Мәктәптәрҙә шаулап-гөрләп уҡыу йылының икенсе сиреге башланды. Оҙайлы каникулдан һуң мәктәпте һағынып, уҡырға ашҡынып барған балаларҙың кәмеүе лә бер кем өсөн дә асыш түгелдер. Ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәләре, уҡытыусыларға аңлашылмаған үҙ донъяһында йәшәй. Был ғаиләләрҙә аңлашылмаусанлыҡ, ҙур проблемалар тыуҙыра.
“Икенсе сирек башланды. 12 йәшлек улым менән проблемалар ҙа яңынан ҡалҡып сыҡты. Уҡырға бөтөнләй теләге юҡ, күп фәндәрҙән өлгәшмәй. Иртәнсәк өйҙә һуғыш, уятып булмай. Мәктәпкә көсләп ебәрәм Уҡытыусылар: “Балағыҙ дәрестә йоҡлап ултыра”,-тип зарлана. Интернетты һүндереп, телефонын тартып алып ҡараным, тик улым үҙенә ҡул һаласағы менән ҡурҡыта. “Һин минең донъялағы берҙән-бер ҡыуанысымды тартып алдың!”-тип ярһып илай. Ирем икенсе ғаилә ҡороп йәшәй, улында эше лә юҡ. Балам таңғы алты, етегә тиклем йоҡламай интернетта уйындар уйнай, ә ял көндәрендә бөтөнләй йоҡламай ҡаҡшата. Ә бер нәмә әйтеп булмай, агресссив ҡылана башлай. Психологтарға барып ҡараныҡ, бер кем дә ярҙам итә алманы. Нимә эшләргә миңә? Һәр иртәне ҡурҡып ҡаршы алам, нервым бөттө. Сөнки иртәнсәк өйҙә көн дә һуғыш улым менән. Улым менән көрәшергә хәлем дә, нервым да ҡалманы”,-тип аҙарынып яҙа бер әсә.
Әлбиттә, психологтарға бер-ике мәртәбә барыу менән, был проблеманы хәл итеп булмай. Иң тәүҙә әсәгә үҙенә тынысланырға кәрәк. Баланың интернет менән мауығыуы, өҫтәүенә уның үҫмер мәле бергә ҡушылыуы – ысынлап та ҙур һынау. Бындай күренештәр күп ғаиләләрҙә күҙәтелә. Ата-әсәләр менән һөйләшкәндә лә: “Шул компьютер өсөн күпме ғауға булды. Ике йыл тирәһенән һуң үтте. Улыбыҙ хәҙер бөтөнләй икенсе” йәки “Ҡул һелтәнек. Беҙгә йәшәргә түгел, һинең тормошоң, теләһә нәмә эшлә, тинек. Сөнки бер бала өсөн өйҙә күпме талаш сығарырға мөмкин”,-тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә.
Ә үҫмерҙәр менән эшләгән психологтар ниндәй кәңәштәр бирә? Һеҙҙең иғтибарығыҙға ошо өлкәнең алдынғы белгестәренең уй-фекере.
Барыһы ла ата-әсәнең кескәй балаға телефон, башҡа гаджеттарҙы биреүенән башлана. Өлкәндәргә рәхәт, бәләкәс шуҡлыҡтары, һорауҙары менән аптыратмай, бер урында ҡатып тик ултыра. Тиҙҙән бала интернетты тулыһынса өйрәнеп ала һәм ошо киңлектәге күпкә ҡыҙыҡ, сағыу тормоштан кинәнес таба башлай. Хәҙер инде ата-әсә уны башҡа нәмәгә йәлеп итергә маташа, тик килеп сыҡмай. Шунан башлана ла инде ғаиләге талаш-ирештәр.
Күп белгестәр интернет уйындарҙың ҡолона әүерелгәндәрҙе (ә улар араһында урта, оло быуын кешеләре лә бар), эскеселәр, наркомандар менән бер рәткә ҡуя. Сөнки уйынһыҙ ҡалған кеше үҙ-үҙен тота алмай, агрессивҡа йәки илаҡҡа әүерелә. Баланың интернет уйынына ныҡ бәйле (игровая зависимость) булыуының билдәләре ниндәй һуң?
Ул тик уйын хаҡында ғына һөйләшә һәм һөйләй.
Уны уҡыу бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай, элек йөрөгән секция, түңәрәктәренә лә барырға теләмәй.
Бала бар буш ваҡытын интернетта үткәрә. Компьютер, галжеттарҙан айырыу унда агрессия, ярһыуға, илауға килтерә.
Баланың холҡо ныҡ үҙгәрә: ул берсә шаян, берсә шым, берсә күңел төшөнкөлөгөнә бирелә.
Ул ваҡытын контролдә тота алмай. “Ике сәғәт кенә ултырам да”,- тигәне, интернетта көнө буйы булыуға килтерә.
Бала тышҡы ҡиәфәте артынан күҙәтмәй башлай: тешен таҙартмай, йыуынмай, нимә кейһә лә барыбер.
Уның дуҫтары юҡ, бер кем менән аралашмай. Тик интернет “дуҫтары” ғына бар.
Хәтере насарая башлай. Ул бер нисә, сәғәт элек нимә әйткәнен иҫләмәй.
Әгәр һанап үтелгән билдәләрҙең өсәүһе генә лә балала күҙәтелә икән, тимәк, ул интернет донъяһы менән үтә ныҡ, ауырыуҙарса мауыға башлаған.
Интернетта бар балалар, үҫмерҙәр ултыра. Шулай булғас ниңә ҡайһы берәүҙәр уның ҡолона әүерелә, ә икенселәр теләгән ваҡытта уйындан сығып, башҡа шөғөлдәр менән дә мәшғүл була? Был баланың характерына бәйле. Үҙ-үҙенә ышанмаған, иғтибар етмәгән, үҙен башҡаларҙан кәм тойған, ата-әсә йәки башҡа ололарҙың ҡыҫымына алынған, туҡмалған бала виртуаль донъяны тиҙ генә үҙ итә. Башҡа ерҙә аңламайҙар, ә бында ул үҙ кеше. Шунан башлана ла инде интернет ҡоллоғо.
Балаға нисек ярҙам итергә һуң? Иң тәүҙә компьютер, телефон, башҡа гаджеттарҙы тартып алыу, интернетты һүндереүҙән тыйылығыҙ. Бының менән һеҙ балағыҙҙың ҡан дошманына әүереләсәкһегеҙ. Баланы интернетта нимә, ниндәй уйындар һәм ни өсөн ҡыҙыҡһындырғанын аңларға тырышығыҙ, бергә инеп ҡарағыҙ. Балағыҙға ҡысҡырмағыҙ, уны ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Ул интернетҡа һеҙҙең “ярҙамығыҙ” менән барып ингәнен онотмағыҙ. Кем үҙенең тыныслығын уйлап, баланың ҡулына гаджет тоттторҙо? Һеҙ түгелме ни? Һөйләшеү өсөн уңайлы ваҡытты һайлағыҙ. Уның мауығып уйнап ултырған ваҡытында “Миңә һинең менән етди һөйләшер кәрәк” тиеүегеҙ бер нәмәгә килтермәйәсәк. Спорт секциялары, бейеү, башҡа хәрәкәтте талап иткән түңәрәктәр менән ҡыҙыҡһындырырға тырышығыҙ. Сөнки хәрәкәт иткән баланың оҙайлы ваҡыт компьютерҙа ултырырға хәле лә, теләге лә ҡалмай. Баланың өйҙә үҙ бурыстары булырға тейеш: саң һөртөү, иҙән йыуыу, эт-бесәйҙе ҡарау һ.б.
Ҡайһы бер үҫмерҙәр интернетты уйнау өсөн түгел, ә үҫеш өсөн ҡуллана. Улар араһында виртуаль донъя аша аҡса эшләүселәр бихисап. Шуға күрә балағыҙҙы программист һәм компьютер менән бәйле башҡа һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә этәрегеҙ. Замана технологиялары йылдан-йыл үҫешә генә барасаҡ. Шуға күрә һәр кемгә компьютерҙы мотлаҡ белергә кәрәк.
Ә хат менән мөрәжәғәт иткән әсәгә өҫтәп шуны әйтке килә: һеҙгә мотлаҡ психологҡа йөрөргә кәрәк. Атай кеше һеҙҙең менән йәшәмәй икән, тимәк, улығыҙға хәҙер ғаиләгеҙҙәге күп нәмә өсөн ул да яуаплы икәнлеген аңлатығыҙ. Үҫмерҙәрҙе ниҙер өсөн яуап биреү тойғоһо тулыһынса үҙгәртә. 12 йәшлек малайға магазинға йөрөү, төшкө һәм киске ашҡа нимәләр бешереү өсөн меню төҙөүҙе тапшырырға була. Хатта ниндәйҙер бер сумманы биреп, ошо аҡсаның өс көнгә аҙыҡ-түлеккә етергә тейеш икәнлеген белдереү, балаларҙы шунда уҡ етдиләндереп ебәрә. Улығыҙҙан күберәк ярҙам һорағыҙ. Һеҙгә нисек ҡыйын булғанын да һөйләргә лә тартынмағыҙ. Тик һөйләшеп кенә һеҙ уртаҡ фекергә һәм аңлашыуға килә аласаҡһығыҙ. Психологтар хәҙер мәктәптә лә, уларҙың махсус хеҙмәте лә (Россельхозбанк бинаһының беренсе ҡатында) бар. Иң тәүҙә үҙегеҙ мөрәжәғәт итеп, үҙегеҙҙең уй-кисерештәрегеҙҙе аҙағына еткерегеҙ. Унан психолог улығыҙ өсөн дә айырым сәғәттәр тәғәйенләр. Тартынмағыҙ! Был проблема хәҙер балалары булған һәр йортта тиерлек бар.
Баласаҡ – тиҙ генә үтеп китә торған мәл. Шуға күрә ҡыҙҙар һәм малайҙар ата-әсәһе менән уртаҡ тел табып, рәнйемәй үҫһен. Шул саҡта улар үҙҙәренең киләсәген дә матур итеп төҙә алыр.
Гүзәл Иҫәнгилдина.