-4 °С
Ҡар
Бөгөн Баймаҡ ҡала урамдарында үҙенсәлекле акция үтте. Баймаҡ эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ инспекторҙары Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының студенттары менән берлектә ир-егет-водителдәрҙе 23 февраль - Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотланы.
Акцияла ҡатнашыусылар водителдәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, айырыуса байрам көндәрендә юлдарҙа һаҡ булырға саҡырҙы.
Әйткәндәй, һуңғы ваҡытта ирекмәндәр төрлө күҙәтеү органдары хеҙмәткәрҙәре менән берлектә йыш ҡына шундай акция ойоштора. Алдағы көндәрҙә тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ һәм фәһемлерәк саралар көтөлә.