Баймаҡ районы хакимиәтенең ултырыштар залында Йәштәр комитеты өр-яңы проект тәҡдим итте. "МИН УҢЫШЛЫ КЕШЕ" тип аталған түңәрәк өҫтәлгә районыбыҙҙың йәш, әүҙем, уңышлы вәкилдәре йыйылды.
Сараны район хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса беренсе урынбаҫары Айнур Басир улы Кәримов асты.
Урал аръяғы йәмәғәт башланғыстары союзы рәйесе Солтанов Иҙел Миндиәр улы, шәхси эшҡыуарҙар Ишбулатов Руслан Альберт улы, Валюхова Лиана Рауил ҡыҙы, Хажиахмәтов Динислам Илшат улы, "Саптар" өлгөлө хореография студияһы етәкеһе Бакиров Радик Шамил улы, Республикабыҙҙың төп телеканалының "Сәләм" тапшырыуы етәксеһе, алып барыусы Юнысов Наил Тәлғәт улы, психолог Сәлихова Ғәлиә Әхәт ҡыҙы, блогер, стюрдесса Хәсәнова Шәүрә Әхәт ҡыҙы саҡырылды. Спикерҙар ҡатнашыусыларға үҙҙәренең тормош юлы хаҡында һөйләне, кәңәштәрен бирҙе һәм "уңыш" серҙәре менән бүлеште.
Түңәрәк өҫтәлгә онлайн платформа "ZOOM" аша ла ҡушылыу мөмкинселеге лә булдырылды. Онлайн рәүештә Башҡорт дәүләт университеты студенттары ҡатнашты.
Беҙҙең уйлауыбыҙса, ошондай осрашыуҙар бик кәрәк, сөнки йәштәр бер-береһе менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша, яңы мөмкинселектәр аса, үҙҙәренә күп файҙалы кәңәштәр ала.