Бөтә яңылыҡтар

Барыһы ла был хаҡта хыяллана

Шуға күрә бер нисә егет менән йөрөп, уларҙы үҙ-ара һуғыштырам ғына!..

Кисә тыуған көнөмдө үткәрҙем. Яңғыҙым. Сөнки тыуған көнөмдө мин шулай үткәрегә яратам. Дуҫтар, туғандар һуңынан ҡот лай. Улар ҙа белә: тыуған көнөмдә мин юғалам. Иң матур күлдәгемде кейәм, иң ҡиммәтле шарап алам һәм фатирыма бикләнәм. Һәм ошо минең иң бәхетле көнөм.

Егетең юҡмы тиерһегеҙ. Бар һәм улар бер нисәү. Миңә шулай оҡшай. Былай ғына осраша алмайым. Егетем менән берәй ергә барһаҡ юрамал икенсе егеттәр менән флирт башлайым. Янымдағы егет мине ҡыҙғанып, болара башлаһа, миңә шул тиклем рәхәт. Әллә нисәмә көнгә адреналин! Әгәр инде бер-береһе менән минең өсөн һуғышһалар! Был минең өсөн иң ҙур адреналин. Мин күккә олғашҡандай булам. Шуға күрә бер нисә егет менән йөрөп, уларҙы үҙ-ара һуғыштырам ғына! Яңы йылды ике сәғәт һайын береһе менән ҡаршыларға уйлайым. Кафела. Нисек килеп сығыр, белмәйем. Әммә шул хаҡта уйлаһам, рәхәтлектән аҡылдан шашыр сиккә етәм. Үҙемә лә эләгә ҡайсаҡ, ныҡ ҡыҙғанған егетем тондорғаны бар. Шуға күрә үҙем менән һәр саҡ запас күлдәк алып йөрөйөм. Ҡан сәсрәһә, йәһәт кенә алмаштырып алам. Мине ғәйепләргә ашыҡмағыҙ. Һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе өсөн бер өйөр һуғышҡандарын теләй. Тик өндәшмәйҙәр генә. Шулай бит?)))) Эмма

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас: