Ғәфү ит мине!
Көндәр буйы өйҙә яңғыҙым ғына ятҡас, шул тиклем күп уйландыра, ҡайһы саҡта аҡылдан яҙыр сиккә етәм. Һәр көнөмдө иҫкә төшөрәм. Егетлек осорон, буласаҡ ҡатыным менән осрашып йөрөгән көндәребеҙҙе, матур кистәрҙе, туй көнөн, йорт һалып йөрөгән ваҡыттар, бер-бер артлы тыуған балалар, эш, бурыстар, юҡһыҙлыҡ, ҡатын менән таңға тиклем һөйләшеп сыҡҡан төндәр, нимә менән шөғөлләнһәк уңышлыраҡ, тормошобоҙ етеш булыр тип уйланыуҙар. Ул ваҡытта тормош ауыр кеүек тойолған. Ә бөгөн шуларҙы иҫкә төшөрөп ултырам да, ул беҙҙең иң бәхетле, иң рәхәт йылдарыбыҙ булған икән. Киләсәге лә шулай дауам итәһе ине лә бит, ләкин мин абындым. Һөйләшер дуҫтарым ҡалманы, туғандарымдың күпселеге мине һыҙып ташланы. Ҡатыным янымда булһа ла, әллә ҡатын ул миңә, әллә шәфҡәт туташы ғына...
Ләйсән менән осраҡлы ғына танышып киттек беҙ. Техникумдан һуң үҙебегә ҡайтып эшләй башлаған саҡтар ине минең. Машина паркында ярты йыллап эшләгәс, КамАЗ-ға ултырттылар. Шул уҡ ойошма эшендә ҡалһам да, быныһы башҡасараҡ эш. Яҡын тирә ҡалаларға ла барырға, күп йөрөргә тура килә. Машинаны үҙем ҡарап торам, ремонт кәрәкһә, шулай уҡ үҙемдән. Йыш ҡына Өфөгә барғанымды белеп ҡалған күршебеҙ Рауза апай бер көндө йомош менән ингән. Мин өйҙә юҡ инем, әсәйгә әйтеп ҡалдырған. “Өфө яғына тағын барһа, Ринат миңә лә әйтһен әле, Өфөлә минең бер туған һеңлем йәшәй. Бер кешеһе лә юҡ уның, мин дә бик бара алмайым, күстәнәс булһа ла ебәрер инем,”—тигән. Рауза апайҙың ул һеңлеһен беҙ беләбеҙ. Йәй көндәрендә апаһына ҡайтҡылай ине ул. Һуңғы йылдарҙа юлға сыҡмай булһа кәрәк. Апалы-һеңлеле күберәк телефондан аралашып йәшәйҙәр.
Нисә көн үткәндер, иртән нарядҡа барған ерҙән Өфөгә сығырға ҡуштылар. Складҡа барып йөк тейәргә лә, юлға сығырға кәрәк икән. Өфө тигәс, ҡылт итеп Рауза апай иҫкә төштө.Тиҙерәк әсәйгә шылтыраттым. Инеп әйт әле, әйберҙәрен йыйып ҡуйһын, ике сәғәттән юлға сығам, тинем. Ул ваҡытта кеҫә телефондары юҡ ине әле, өй телефонынан ғына һөйләшә торған заман.
Рауза апай бер тоҡ картуф, бер сумка күстәнәстәр тейәп оҙатып ҡалды мине. Ҡулыма һеңлеһенең адресын яҙып бирҙе, бик күп сәләм әйтерһең, тине.
Ул көндө барыһы лә яҡшы ғына барҙы. Ойошма эше лә тиҙ генә булды: бушатаһын бушатып, алып ҡайтаһы йөктәрҙе тейәп, эш бөткәс, күршенең йомошо менән киттем. Шаҡтай йыш йөрөлгәс, Өфөнө беләм, адрес буйынса тиҙ генә барып еттем. Тоҡтағы картуфты күтәреп, дүртенсе ҡатҡа менеп киттем. Үҙем менәм, үҙем уйлайым, өйҙә генә булһа ярар ине был апай тип. Туҡылдатыуға, ишекте бер ҡыҙ асып ебәрҙе. Бер мәлгә юғалып ҡалдым. Беренсенән, ҡыҙҙың сибәрлеге телдән яҙҙырһа, икенсенән, мин бит ишекте Рауза апайҙың һеңлеһе аса тип көтәм. Ә бында бына нисек килеп сыҡты. Ыҡ-мыҡ итеп торғансы, түрҙән апай үҙе лә күренде. Ниһайәт, шунда ғына аңлаштыҡ. Бик ҡыуанды ул, шунда уҡ өйгә саҡырҙы, юл кешеһен былай ғына ебәрергә ярамай тип, сәй ҡуйып ебәрҙе.
Баҡһаң, Гәүһәр апай үҙенә иптәшкә ошо студент ҡыҙҙы индергән икән. Магазинға йөрөргә, иҙән йыуырға, ауырып китһәм, “Ашығыс ярҙам” саҡырырға кеше булыр, тип уйлаған. Ләйсән Гәүһәр апайҙа икенсе йыл йәшәй, тиҙҙән уҡып бөтә, тағын бер йылы ғына ҡалып бара икән.
Ләйсәнде мин тәү күреүҙә үк оҡшаттым. Ул көндө беҙҙең янға сыҡманы, Гәүһәр апай ғына һыйлап ултырҙы. Шулай итеп, бер тоҡ картуф минең бөтөн киләсәк яҙмышымды хәл итте. Шул көндән башлап, кәрәк булһа ла, булмаһа ла Өфө юлын тапай башланым. Йыш барып булмай, әлбиттә. Әммә айға бер тапҡыр эштән ебәрәләр, бер тапҡыр үҙем сығып китәм. Шулай итеп, айына ике тапҡыр осрашып йөрөнөк. Ләйсән дә мине оҡшатты, беҙҙең осрашып йөрөгәнгә Рауза апай менән Гәүһәр апай ҙа бик шат инеләр. Ике арала күстәнәстәр, “сәләм”дәр йөрөп тора бит. Туғандарға тағын нимә кәрәк?
Уҡыуын тамамлауға Ләйсәнде үҙебеҙгә алып ҡайттым. Шул уҡ көҙҙә өйләнештек тә. Мин бик бәхетле инем. Сөнки йыл буйы барыбер, башҡа берәү араға инмәһен, уҡыған ерендә егеттәр күптер, күҙҙәре төшмәһен, тип ҡурҡып йөрөнөм.
Ләйсән менән матур ғына йәшәп киттек. Беҙҙең районды оҡшатты, эш тә булды, балалар тыуҙы. Тормош бары-юғы менән барҙы инде. Эргәбеҙҙә әсәйҙәр ҙә йәшәгәс, улар ярҙамлаштылар. Тик 90-сы бола йылдарҙа әсәйҙәр ярҙамы менән генә алыҫ китеп булмай ине шул. Бер заман балалар баҡсаһында ла юҡлыҡ булып алды. Икебеҙгә лә эш хаҡы түләмәнеләр, киләсәк билдәһеҙ булып тойолдо. Ҡатын менән бер талашып, бер ярашып йәшәнек. Шул осорҙа күптәрҙең ғаиләһе тарҡалды. Ирҙәр эсеүгә һалышты, сығып китеп юғалды, аҡса эшләргә алыҫ ерҙәргә китеп, ҡайтманылар. Беҙҙең дә нервы ныҡ ҡаҡшаны. Ашарға картуф, макарондан башҡа бер нәмә лә тигәндәй юҡ. Бына шул саҡта ныҡлап уйларға, ниндәй булһа ла ҡарарға килергә кәрәк ине.
Ләйсән менән оҙаҡ уйлаштыҡ, нимәгә тотонорға ла белмәнек. “Нимәне булһа ла үҙгәртмәһәк, астан үләбеҙ,”—тигән ине ул ваҡытта ҡатыным. Шулай итеп, мин йөк машинаһы алдым. Бурыс муйындан ине, уның тураһында уйлаһам, әле лә ҡыйын булып китә. Заказдар буйынса эшләй башланым. Кешеләргә телефон номерыбыҙҙы тараттыҡ, бер клиентты ла юғалтмаҫ өсөн ҡатынға эштән китергә тура килде. Кеше шылтырата, хатын яҙып һала, ә ул кис ҡайтҡас миңә бирә. Тормошобоҙ көйләнеп киткән һымаҡ булды. Әммә барыбер ныҡ ауыр саҡтар ине әле ул беҙҙең. Бер ун йыллап шулай барҙы. Унан һуң ғына еңел һулап ҡуйғандай булдыҡ. Тағын ике машина алдыҡ, ҡатын тулыһынса минең эштәрҙе алып барҙы, аҡсаны ла ул йыйҙы, клиенттар менән һөйләште. Кеҫә телефондары барлыҡҡа килгәс тә шулай булды. Сөнки мин гел юлда бит, яйлап һөйләшә алмайым. Әммә беҙ ошо эш менән аяҡҡа баҫҡан кешеләр. Йорт һалдыҡ, балаларҙы уҡыттыҡ, әсәйҙәргә ярҙамлашып йәшәнек. Бер нисә йыл элек ике бүлмәле фатир алдыҡ. Беҙ быларға ҡара тир түгеп ирештек. Ниндәй генә хәл булмаһын, ҡатыным миңә гел ярҙамға килде. Әммә мин уны бер аҙға онотоп ебәрҙем шул.
Нәйлә менән ошо уҡ эш таныштырҙы беҙҙе. Ул бүрәнәләр ҡайтартты. Бушатырға йүнлерәк кешеләре лә юҡ ине. Машина тәҙрәһенән ҡарап ултырам бит инде, көскә күтәрәләр, эш рәтен белмәйҙәр. Күренеп тора, эшһеҙ йөрөгән ирҙәрҙе генә саҡырған был, бәлки арзаныраҡ һорағандарҙыр. Быларҙан рәт сыҡмаҫын аңлап, ярҙамлашырға үҙем сыҡтым. Бергәләп тиҙ генә эште бөтөрҙөк тә, Нәйлә аҡса һанай башланы. “Һеҙ тейешенән артығын дә эшләнегеҙ, күпме түләйем?”—тип күҙҙәремә ҡараны. Бына шунда әллә нимә булды миңә. Артығын алманым. Шул һөйөнөстән булһа кәрәк, Нәйлә тиҙ генә табын ҡорҙо. Һөйләштек, таныштыҡ.
Шунан китте инде беҙҙең... Башымды юғалттым мин уның менән. Гел кире яҡ булһа ла, уға бармайса ҡала алмайым. Көнө буйы эш менән йөрөһәм дә, инеп сығам. Ә ҡайһы саҡтарҙа йоҡлап та ҡалғылайым. Бер йыл тигәндә ғаиләмде ташланым, айырылышырға тип үҙем ғариза яҙҙым. Әле уныһы ғына етмәне, ике машинамды ла Нәйләгә яҙҙырҙым. Йыйылған аҡсаға фатир һатып алдым. Уныһын да Нәйләгә яҙҙырҙым. Бер аҙ етмәгән өлөшөн кредит менән түләп бөтөрҙөм. Ҡатын менән ныҡ тауышланып бөттөк. Уның аҡырғанын, илағанын күргем килмәйсә, кейемдәремде лә алып сығып китмәйенсә байтаҡ йөрөнөм әле. Ә шулай ҙа, бер көнө көндөҙ тиҙ генә инеп сығырға уйланым. Ләйсән өйҙә, кәйефе юҡ, тәҙрәләр йыуып йөрөй ине. Килеп инеүгә танауға корвалол еҫе һиҙелде. Быға тиклем уның бер ҡасан да йөрәгенә зарланғаны юҡ ине, ә бында минең йөрөүҙәр шулай һуҡҡан күрәһең. Шуны һиҙһәм дә, хәлен һораманым. Шкафтарҙан кейемдәрҙе йыйҙым, башҡа кәрәк-яраҡтарҙы тултырҙым. Ике ҙур сумка йыйылды. Замоктарын ябып, күтәреп сығып ҡына китмәксе инем, әллә нимә булды, эҫе булып китте, һул яҡ ҡыҫылды, ҡоланым. Ләйсән “Ашығыс ярҙам” саҡырҙы . мине дауаханаға алып киттеләр. Инсульт булған, тинеләр.
Мин өс аҙна ятып сыҡтым. Нәйлә яныма бер тапҡыр ҙа килмәне. Ләйсән килгеләп йөрөнө йөрөүен, әммә үҙе теләп түгел, врачтар тегенеһен-быныһын һорап торғанға ғына килде ул. Кешеләрҙән дә уңайһыҙ булғандыр.
Хәлем бер аҙ еңеләйгәс, өйгә ҡайтарабыҙ, тинеләр. Үҙем генә йөрөй алмайым, тағын ҡатын кәрәк. Дауаханала ятып, байтаҡ ҡына нәмәләр йыйылды, мин уларҙы күтәрерлек хәлдә түгел. Бына шулай, ярым тере көйө Ләйсән мине өйгә алып ҡайтып китте, врачтарға рәхмәт әйтте. Күреп торам бит инде, минең өсөн йөрөмәне ул, кеше һүҙе булмаһын тип кенә йөрөнө. Районда беҙҙе барыһы ла белә бит, ир менән ҡатын булып һаналабыҙ.
Өйгә ҡайтһам да, мин әле эшләрлек хәлдә түгел. Тағы күпме ятырға тура килер, бер Хоҙай белә. Сәғәте менән дарыу эсергә, уколдар алырға кәрәк. Барыһын да Ләйсән эшләй. Беҙ уның менән һөйләшмәйбеҙ ҙә тиерлек. Мин аҡса алып ҡайтмай башлағас, ул эшкә урынлашҡан ине. Иртән китә, кис ҡайта, мин уны көндәр буйы күрмәйем.
Нәйлә ике машинамды, фатирҙы мин дауаханала саҡта уҡ һатҡан, тинеләр. Быны миңә шоферҙарым шылтыратып әйттеләр. “Бында йәшәмәй ул хәҙер, күсеп киткән,”—тинеләр. Бер нәмәм дә ҡалманы, фатирға алған кредит ҡына ҡалды. Шулай ахмаҡланып йөрөгәндәремә үкенеп бөтә алмайым тип әйтеү—бер ни әйтеү түгел тиһәң дә була. Теге көндө йөрәк менән ниңә үлеп кенә китмәгәнмен икән, Былай ыҙалап йәшәгәнсе. Мин ғаиләм алдында ныҡ ғәйепле. Балалар алдында оят. Ошо хәлдәргә тиклем ҡатын илай-илай әрләгәйне: “Һеперткең бәхетенә һине тиҫтә йылдар ошо эшкә ҡанатландырып торғанмындыр инде, һәр бер шылтыратыуҙы алыр өсөн ишек алдына ла сығырға ҡурҡып торҙом бит мин. Һине эшле итәйем, ғаиләне барлы итәйем тип тырыштым. Рәхмәтең шул булды!”—тигәне әле лә ҡолаҡта яңғырай.
Беҙҙең хәлдәрҙе бөтә туғандар ҙа белә. Уларҙың ҡайһы берҙәре теге саҡта мине туҡтатырға ла тырышып ҡараған ине бит, 20 йыл бергә йәшәп кем айырыла инде, бына тигән ҡатының, тип әйткеләгәндәре булды. Мин бит береһен дә тыңламаным. Уларҙаң күбеһе минең яҡҡа боролоп та ҡарамай хәҙер. Ә Ләйсәнгә шылтыраталар. Минең хәлдәрҙе лә һорашалар. Ә минең үҙемә береһе лә шылтыратмай. Дуҫтар ҙа бөттө. Бергә эшләгән шоферҙар ғына ара-тирә шылтыратҡылайҙар. Улар ҙа былай ғына инде, эш һорап шылтыратыуҙары. Бәлки машиналарын ҡайтара алғандыр, тип уйлайҙарҙыр. Нисек ҡайтара алайым инде мин уларҙы, үҙ ҡулдарым менән бүләк иткәс.
Белмәйем. Ләйсән ғәфү итерме мине. Бәлки, ҡыуып сығарырға минең бер аҙ һауыҡҡанды ғына көтөп йәшәйҙер. Ә бәлки, үҙем сығып китһәм, дөрөҫөрәк булыр. Минең унан ғәфү үтенгем, аңлатҡым, шулай килеп сыҡҡанын үҙем дә һиҙмәй ҡалдым тип әйткем килә. Тыңламай шул. Эштәрен бөтөрә лә, бүлмәһенә инеп бикләнә. Минең менән артыҡ бер генә һүҙ ҙә һөйләшмәй, шулай итеп язалай. Артабан нишләп бөтөрбөҙ, һис белгән юҡ.
Рөстәм.