Һаҡмар
+17 °С
Облачно
Антитеррор

Ҡайҙа яңылыштым...

Шул шайтан һыуы ҡайсаҡ Зарифтың ҡоағына: “Төкөр донъяһына, уйлап та бирмә! Ҡара әле ҡатыныңа, күҙ төшөрлөгө ҡалмаған. Нисек түҙәһең һин уның менән?”—тип бышылдай, әллә нимәләр вәғәҙә итә башлай. “Эйе,—ти Зариф.—Һин хаҡлы. Туйҙым барыһынан. Тормоштан да, ҡатындан да туйҙым. Күҙҙәрен йылтыратып миңә ҡараған өс малай ҙа енемде ҡуҙғата,”—тип зарлана, йоҙроҡтарын йомарлап, кемгәлер янай башлай. Шулай ҡыҙып, тулап, аҡырып-баҡырып ҡайтып инә. Ҡурҡып ҡына үҙенә ҡараған өс пар күҙ, ҡатынының әрләп ҡысҡырған тауышы бөтөнләй сығырынан сығара уны. Ир, ярһып, Вәсиләгә һуғып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Өс малай, әсәләрен яҡлап, иҫерек атайға ташлана. Тик нимә инде ул ярһыған бәндәгә өс сабый! Ҡысҡырышҡан малайҙары көсһөҙ көсөктәр булып тойола, ул уларҙы ла һуғып ебәрә.

Ҡайҙа яңылыштым...Ҡайҙа яңылыштым...
Ҡайҙа яңылыштым...

Йәйҙәр, көҙҙәр үтеп китте. Болондарҙа йөрөгән малҡайҙарҙы кәртәләргә индереп яптылар. Иркендә йөрөгөн аттар ҙа ҡышҡылыҡҡа ҡайтарылды. Зариф бала саҡтан уҡ аттар яратты, гел генә улар араһында булды. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, ата-әсәһе Зарифты ҡалала ҡалырға өгөтләне. Милиция хеҙмәткәрҙәре етешмәгән саҡ ине—егетте эшкә ҡуш ҡуллап алдылар.

Ауылда ҡыҙҙар бөткәнме

Шундай рәхәт тормош буласағын күҙ алдына килтереп, Зарифтың баштары әйләнде. Дуҫтар ҙа табылды. Көн дә байрам, көн дә туй һымаҡ тормош башланғас, Зариф араҡыға эйәләшеп китеүен һиҙмәй ҙә ҡалды. Ялға ҡайтып йөрөгән улдарының үҙгәргәнен ата-әсә тиҙ һиҙҙе. Яйға килмәҫме тип, өйләнергә димләй башланылар. Зариф бала саҡтан уҡ күҙ атып йөрөгән, ике йыл буйы хат алышып торған класташы Фәүзиәне алаһын алдан уҡ уйлап ҡуйған ине. Өйләнеү тураһында һүҙ ҡуҙғалғас, киреләнеп торманы, Фәүзиәнең йортона яусы ебәрҙе. Әммә эш ул уйлағанса барып сыҡманы. Ҡыҙҙан кире яуап алғас, үҙ-үҙенә ышанған егет һуштан яҙыр сиккә етте. “Һин эсергә яратаһың, имеш! Эскән егеттәрҙе яратмай, имеш. Ҡара һин уны! Һин сыҡмаһаң, бүтәне риза булыр!”—тип туҙынды Зариф.

Әйткән һүҙ—атҡан уҡ. Киске уйынға сыҡҡас, бик ентекләп ҡыҙҙар күҙләй башланы Зариф. Әле күҙгә күренмәгән бер һылыуға айырыуса иғтибарлы булды. Әлбиттә, ул үҙҙәренең ауыл ҡыҙы. Тик егет армияға киткәндә себеш кенә ине. Тиҙ арала шундай сибәркәйгә әйләнер тип кем уйлаған?!

Зариф шул кистә Вәсиләне оҙата барҙы. Ауылдың беренсе егете уға күҙ һалыр тип уйлап та ҡарамаған ине ҡыҙ, юғалып, ҡаушап ҡалды. Көҙөн гөрләтеп туй яһанылар. Бер нисә көнгә һуҙылған туйҙа Зариф үҙенең кейәү кеше икәнлеген онотоп та ебәрҙе, дуҫ егеттәре менән таңға тиклем күңел асты.

Йәш ҡатынын ҡалаға алып килгәс, ятаҡтан бүлмә бирҙеләр. Баштараҡ бик ҡыуаныштылар, үҙ мөйөшөбөҙ бар, тип уйланылар. Оҙаҡламай икәү генә түгел, өсәү буласағын белгәс, тағын бер шатлыҡ ҡушылғандай булды. Шулай ҙа, Зариф үҙенең күңел түрендә ниндәйҙер бушлыҡ барлыҡҡа килеүен тоя башланы. Бушлыҡмы, үкенесме—нимә икәнен аңламаҫһың да, тик уны эстән генә нимәлер кимерә ине. Ауыл төштәренә инеп йөҙәтте, урман, балыҡ мыжғып торған күлдәр иҫенә төшә башланы. Болондарҙа йөрөгән аттар күҙ алдына килһә, йөрәге тулап тибә.

Шул һағыныуҙарҙы оноторға теләп, ул тағын “шайтан һыуы” менән мауыға башланы. Ғаиләлә тыныслыҡ бөттө: көн һайын тиерлек һалмыш ҡайтҡан ирен ҡаршы алыу Вәсиләгә лә еңел түгел ине. Теләһәң-теләмәһәң дә тауыш-ғауға сыға торған булып китте. Ә бер көндө ире: “Мин эштән киттем. Яратмайым эшемде. Был ҡала тигәндәре елегемә үтте. Ауылға ҡайтабыҙ,”—тип әйткәс, Вәсилә шатлығынан зыр әйләнеп, көлөп ебәрҙе. “Мин риза!”—тине ҡатын, ирен ҡосаҡлап. Әйтерһең, гел ауылға ашҡынып торған был Вәсилә. Икенсе кешегә әйләнде лә ҡуйҙы. Йөҙҙәре яҡтырып китте, күҙҙәренән гөл тамды, тиһәң дә артыҡ булмаҫ.

Балаларының кире ауылға ҡайтырҙарын белгән ата-әсә генә ҡыуанманы. Ауылдың барлыҡ михнәтен, ҡара хеҙмәтен, бөтмәҫ-төкәнмәҫ эшен үҙ елкәләрендә татығас, балаларының бер аҙ булһа ла еңелерәк тормошта йәшәүен теләгәйнеләр шул.

Ауылда йәшәп китер өсөн йорт һалып тороуҙың кәрәге юҡ ине. Еңел тормош эҙләп, йыл һайын кемдер йорт-ерен, аҙбар-ҡураһын осһоҙ ғына хаҡҡа булһа ла һатып, ауылдан китеү яғын ҡарай. Зариф үҙе оҡшатҡан йортто һатып алып, ғаиләһен алып ҡайтты.

Бүтән бында ҡайтмайбыҙмы, әсәй

Ир үҙе лә, Вәсилә лә эштән ҡурҡмайҙар ине. Ер емертеп көн күрә башланылар—совхоздар бар саҡта “эшләйем” тигәндәргә эш табыла ине. Ярайһы ғына хеҙмәт хаҡы алып, тормоштарын түңәрәкләп, өс ир бала үҫтерҙеләр. Шул тормоштоң ҡәҙерен белеп, рәхәтләнеп йәшәргә ине лә бит. Юҡ шул, яҙмыш тәгәрмәсенең тигеҙ юлдан тәгәрәгеһе килмәй. Соҡорҙар ҙа осрай, һаҙлыҡтарҙы урап үтерлек мәл таба алмаған саҡтар ҙа була. Бына шундай ваҡыттарҙа “ярҙамға” әлеге лә баяғы араҡы килеп етә ине. Шул шайтан һыуы ҡайсаҡ Зарифтың ҡоағына: “Төкөр донъяһына, уйлап та бирмә! Ҡара әле ҡатыныңа, күҙ төшөрлөгө ҡалмаған. Нисек түҙәһең һин уның менән?”—тип бышылдай, әллә нимәләр вәғәҙә итә башлай. “Эйе,—ти Зариф.—Һин хаҡлы. Туйҙым барыһынан. Тормоштан да, ҡатындан да туйҙым. Күҙҙәрен йылтыратып миңә ҡараған өс малай ҙа енемде ҡуҙғата,”—тип зарлана, йоҙроҡтарын йомарлап, кемгәлер янай башлай. Шулай ҡыҙып, тулап, аҡырып-баҡырып ҡайтып инә. Ҡурҡып ҡына үҙенә ҡараған өс пар күҙ, ҡатынының әрләп ҡысҡырған тауышы бөтөнләй сығырынан сығара уны. Ир, ярһып, Вәсиләгә һуғып ебәргәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Өс малай, әсәләрен яҡлап, иҫерек атайға ташлана. Тик нимә инде ул ярһыған бәндәгә өс сабый! Ҡысҡырышҡан малайҙары көсһөҙ көсөктәр булып тойола, ул уларҙы ла һуғып ебәрә.

Зариф бик иртә уянды. Иҫеректең һаман шул бер хәл: баш ауырта, үлтереп эскеһе килә. “Вәсилә!”—тип аҡырҙы ул. Яуап биреүсе булманы. Көс-хәл менән тороп, һыу багын асып ҡараны. Бак буш булып сыҡты. Әсе итеп һүгенеп, сәйнүктән күтәреп эсмәксе булғайны, бер тамсы һыуы булмай сыҡты. Ишекте тибеп асып ебәреүгә, ас тауыҡ-себеш, ҡаҙ-өйрәк уратып алды. Аҙбар яғынан һыйыр мөңрәгән тауыш ишетелде. Аҙбарға инһә, инде күптән көтөүҙә йөрөргә тейеш һыйырҙың елене тулған, имсәктәренән һөтө тамып тора. Аптыраны Зариф. Нимә булған бында? Һәр ваҡыт тәртиптә булған ишек алдының аҫты-өҫкә килгән. Ҡайҙа олаҡҡан был ҡатын? Аяҡ араһында буталып йөрөгән өс ҡарабаштың ник береһе күренһен! Баш ауыртыуы ла онотолдо, эскеһе килеү ҙә баҫылған кеүек буды. Зариф урамға сыҡты. Күршеләр белмәй ҡалмағандыр был йортта нимә булғанын, һорашырға кәрәк.

Йәйге селләгә ҡарамаҫтан кейеҙ ҡата кейгән, биленә мамыҡ шәл ураған Ҡасим ҡарт үҙенә табан килгән күршеһен күреп, таяғын яйлабыраҡ, бот араһына табаныраҡ шылдырып ҡуйҙы. Күршеһенең сәләмен теләмәйсә генә алды. “Минекеләр ҡайҙа китеп олаҡҡандар. Һыйырҙы ла көтөүгә сығармағандар,”—тип мығырланы Зариф. Күреп-һиҙеп тора—ҡарт белә уларҙа нимә булғанын. Ялындырырға теләй—өндәшмәй. Байтаҡ ултырҙылар иңде-иңгә терәп. Зариф үҙ ғәйебен танығанға өндәшмәй, Ҡасим ҡарт, теле бик ҡысытһа ла, ирҙең ғазапланыуынан тәм табып өндәшмәй. Шулай ҙа, тынлыҡты ул боҙҙо, түҙмәне, әйтеп һалды: “Китте Вәсиләң... түҙерлеге ҡалмағандыр бисараның. Малайҙарың да бик ҡыуанған кеүек кеүек күренделәр. Уртансы улың нығыраҡ ҡыуанды. “Бында бүтән ҡайтмайбыҙмы, әсәй?”—тип, әсәһенән ҡат-ҡат һораны. Автобусҡа ултырып, ҡалаға киттеләр”, --тине ҡарт.

Киттеләр... Ҡайҙа китә инде өс бала менән Вәсилә? Кеме бар уның ҡалала. Бер-ике көндән ҡайтыр әле. Ҡайтһамы?! Зариф уны кире ҡыуып сығарасаҡ! Уның шулай уйлауы булды, кемдер тағын бышылдай башлағандай булды: “Иҫең киткән! Алыҫ китә алмаҫ, ҡайтып йығылыр, илап, ғәфү үтенер! Әйҙә магазинға... Бурысҡа яҙҙырып бирә Фатима, баш төҙәтеп алырға ваҡыт.” Юҡ, баш та ауыртмай бит. Ә ҡайһы ере ауырта һуң уның. Ауырта бит, һыҙлай!

Зариф урынынан торҙо. Магазин яғына талпынғандай булды, шул арала ҡолағына һыйыр мөңрәгән тауыш салынды. Һауып алырға кәрәк бит малҡайҙы, ғазапланып тормаһын инде. Үҙенең нимә эшләгәнен дә аңлап бөтөрмәйсә, биҙрә алып, һыйыр һауырға ултырҙы. “Әҙәм көлкөһө! Кеше күрһә, ояты ни тора!”—тип үҙен-үҙе битәрләһә лә, нисек булһа ла һыйырын һауып алды. Тимер арбаға фляга ултыртып, һыуға барып килде, ҡош-ҡортҡа ем һалды. Үҙенең дә үлтереп ашағыһы килеүен тойҙо. Һыуытҡыста ҡатыны бешергән аш бар булып сыҡты, йылытып, ашап алды. Һыҙланыу кәмегәндәй булғайны ла, ашағас, тағын көсәйеп китте. Ҡайһы ере ауырта һуң уның? Нимә ғазаплай уны? Вәсиләнең шулай көтмәгәндә ташлап китеүеме? Уныһы ла бар, әлбиттә. Әммә тағын нимәлер бар, тик Зарифҡа ҡойроғон ғына тоттормай. Шулай уйланып ята торғас, йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Һәм шунда уҡ ҡорт саҡҡандай һикереп тороп ултырҙы. Тапты! Ҡайһы ере һыҙлағанын аңланы! Нимә тине әле Ҡасим ҡарт? Уртансы малай шатланды, тинеме? Беҙ кире ҡайтмаҫҡа китәбеҙме тип әйтте, тинеме?

Вәсилә бер-бер артлы өс малай тапты. Оло малай—ҡойоп ҡуйған Вәсилә ине. Холҡо ла йомшаҡ, кәүҙә төҙөлөшө лә Вәсиләнеке. Ярата-ярата, күккә сөйә-сөйә үҫтерҙе Зариф беренсеһен, Рамаҙанын. Икенсе малай тыуғас, һүрелә төштө. Кескәйен ҡулына алырға тырышманы, олоһон да ҡаҡҡандай тойолдо. Уртансы малай тас Зарифтың үҙенә оҡшап тыуҙы. Тик шул оҡшашлыҡ та уларҙың араһын йылыта алманы, атай менән ул бер-береһенә ятһынып ҡарайҙар ине. Унан һуң да яҡынайманылар, әйтер һүҙҙәрен, йомоштарын йә әсәләре аша, йә Рамаҙан аша еткерҙеләр. Бына шул малай бөгөн ата йортонан мәңгелеккә киттек тип, бик шатланған икән. Был бала менән нишләп аралар һалҡын ҡалды һуң? Әллә Зариф уны яратмаймы? Юҡ, улай түгел. Дөрөҫөн әйткәндә, Рамаҙанына ҡарағанда нығыраҡ ярата буғай Илнурҙы. Әллә шулай яратыуын һиҙҙергеһе килмәнеме?

Шул малайҙарҙы уйлап, бәғере теленде Зарифтың. “Иҫең киткән икән, ҡатын да табылыр, әле ҡыҙ ҙа табып бирер үҙеңә”—тип, тағын кемдер ҡолағына бышылдай башлаған ине, ир һикереп тороп: “Етте!”—тип аҡырып ебәрҙе. Нимә етте? Үҙенә әйттеме ул был һүҙҙәрҙе? Буш бүлмәләрендә уның тауышы ҡайтауаз булып кире килеп бәрелде.

Нимә етмәгән һуң уға? Уның бар бәхете ошо йортта, алды-ялды белмәй эшләп йөрөгән Вәсиләһендә, өс малайында булған икән дә баһа. Уларһыҙ нимәгә был өй? Нимәгә был тормош? Уларһыҙ донъя ла һанһыҙ икән. Ҡайҙа йөрөй бына хәҙер Вәсилә? Кем тупһаһына барып йығылды икән? Зарифҡа кәрәкмәгән малайҙар кемгә кәрәгер? Шул ғазаплы уйҙар араһынан йыуаныс килтерерҙәй бер уй йүгереп уҙҙы—был мәшәҡәттәр менән ул ауыҙына бер тамсы ла араҡы алмаған икән. Бына хәҙер эсергә әмәлен табыр ҙа, еңелерәк булып китер. Йыуаныслы уй нисек инде, шулай сығып та китте. Араҡы алып һемерһә, һаҙлыҡҡа батасағын бар зиһене менән тойҙо. Беренсе тапҡыр үҙ уйынан үҙе сиркәнеп китте, ҡурҡып: “Алла һаҡлаһын!”—тип бышылданы.

Икенсе көн һыйыр һауып, уны көтөүгә ҡыуыуҙан башланып китте. Ҡош-ҡортто ашатҡас, ул күрше Фатиха апаһына инде. Нисек бар, шулай аңлатты. Һыйырын һауып, ҡош-ҡортҡа күҙ-ҡолаҡ булып тороуын үтенде. Үҙенең ғаиләһен алырға ҡалаға барырға теләүен әйтте. Фатиха бер аҙ ышанмайыраҡ торҙо, әммә ирҙең ихласлығын аңлағас: “Бар, балам, бар, алып ҡайт ғаиләңде. Етемлектән дә әсе нәмә юҡ был донъяла. Таҙа-һау аталары була тороп, етемдәр һанын арттырып йөрөмәһендәр балалар,”—тип оҙатып ҡалды.

Ғаиләһен оҙаҡ эҙләргә тура килмәне Зарифҡа. Ҡала тиһәң дә, ул барыбер бер ҙур ауыл кеүек: ҡалаға күсеп киткән ауылдаштар араһында хәбәрҙәр йәшен тиҙлеге менән йөрөй. Вәсиләнең өс балаһын эйәртеп ҡалаға килеүе, кемгә барып һыйыныуы ауылдаштар араһында таралып өлгөргәйне.

Ишектән ныҡ аҙымдар менән атлап ингән Зарифты күргәс, өй эсендәгеләр тынып ҡалды. Уның улай тиҙ килеп етеүен көтмәгәндәр ине буғай. Фатир хужаһы әбей еңел һулап ҡуйҙы: Зариф айыҡ күренә. Шунлыҡтан ул, ике аралағы һалҡынлыҡҡа сик ҡуйырға теләгәндәй, ике ҡулын һуҙып, ирҙең биргән сәләмен алырға ашыҡты. Оло малай Рамаҙан да, ололарса, атаһының ҡулын ҡыҫып иҫәнләште. Алты йәшлек Рәмил атаһының теҙенә килеп ҡунаҡланы. Илнур ғына, әле һаман нимә булғанын аңларға теләмәгән кеүек, урынынан ҡуҙғалманы. Сәләмдәр алып, хәл-әхүәл белешкәс, Зариф ҡатыны яғына боролоп ҡараны. “Ҡалала йомошоң булһа, бөгөн сыҡ. Иртәгә бында булырһығыҙ, ә унан ҡайтырбыҙ. Ҡурҡма, бүтән ауыҙыма араҡы алмам,”—тип ҡырт киҫеп әйтеп ҡуйҙы.

Вәсилә ҡайтарып һүҙ әйтмәне. Эске тойомлау уны был һүҙҙәргә ышанырға кәрәклеген һиҙҙерҙе. Әлбиттә, ул ауылдан киткәндә үк иренең эҙләп килерен белде һәм уға ҡаршы торорға тип кәрәкле һүҙҙәрен дә әҙерләп ҡуйған кеүек ине. Иң мөһиме, Зариф килһә лә, иҫерек киләсәк, уның менән талашырға кәрәк булыр тип, үҙен уҫалыраҡ та, теш-тырнаҡлы ла булырға тип әҙерләгәйне. Хәҙер ҡаршыһында элекке ирен—аҙ һүҙле, ҡырыҫ булһа ла, әйткәнендә тора белгән, үҙ эшен еренә еткереп үтәгән, ҡасандыр башын юғалтып ғашиҡ булған Зарифты күргәс, юғалып ҡалды. Әллә көйөнәргә, әллә һөйөнөргә белмәй торғанда, көтөлмәгән хәл булып алды. Әле күптән түгел генә ун йәшен тултырған Илнур, атаһының күҙҙәренә туп-тура ҡарап: “Юҡ, беҙ ауылға кире ҡайтмайбыҙ. Туйҙыҡ эсеүеңдән. Әсәйҙе лә һуҡтырмайбыҙ һинән,”—тине. Атаһы балаһына бер генә ҡараны ла: “Күп һөйләнәһең!”—тине, бөгөнгә һүҙ бөткәнлеген аңлатып, урынынан ҡуҙғалды. Хужабикә әбейҙең ҡыҫтауына ҡарамаҫтан, ике көндән ҡайтасаҡтарын иҫкәртеп, сығып китте.

Ниндәй кеше һуң мин...

...Зарифтың йөрәге тағын ҡыҫып ҡуйҙы. Ул, уфтанып, ергә ауҙы. Күҙ ҡарашын аҡ болотттарға төбәп, улар ағышын күҙәтеп ята торғас, бер аҙ тынысланғандай булды. Бөтмәҫ уйҙарын шул болоттарға тейәп, оҙатып ебәреп булһа, бушанып ҡалыр ине лә бит. Юҡ, йөрәк һаман тынғылыҡ тапмай телгеләнә. Теләһә-теләмәһә лә, уйҙары тағын шул миҙгелдәргә ялғанып китте. “Ниндәй кеше һуң мин? Яуыз да түгелмен. Ауылды, тәбиғәтте, аттарымды яратам. Туғандарыма ярҙам итергә тырышам. Ә үҙ ғәзиздәремә күңел йылымды йәлләп йәшәнем. Вәсиләне алырға килгән көндө әҙ генә йомшаҡлыҡ күрһәтһәм, нимә булған. Кеше төҫлө ғәфү үтенһәм? Өс баламды ҡосағыма алып, “Миңә һеҙһеҙ—донъя һанһыҙ, ҡайтайыҡ, балаҡайҙарым,”—тиһәм? Ниндәй йөрәк тибә минең күкрәгемдә? Әллә ул таштан микән?”—тип һыҙланды ир.

Зариф һүҙендә торҙо—бүтән бер ҡасан да ауыҙына араҡы алманы. Тырышлығы, эш һөйөүсәнлеге, шуның менән ғәҙел дә була белеүе сәбәпле, ауыл кешеләре уға хөрмәт менән ҡарай башланы. Күп һорауҙарына яуап таба алмаһалар, кәңәшкә килделәр, ярҙам һоранылар. Һәр ҡайһыһына иғтибарлы була белде, ҡулынан килгән тиклем булышты. Үҙен ауыл старостаһы итеп тә һайлап ҡуйҙылар.

Малайҙар үҫеп еттеләр. Башта Рамаҙан армияла хеҙмәт итеп ҡайтты. Унан Илнур китте. Бер арала Рамаҙан өйҙән биҙгән кеүек була башланы. Кемгәлер эйәләшкән был тип, ата-әсә үҙ-ара уй-фекерҙәре менән уртаҡлашҡан арала, Рамаҙан, уларҙың уйҙарын йөпләгәндәй: “Мин өйләнәм,”—тип ҡуйҙы. Ата-әсәһе бер-береһенә ҡарашып алдылар:

-Ярай, хуш, кемгә өйләнәһең?

-Земфираға!

-Ҡайһа Земфираға тағын?

-Нимә, беҙҙең ауылда биш Земфира бармы әллә. Бикә ҡыҙына!

Зариф бындай саҡта һаҡ булырға кәрәклекте аңлаһа ла, Вәсилә шунда уҡ ҡыҙып китте: “Нисек инде Земфираға өйләнәһең? Ул бит балалы ҡатын. Әле малайының атаһы ла билдәһеҙ. Яман эсә икән тип һөйләүселәр бар,”—тип туҙына башланы.

-Яратам мин уны. Земфиранан башҡа бер кем кәрәкмәй,--тине улы быға ҡаршы.

Земфираның атаһы алыҫ булһа ла туған тейешле кеше ине. Ғаиләләре менән эсергә яраталар. Земфираны ла үҙ юлдарынан алып киттеләр. Йәшлегенең, сибәрлегенң ҡәҙерен белмәне ҡыҙ. Уҡырға киткән еренән ҡорһаҡ күтәреп ҡайтты, бер аҙҙан малайы тыуған тигән хәбәр ишетелде. Рамаҙан бына шул ҡатынға ғашиҡ булған икән.

Зарифтың ҡаты бәрелергә иҫәбе юҡ ине. Земфираны эскесе ата-әсәһе йортонан йолоп алырға кәрәк, тигән уй ҙа йүгереп үтте. Кем белә, бәлки, үҙ тормошо менән йәшәп китһә, эсеүҙе лә ташлар ине, тип фекер йөрөттө. Атаһының ризалығын алғандың икенсе көнөндә үк Рамаҙан Земфираны балаһы менән үҙҙәренә алып ҡайтты. Зариф ҡыҙыҡһыныу ҡатыш баланы ҡулына алды. Бер йәшлек малай, үҙенсә нимәлер бытылдап, уның муйынына һарылды. Зарифтың күңеле иреп киткәндәй булды—шул миҙгелдән ул был баланы үҙ ейәне итеп таныны. Вәсиләнең ейән менән сөсөлдәп ултырырға ваҡыты ла, теләге лә булманы, шулай ҙа, ул да мөләйем, матур был баланы үҙ итә алды. Ысынлап та, Земфира йортҡа тиҙ эйәләшеп, ярайһы ғына ҡул араһына инеп, ҡәйнәһенә булышты. Ауыл ҡыҙы бит, белмәгән эше юҡ. Илнур армиянан әйләнеп ҡайтыуға, йортта ике ейән ине инде. Земфира ҡыҙ бала тапты. Илнур ҙа ҡайтҡас, киң йорт тарайып китер тип, Зариф йәш ғаиләне башҡа сығарырға уйланы һәм яңылышты, буғай. Ул йәштәргә күршелә генә ҙур итеп йорт һалдырҙы. Алыҫҡа ебәргеһе килмәне, күҙ-ҡолаҡ булып, ярҙамлашып йәшәрбеҙ, тип уйланы. Икенсенән, үҙе яратып өлгөргән Рәмисте лә, татлынан татлы ейәнсәре Зөлфиәне лә көн һайын күреп йәшәү бәхетенән айырылғыһы килмәне.

Ә башҡа сыҡҡас, Земфира үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Өйҙәрендә йыш ҡына йәштәр йыйылыша башланы, күңел асыу иртәнгә тиклем һуҙыла. Рамаҙан эштән һуң әсәләренә инеп ашай—Земфираның ашы бешмәгән булып сыға. Сабыйҙар, уяныу менән, етәкләшеп, шулай уҡ өләсәй-ҡартатай йортона атлайҙар. Хәҙер инде Вәсиләгә үҙ хужалығын ғына түгел, балаларыныҡын да ҡарарға тура килә. “Был ниндәй хәл, был тағын ниндәй бәхетһеҙлек?”—тип һуҡрана ул. Ысын бәхетһеҙлектең улар ғаиләһенә бик яҡын килгәнен кем белгән һуң?!

Армиянан ҡайтҡан Илнур менән Зарифтың араһы ярайһы ғына йылынып китте. Улар инде ирҙәрсә аралашалар, кәңәшләшәләр. Ысын ир-егет булып ҡайтып ингән уртансы улын күргәс, Зариф бер аҙ ҡаушап ҡалған кеүек булды. Илнур атаһының йәш сағын ныҡ хәтерләтә ине. Ул уҡырға инергә теләге барлығын әйтте. Зарифтың башы күккә тейерҙәй булды. Шул яҡты өмөттәр, хыялдар менән улын ҡалаға оҙатып ҡалды һәм...бер нисә көндән һуң улар ишеген яман хәбәр тибеп асты: Илнур аҫылынып үлгән. Был балаға ни булған? Башҡайҙарын нишләп элмәккә тыҡҡан? Бына инде нисә йылдар үтте, ә Зариф быны барыбер аңламай. Аварияға осраған, үлтергәндәр, машина тапаған тиһәләр, аңлар ине. Ә бына үҙенә ҡул һалып, үҙ теләге менән был донъянан китеп барған тигәнде ул аңламай. Зиһене лә, күңеле лә ҡабул итмәй.

Зарифтың хәтер ептәре уны булып уҙған был ваҡиға менән бәйләй алмай. Ә бит ул, яман хәбәрҙе алыу менән ҡалаға юл тотҡан, улының мәйетен ауылға алып ҡайтҡан, уны күмеү хәстәрен ойошторған, аяттарын уҡытҡан... Зарифты ул саҡта ҡайһы берәүҙәр, бигерәк һалҡын ҡанлы әҙәм икән, тип тә һөйләгәндәр, имеш. Был көндәр урынына уның күңелендә бары тик бер ҙур һорау билдәһе генә эленеп ҡалған һәм ул шул һорауға һаман яуап таба алмай.

Ата-әсә улдарын юғалтыу ҡайғыһынан Рамаҙандың ғаиләһендә нимәләр булғанын күҙҙән ысҡындарҙылар. “Нишләп һин мине ҡалдырып киттең?”—тип, Рамаҙан ҡустыһының үле кәүҙәһен ҡосаҡлап, баш күтәрмәй иланы. Үҙ-ара бик татыу булып үҫкәйнеләр шул улар. Рамаҙан ҡайғыһын йыуыр өсөн, ә Земфира уның ҡайғыһын уртаҡлашыр өсөн өҫтәлдән араҡы өҙмәнеләр. Килен балалар тип ҡайғырманы, ҡайны менән ҡәйнәнең әйткәндәренә иҫе китмәне. Уның шулай иләҫ-миләҫ йөрөүенә Рамаҙан ныҡ өҙгөләнде. Уны үҙенең янында тотоп ҡалыу өсөн ата-әсәһе менән һүҙләшеп бөттө, ирле-ҡатынлы бергә эстеләр. Ә ҡышҡы көндәрҙең береһендә, тышҡа сыҡҡан Земфира лапаҫта иренең аҫылынып торған кәүҙәһен күрҙе.

Хаталарҙан һаҡла баламды

Йә, Аллам, ниндәй гонаһтарым өсөн һин беҙҙе шул тиклем ғазаплайһың? Ниндәй ғәйептәребеҙ өсөн шул тиклем ҡайғы өҫтөнә ҡайғы ебәрәһең.”—тип илереп иланы Зариф шул саҡта.

Ул көн дә бер үк һүҙҙәрҙе ҡабатланы: “Эй, Аллаһым, үҙең ярлыҡа гонаһтарымды. Теймә Рәмилемә. Уны өйләндерәһем бар. Атайһыҙ ҡалған Рәмис менән Зөлфиәм бар—уларҙы кем үҫтерер. Сабырлыҡ бир, түҙемлек бир миңә, Раббым!” Ул яңғыҙ түгел, уның елкәһенә таянып, яҡлау эҙләүсе Рәмиле, Рәмисе, Зөлфиәһе бар...Тормош ауырлыҡтарын, ҡайғыларҙы бергә кисергән тиңдәшһеҙ тормош иптәше—Вәсиләһе бер яңғыҙы нишләр? Һығылһа ла, һынмаҫҡа, сыҙарға кәрәк...

Армиянан хеҙмәт итеп ҡайтҡан Рәмил үҙен көтөп алған ҡыҙ менән ҡауышты. Тик килен ауылда йәшәр өсөн яратылмаған ине—ҡалала тыуып үҫкән Карина егетте үҙе менән ҙур ҡалаға алып китте. Һаубуллашҡанда Зариф: “Улым, һин инде был тормоштоң ни дәрәжәлә аяуһыҙ була алыуына бик яҡшы төшөндөң, тип уйлайым. Ҡайһы берәүҙәр был донъяға кәйеф-сафа өсөн, рәхәт кисерер өсөн тыуған булһа, икенсе берәүҙәр өсөн тормош туҡтауһыҙ көрәш була икән. Һиңә лә еңел тормош әҙерләп ҡуймағандарҙыр, шуға әҙер бул. Ағайҙарың яһаған яңылыш аҙымдан һаҡлан берүк, беҙҙең йәнебеҙҙе йәрәхәтләй күрмә,”--тип үтенеп һораны.

Бер ирҙән икенсе иргә йөрөгән Земфираға ике бала ҡамасау ғына ине. Шунлыҡтан ҡайныһының әйткән һүҙҙәренә лә иҫе китмәне уның. “Әгәр эсеүеңде ташлап, үҙ тормошоңа үҙең хужа була алмайһың икән, мин һине ата-әсә хоҡуғынан мәхрүм итәм,”—тине Зариф. “Мин уларҙы барыбер яңғыҙым ғына тәрбиәләй алмайым. Ихтыярың,”—тип яуап бирҙе килен.

Йылдар уҙа. Зариф менән Вәсилә лә, балалар тип тырыша-тырыша, йылҡы үрсетеп, уларҙы һатып, мәшәҡәтле тормош алып баралар. Рәмис өсөн борсолмайҙар тиерлек—был баланың ниндәй булып үҫере сабый саҡтан үк һиҙелде. Гел ҡартатаһы янында бөтөрөлгән малай бик зиһенле, уңған һәм зирәк бала булды. Кешеләр менән уртаҡ тел таба белеүе лә, үҙен нисек тотоуы ла гел уның өсөн файҙаға ғына ине. Зариф, Рәмискә тип, ҡалала ҙур йорт һалдырҙы. Егет офицер булырға хыяллана. Кәләше менән ҡартатаһы һалған йортта йәшәй. Зөлфиәгә лә бер бүлмәле фатир алып бирҙеләр. “Балам, һин әлегә бигерәк йәшһең, кейәүгә сығырға ашыҡма. Уҡырға теләгең бар икән, беҙ һине уҡытырға әҙербеҙ,” --тигән өгөт-нәсихәткә ҡыҙ ҡолаҡ һалманы шул. 18 йәше тулыу менән, үҙенән күпкә олораҡ егеткә кейәүгә сыҡты. Никах уҡытып, Зөлфиә ир ҡатыны булды, әммә Зарифтың күңелендә ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ пәйҙә барлыҡҡа килде. Берҙән, ейәнсәренең үтә йәш булыуы борсоһа, икенсенән, кейәүҙе өнәп бөтөрмәне: 27 йәшлек егет рәтләп бер ерҙә эшләп ҡарамаған булып сыҡты, ата-әсә елкәһендә ятыуҙы ҡулайыраҡ күргән һымаҡ тойолдо. Әммә ул үҙ уй-фекерен бер кемгә лә әйтеп торманы, әле йәш бит, тора-бара тормош уны ла егер, эшкә урынлашырға ярҙам итергә кәрәк булыр, тип уйланы.

Үҙе ауылда йәшәһә лә, Зарифтың таныш-белештәре күп ине, шунлыҡтан, кейәүҙе ярайһы ғына аҡсалы эшкә урынлаштырыу уға ауыр булманы. Ысынлап та, халыҡ әйтмешләй, ипле тормош ипләнә генә икән ул—йәштәрҙең, бер бүлмәле булһа ла, үҙ фатирҙары бар, кейәү ҙә яҡшы ғына эшләп йөрәй. Инде әсәй булырға йыйынған Зөлфиә лә үҙен бик бәхетле тоя һымаҡ. Тик был бәхет ҡыҫҡа ғына булыр тип кем уйлаған һуң?

Зөлфиәне иренең ата-әсәһе үҙ күрәләр, “балам-ҡыҙым” тип кенә өндәшәләр. Килен үҙ әсәһенә әйтергә баҙмаған “әсәй” һүҙен бик теләп ҡәйнәһенә әйтә.

Ул көндө ҡайныһы менән ҡәйнәһе уларҙы йоҡлап ҡалырға ҡыҫтанылар. Тик йәштәр, айырыуса Самат, үҙ фатирҙарына ҡайтырға ашыҡты. Йорттарына килеп еткәс. Самат сумкаларҙы күтәреп, подъезд ишегенән инеп китте, Зөлфиә һөт бөткәнен иҫенә төшөрөп, магазинға китте. Ҡайтҡас, ишекте үҙ асҡысы менән асып инде, Самат ниңәлер ҡаршы сыҡманы. Зөлфиә кухняға үтеп, балкон яғына ҡараһа, ҡото осто. Унда Саматтың үле кәүҙәһе аҫылынып тора ине... Был ауыр ҡайғыларға нисек түҙгәндәрҙер, бер Аллаһы Тәғәлә белә.

Атай юҡ тип торманы, Зөлфиәнең улы тыуҙы. Уны бала табыу йортонан ҡайныһы, ҡәйнәһе, Зариф менән Вәсилә барып алдылар. “Ҡыҙҙы үҙебеҙгә алып ҡайтырға кәрәк, әлегә үҙебеҙҙә йәшәп торһондар,—тине Зариф.—Исем ҡушырға ла ваҡыт”. Улы менән Зөлфиәне алып ҡайттылар. Әле бер нәмә белмәй ауыҙын сөрөштөрөп ятҡан сабыйға ҡарап, Зариф: “Ҡартатайың һымаҡ көслө булып үҫ, оҙон ғүмерле бул, ауырлыҡтарға бирешмә. Мин бик һораным Хоҙай Тәғәләнән—һин бәхетле булырһың, улым. Беҙгә теймәгән бәхет тә, үҙ бәхетең дә үҙең менән булһын, балам,”—тип, үҙе белгән доғаларҙы уҡыны.

Ф. Чумарова.

 

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас