булған хәл
Бөгөн иртәнсәк әсәйем мине уятманы. Ә бит мин бит иртә менән әсәйемдең уятыуына өйрәнгәнмен. Күҙемде асҡас та уның өйҙә юҡлығын аңланым. Ул киткән. Әсәйем киткән һәм бүтән бер ҡасан да кире ҡайтмаясаҡ. Шкафта уның әйберҙәре лә, тупһа алдындағы тапочкаһы ла юҡ, ул йоҡлаған матрас та матур итеп төйөлөп, ситкә ҡуйылған. Өҫтәлдә яҙыу ғына ҡалдырған.
Ошонан һуң мин үҙемде ниндәй ул тип уйлайым инде! Ҡарттар йорто тупһаһында тороп, йөрәгем сәнсеп-һыҙлап, әсәйемдең тәҙрә төбөндә торғанын күҙәтәм. Ҡасандыр мин ҡатыным менән матур тормошта йәшәрмен тип әсәйемде өйҙән ҡыуып сығарғайным, хәҙер ошо аҙымым өсөн үҙемде күрә алмайым. Нисек мин донъялағы иң яҡын, ҡәҙерле кешемде шул хәлгә төшөрҙөм икән?
Мин атайһыҙ үҫтем, ул беҙҙе мин тыуғас та ташлап киткән. Әсәйем үҙе өсөн йәшәмәй, мине һайлаған. Ә бит ул әле йәш, матур ине. Кейәүгә сығырға тәҡдим иткән кешеләр ҙә булған, тик мине ташлап китер булһа ғына. Ә ул мине ҡалдырырға уйламаған да. Үҙ һөнәре буйынса эш эҙләп, кондитер булып эшкә төшөп, мине үҫтерер, торлаҡҡа түләр, уҡытыр өсөн бөтә көсөн һалған, үҙен аямай, хатта бер нисә смена эшләгән.
Ул эштән арып-талып, күҙҙәре ҡыҙарып, ҡамыр менән булышҡан ҡулдары шешеп ҡайтыр ине. Тик бер ҡасан да үҙен йәлләтмәне, мыжыманы, өндәшмәне. Ауыр сменанан ҡайтып, тиҙ генә сәйнүк ҡайнатып, яңы бешкән тәмлекәстәр менән мине һыйлай торғайны. Йыш ҡына эш хаҡын да ваҡытында түләмәйҙәр ине. Шул саҡтарҙа ул минең ашап туйғанымды көтөп, үҙе минән ҡалғанды ашай торғайны.
Мине ас ҡалдырыуҙан ҡурҡып, үҙе ашамағанын мин аруҡ ваҡыт үткәс кенә аңланым. Әсәйем мине шул тиклем яратты, хатта ашамаһа ла риза ине. Ул минең өсөн бөтә донъя ине, ундай әсәй менән атайҙың кәрәге лә булманы. Уның, мин бер ваҡытта ла кейәүгә сыҡмаясаҡмын, үгәй атай һине рәнйетеүҙән ҡурҡам, тип йыш ҡына әйткәне иҫтә.
Бала сағым бәхетле булды, тип әйтә алам, сөнки әсәйем мине етемһерәтмәйем тип бар хәленсә тырышты. Үҙе ашамаһа- ашаманы, эсмәһә-эсмәне, кейенмәһә кейенмәне, тик минең өсөн йәшәне.
Әсәйемдең ҡулдарында артрит ауырыуы табылды. Һәр хәрәкәт уға ауыр бирелде һәм ул артабан эшләй алманы. Ул эшләгән фабрика ла ябылды, ауырыуы арҡаһында уны башҡа ергә эшкә алманылар.
Юғары кластарҙа уҡығанда мин әсәйемә ярҙам итәйем тип урындағы ларектә эшләнем. Йыйыштырыу, ҡый ташлау, тауарҙарҙы урынлаштырыу, ауыр коробкаларҙы шылдырыу, ҡайһы ваҡытта кассала тороу булды минең эшем. Бының өсөн миңә йә аҙыҡ-түлек, ҡайһы саҡта әҙерәк аҡса бирҙеләр. Алған аҡсаны мин әсәйемә дарыу алырға йыйып барҙым. Уны һәр ваҡыт уңыштарым менән ҡыуандырырға тырыштым. Яҡшы уҡыуым өсөн ныҡ ҡыуанғанын белеп, мәктәптә яҡшы уҡыным. Мәктәпте алтын миҙалға тамамлағас, төрлө университеттарға документтарымды ебәрҙем һәм мине бөтә юғары уҡыу йорттарында ла алыуҙары тураһында яуап килде. Шулай итеп, беҙ әсәйем менән ҡалаға күстек.
Тормош яйлана башлаған кеүек булды. Лекцияларҙан һуң мин кафеларҙа, складтарҙа эшләнем. Унда һәйбәт түләнеләр, аҡса ашауға ла, төрлө сығымдарға ла етеп торҙо. Иң яҡшы студент булараҡ, миңә ятаҡтан бүлмә бирҙеләр һәм беҙ әсәйем менән шунда йәшәнек. Мин уны музейҙарға, театрҙарға, киноларға йөрөттөм, ҡаланы күрһәттем, кейем-һалым һатып алдым, һәр саҡ күңелен күрергә тырыштым.
Икенсе курста уҡығанда Ләләне осраттым. Дөрөҫөрәк әйткәндә, беҙҙе курсташтар таныштырҙы. Уны осратҡанға тиклем тормошом үҙ яйы менән барҙы. Ул минең беренсе мөхәббәтем инеме, әллә яҙмышымды боҙоусы булдымы, белмәйем. Ләлә интеллигент ғаиләлә үҫкән елбәҙәк ҡыҙ булһа ла, шунда уҡ минең башымды әйләндерҙе.
Дуҫтарым ошондай матур ҡыҙҙы ҡаратып алыуыма көнләште. Ваҡыт үткән һайын беҙҙең аралар нығына барҙы, бер көн ул үҙе бергә йәшәргә тәҡдим итте. Мин быға әҙер түгел инем, ә ул мине ташлайым тип ҡурҡытты һәм ризалашырға тура килде. Ләләнең ата-әсәһе беҙҙең бергә булыуға ҡаршы булғанлыҡтан, уларҙа йәшәй алманыҡ, минең бәләкәй генә бүлмәмә килдек.
Ләләне алдан әсәйем менән таныштырмағайным, сөнки ауыр тормошта ғүмер кисергән ауырыу әсәйемде һәм бай тормошта михнәт күрмәй үҫкән Ләләне сағыштырыуы ауыр ине шул. Бының, әлбиттә, дөрөҫ түгеллеген аңланым, әммә үҙемде еңә алманым. Ә Ләлә әсәйем менән бергә бәләкәй бүлмәлә йәшәргә риза булманы. Мин әсәйемде йәки Ләләне һайлау алдында тороп ҡалдым. Һәм һайланым... Ләләне. Әсәйем менән һөйләшеүҙе һуҙып килһәм дә, әйтергә, аңлашырға кәрәк. Әсәйемә бындай ауыр хәбәрҙе әйтеремде, урамға тиерлек ҡыуып сығарасағымды белеп, нисек һүҙ башларға ла белмәнем. Университеттан ҡайтҡас, һүҙ башланым:
-Әсәй, мин бер ҡыҙ менән таныштым һәм беҙ уның менән бергә йәшәргә уйлайбыҙ.
-Улым, мин һинең өсөн ныҡ шат. Ҡасан беҙҙе таныштыраң?
-Был юлы түгел, әсәй. Ә һин ҡайҙа йәшәрһең икән?
-Мин...мин...мин ауылға ҡайтырмын да, күршебеҙ Кәримә апайҙарҙа йәшәп торормон. Борсолма, улым.
-Уларҙа күпме генә йәшәрһең икән, буш та йәшәп булмай бит инде.
-Кәримә апай яңғыҙ йәшәй һәм уға иптәш кәрәк. Аҡса кәрәкмәй, улым. Һин булған аҡсаңды үҙегеҙгә тотон, йыйып бар, берәй нәмә алырһың, яҡшы итеп туҡланығыҙ, ҡыҙыңа әйберҙәр ал. Мин берәй ергә эшкә төшкәс, һиңә аҡса ебәреп торорға тырышырмын.
-Яҡшы, әсәй. Мин һине иртәгә оҙатып ҡуйырмын.
-Иртәгә, улым, иртәгә. Ә хәҙер йоҡларға ят, ял ит.
Мин әсәйемдең күҙендә тәрән хәсрәт һәм йәшереп маташҡан күҙ йәштәрен күреп ҡалдым. Ул мине борсомаҫ өсөн тырыша ине. Аңлайым, мин ауырыу әсәһен йәлләмәй, бер тин аҡсаһыҙ билдәһеҙлеккә ҡыуып сығарған иң ҡәбәхәт кеше, тик үҙем менән бер нәмә лә эшләй алмайым, күҙ алдымда тик Ләлә. Ауылдағы күрше Кәримә инәй кеше яратмағанлығын да беләм, әсәйемде индермәүе лә мөмкин. Ә мин әсәйемдән тиҙерәк ҡотолорға теләп, уларҙы уйламаҫҡа тырышам. Мөхәббәт башымды әйләндергәйне.
Иртәнсәк әсәйем мине уятманы. Ә бит мин бит иртә менән әсәйемдең уятыуына өйрәнгәнмен. Күҙемде асҡас та, уның өйҙә юҡлығын аңланым. Ул киткән. Әсәйем киткән һәм бүтән бер ҡасан да кире ҡайтмаясаҡ. Шкафта уның әйберҙәре лә, тупһа алдындағы тапочкаһы ла юҡ, ул йоҡлаған матрас та матур итеп төйөлөп, ситкә ҡуйылған. Өҫтәлдә яҙыу ғына ҡалдырған: “Улым, минең өсөн борсолма, барыһы ла яҡшы буласаҡ. Һинең үҫеп еткәнеңде лә һиҙмәгәнмен. Минән оялыуыңды беләм, аңлайым. Ҡыҙыңа әсәйем юҡ тип әйт, ул саҡта беҙҙе таныштырырға ла кәрәкмәйәсәк. Ҡәҙерлем минең, мин һиңә бәхет һәм мөхәббәт теләйем. Бәхетле бул, балам, минең яҙмышымды ҡабатлама. Әгәр һиңә берәй ярҙам кәрәк йә берәй хәл була икән, Кәримә инәйеңә мөрәжәғәт ит. Мин шунда булам”.
Ошоларҙы уҡып, күҙемә йәш тулды. Әсәйемде һағындым, уның бер тинһеҙ урамда тороп ҡалғанынан, ауырығанынан йөрәгем өҙөлөп төшкәндәй булды. Тик кире уйламаным, сөнки Ләләм күсеп килде.
Шулай итеп, беҙ Ләлә менән бергә йәшәй башланыҡ, тиҙҙән яҙылыштыҡ. Иң тәүҙә мин әсәйемде туйға саҡырырға уйлап ҡуйғайным, тик кире уйланым, ул бит миңә әсәйем юҡ, тип әйт тине. Шулай тип әйттем. Ошо хәлдәрҙән һуң мин уны эҙләмәнем, сөнки донъя мәшәҡәттәре баҫты, уйланырға ла ваҡыт булманы, уйламаҫҡа ла тырыштым.
Ҡыҙым тыуғас, мин атай-әсәй булыуҙың ни икәнен аңланым. Ләләгә әсәйем, уны нисек сығарып ебәреүемде, бөтәһен дә һөйләп бирҙем.
-Һин нимә, уны эҙләп табырға уйлайһыңмы,--тип асыуланып һораны Ләлә.
-Юҡ, Ләлә, тик мин уның нисек йәшәүе тураһында белгем килә,--тинем.
-Бәлки, һин әсәйеңде бында алып килергә уйлайһыңдыр? Уның нисәмә йылдар ҡайҙа йөрөгәне, ниндәй ауырыуҙар алып килеүе билдәһеҙ. Үҙеңдең балаң тураһында уйла, ул яңыраҡ ҡына тыуҙы һәм уға ят кешеләр менән йәшәүе ҡурҡыныс тыуҙырасаҡ.
-Ул ят кеше түгел, ә өләсәһе. Ләлә, нимә тип уйлаһаң да уйла, ләкин мин әсәйемдең һуңғы йылдарҙа нисек йәшәүе тураһында белергә тейешмен.
Ике аҙна тирәһе эҙләгәндән һуң, мин уны таптым. Кәримә инәй беҙ ауылдан күсеп киткәс тә үлгән икән, шуға күрә әсәйем уға бара алмаған. Ауылдаштарымдан, күршеләрҙән әсәйем тураһында һорашһам да, береһе лә уны күрмәгән булып сыҡты. Ҡара янып-көйөп, ҡасандыр әсәйем мине йөҙөргә өйрәткән йылғаға килдем. Йылға буйында бер ҡайын үҫә, беҙ элек әсәйем менән унда сыйырсыҡ ояһы эшләгәйнек. Эҙләнә торғас, сыйырсыҡ ояһынан әсәйемдең ҡулы менән яҙылған таушалып бөткән ҡағыҙ килеп сыҡты.
“Улым, һин был хатты уҡыһаң, тимәк, мин һиңә кәрәк әле. Һинең менән бөтәһе лә яҡшылыр, тип өмөтләнәм. Минең өсөн ҡайғырма, мин һинең университеттан ике урам аша ғына булған ҡарттар йортонда йәшәйем. Һине һәр ваҡыт күҙәтә барҙым, һинең бәхетле йәшәгәнеңде белгәс, борсорға теләмәнем”.
Йәһәт кенә машинама ултырып, кире елдерҙем. Әсәйемдең һәр ваҡыт янымда ғына булғанын күҙ алдына ла килтерә алманым. “Өмөт” исемле ҡарттар йортонда әсәйемде ҡыш көнө теләнселәп йөрөгәндә табып алыуҙары тураһында һөйләнеләр. Ишеткәндәрҙән сәстәрем үрә торҙо. Әсәйем ҡышҡы һыуыҡта теләнселәп йөрөгән! Ниндәй кеше мин? Әсәйем шундай хәлдә ҡалғанда мин ҡайҙа инем? Унда эшләгән хеҙмәткәр ҙә тап шундай һорауҙар бирҙе. Бер ни тип тә яуап бирә алманым. Оҙаҡ йылдар үтһә лә, әсәйем мине ғәфү итер, тип өмөтләндем һәм бүлмәһенең ишеген асып ебәрҙем. Ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Ҡартайған, ныҡ ҡартайған, алам-һолам кейгән әсәйем миңә иғтибар ҙа итмәне.
-Әсәй...әсәй...әсәй, был мин.
Күҙемә йәштәр тулып, әйтер һүҙҙәремде лә әйтә алманым. Алдына ятып иланым, күҙҙәренә ҡарай алманым, оят ине. Ә ул, илай-илай, минең сәстәремдән һыйпап йыуатты.
-Улым, бәпәйем, һин мине эҙләп таптың. Һине эй көттөм, эй көттөм, ныҡ көттөм, барыбер килерһең, тип ышандым.
-Әсәй, әйҙә ҡайттыҡ.
-Минең өйөм юҡ бит, балам.
-Әсәй, өйөң бар, ейәнсәрең бар.
-Ейәнсәрем? Улым, ысынмы?
-Эйе, әсәй.
Ҡосаҡлашып, илаша-илаша ҡайтырға сыҡтыҡ. Ләлә менән алдан һөйләшмәгәнемә үкенеп бөтә алманым. Ул әсәйем менән һаулыҡ та һорашманы. Килеп ингәс тә ҡысҡыра, әрләшә. әсәйемде ҡыуа башланы.
-Һеҙ кем? Бында нимә эшләйһегеҙ? Минең иремдең әсәһе юҡ, ул үлгән,--тине.
Мин, Ләләгә ярарға тырышып, нисәмә йылдар элек әйткән һүҙҙәремде ҡабатланы ул. Йәнем көйөп, Ләләнең яңағына һуғып ебәрҙем һәм айырылышыу тураһында әйттем.
Әгәр айырылышһаҡ, ҡыҙымды күрһәтмәйәсәген белдерҙе, тик миңә нисектер барыбер ине инде. Үҙемде эскерһеҙ һөйөүсе, ниндәй хәлдәргә ҡалдырһам да ғәфү итеүсе әсәйемде рәнйетеүем өсөн үҙемде күрә алмай инем.
Ә бит ни бары бер-ике минут кешенең яҙмышын боҙорға етә икән. Мин дә, Ләлә менән талашып, бер-ике минутҡа әсәйемде күҙ уңынан ысҡындырҙым, уның сығып киткәнен күрмәй ҡалдым.
Подьездан йүгереп сығып, аҡылынан шашҡан кешеләй улай-былай йүгереп әсәйемде эҙләнем. Һәм күрҙем...Аяғыма таш бәйләнеләрме ни... Кешеләр йыйылған, емерелгән машина һәм уның алдында әсәйем ята.
Бер ниндәй мөхәббәт тә әсә һөйөүен алмаштыра алмай. Бер кем дә һине әсәнән артыҡ ярата алмай. Бер кем дә һинең өсөн йәнен бирергә әҙер түгел.
Ғәйеп тойғоһо һәм күңел әрнеүе менән йәшәйем. Миңә бер кем дә, бер нимә лә кәрәкмәй, барыһына ла тик үҙем ғәйепле. Йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ.
Әгәр һеҙ әсәйегеҙ тураһында уйлайһығыҙ икән, иҫегеҙҙә тотоғоҙ: әсәйҙән бөйөк кеше юҡ, бер кем дә һеҙҙе әсәй кеүек ярата алмаясаҡ. Әсәй кеше генә үҙ балаһы өсөн бөтәһенә лә әҙер. Ҡатынығыҙҙан әсәйегеҙгә ауыр һүҙ әйттермәгеҙ, минең хатамды ҡабатламағыҙ. Атай-әсәйегеҙҙе һаҡлағыҙ, улар һау саҡта ҡәҙерҙәрен белегеҙ, һуң булыуы бар. Һеҙ үҙегеҙҙе ғәфү итә алмаясаҡһығыҙ.