Унан бер нисә коллеганы алып, дуҫтың фатирына килдек. Ул беренсе ҡатта йәшәй. Килгәс мәжлес дауам итте, уға йыр-бейеү ҡушылды. Артығын “тейәгән” дуҫ йоҡлап киткәс күңелһеҙ булып китте. Беҙ уның өйөндә ҡунаҡта бит, ә ул иҫһеҙ тигәндәй ята. Дуҫты шаяртырға булдыҡ. Уны сисендереп һалдыҡ та, бер тимер биҙрә эсендә ҡағыҙ яғып төтәттек тә, “Янғын! Янғын! Хәҙер күршеләрҙең плитәһе шартлай!”- тип төрткөсләп уята башланыҡ. Дуҫ ырғып торҙо ла, йүгереп барып бесәйен, кухняға инеп тортты алды ла балкондан һикерҙе. Тышта – ҡыш! Ул – яланғас! Бер ҡулында бесәйе, икенсеһендә торт. Көлкөнән үлә яҙҙыҡ. Һуңынан уны көскә тынысландыра алдыҡ. Беҙҙең менән оҙаҡ һөйләшмәй йөрөнө. "Мәңгегә онотмаясаҡмын, үпкәләнем" ти хәҙер ҙә хәтеренә төшөрһәң)

Альберт.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: