Һаҡмар
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Конспект өсөн!

Төркөмдәштән көскә конспекттарын һорап алдым. Шул саҡ боролошта бер егет сумкамды тартып алды, ә унда аҡса ла, башҡа әйбер ҙә юҡ. Тик конспекттар алтынға тиң ине. Сөнки бар төркөмдән тик ошо ҡыҙ ғына бар лекцияларға йөрөй һәм уларҙы яҙып бара ине...

Мин студент саҡта булды был хәл. Иртәгә имтихан тигән көндө кискеһен ҡайтып барам. Төркөмдәштән көскә конспекттарын һорап алдым. Шул саҡ боролошта бер егет сумкамды тартып алды, ә унда аҡса ла, башҡа әйбер ҙә юҡ. Тик конспекттар алтынға тиң ине. Сөнки бар төркөмдән тик ошо ҡыҙ ғына бар лекцияларға йөрөй һәм уларҙы яҙып бара ине. Мине нимә көтәсәген аңлап, бурға сат йәбештем дә, уны туҡмай башланым: “Бир, бир, унда конспекттар ята!”

Көтөлмәгән хәлдән егет юғалып ҡалды һәм ергә ҡолап, ун метрҙай тигәндәй шыуышып барҙы. Минең шул тиклем йән көйгән ине, тегене ятҡан еренән берҙе тибеп ебәрҙем. Хәҙер уйлаһам, оят булып китә. Уның ҡарауы имтиханды тапшырҙым. Ә урлана яҙған конспекттар бар төркөмгә ярҙам итте.

Читайте нас: