Һаҡмар
+2 °С
Облачно
Антитеррор
Йәштәр - беҙҙең киләсәк
27 Июня 2020, 16:54
Бөгөн йәштәр көнө
1993 йылдың 27 июненән алып киң билдәләнгән был байрамды йәше лә, ҡарты ла берҙәй ярата. Ни тиһәң дә, йәшлек - ул үҙе гүзәллек, матурлыҡ билдәһе. Йырҙарҙа ла "Йөрәк һаман 18-ҙә кеүек", - тип юҡҡа йырламайҙарҙыр.Йәштәр! Был ғәжәйеп байрам менән һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Дәртле, йөрәктәрҙе дөп-дөп типтергән ғүмерҙең был миҙгелен матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрегеҙ! Бәхетле булығыҙ!
Добавить в предпочтительные источники Google
1993 йылдың 27 июненән алып киң билдәләнгән был байрамды йәше лә, ҡарты ла берҙәй ярата. Ни тиһәң дә, йәшлек - ул үҙе гүзәллек, матурлыҡ билдәһе. Йырҙарҙа ла "Йөрәк һаман 18-ҙә кеүек", - тип юҡҡа йырламайҙарҙыр.
Йәштәр! Был ғәжәйеп байрам менән һеҙҙең һәр ҡайһығыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ! Дәртле, йөрәктәрҙе дөп-дөп типтергән ғүмерҙең был миҙгелен матур һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп үткәрегеҙ! Бәхетле булығыҙ!
Барығыҙға ла билдәле булған Рөстәм Вәлиевтың "Йәшлек" йырының һүҙҙәрен тәҡдим итәбеҙ:
Йәш ғүмер бер үҙғас,
Ҡайтмай ул яңынан,
Тик минең йәшлек никтер
Ҡайтыр кеүек;
Йәшлектә һөйгән йәр:
«Һағындым, килеп ал,
Һине көтәм һаман», -
тип Әйтер кеүек.
Юҡ ҡайтмаҫ йәш ғүмер,
Ҡалды ул йыраҡта,
Зәңгәр томан артында
Һағыш булып;
Йәшләй һөйгән йәр ҙә
Ятҡа ҡалды унда
Әллә яҙмыш, әллә бер
Яңылыш булып.
Яңылышты төҙәтеп,
Яҙмышты үҙгәртеп
Йәшәһәң, йәшлек кире
Ҡайтыр кеүек.
Тик Бер йыраҡ йондоҙ.
Йә, Айҙан Зөһрә-ҡыҙ
«Йәшлек яҙың бында», - тип
Әйтер кеүек.
Читайте нас
MAX
telegram
вк
дзен
ок
Редакция һайлауы
Антитеррор
17 Ноября 2021, 07:16
Ышаныс телефондары!
Антитеррор
27 Августа 2019, 18:34
Телефоны экстренной помощи
Антитеррор
27 Августа 2019, 19:46
Телефон доверия для детей, подростков, родителей
Фотогалерея
27 Августа 2019, 19:50
Единый телефон доверия по оказанию психологической помощи
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"