Һаҡмар
+20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бергә уҡыйбыҙ!

“Хөрмәтле әсәй, һеҙҙең тырышлығығыҙ менән улығыҙ тарихтан белемһеҙ ҡалмаҫ ул. Зачет!”-тине лә, компьютерҙан юҡҡа сыҡты.

Студенттарҙың дистанцион уҡыуы ҡатмарлы ла, ҡыҙыҡ та булып китә. Апайымдың улы икенсе курста. Өйҙән уҡый. Тынғыһыҙ апайыма был өҫтәмә мәшәҡәт булып сыҡты. Юҡ, ҡустым тырыш ул. Тик апайым уны нимәнелер яңылыш яҙып, насар билдә алыр тип ҡурҡа. “Был һиңә мәктәп түгел бит”,-тиеү ҙә туҡтатмай уны.

Бер көн ҡустым компьютер алдына ултырып тарихтан уҡытҡан остазының һорауҙарына яуап бирә башланы. Апайым экранға күренмәй генә ситтән ҡарап тора. Ҡусты яуап бирә башлаһа, ул: “Яңылыш әйттең бит! Ана, теге фактты төшөрөп ҡалдырҙың!”-тип бышылдай. Апай тәүҙә әкрен генә төҙәтеп маташһа, тора-бара ҡысҡырыбыраҡ һөйләнә башланы. Шул саҡ уҡытыусы: “Хөрмәтле әсәй, һеҙҙең тырышлығығыҙ менән улығыҙ тарихтан белемһеҙ ҡалмаҫ ул. Зачет!”-тине лә, компьютерҙан юҡҡа сыҡты. Ҡустым асыулана, ә апайым бик ғорур йөрөй хәҙер.

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: