Ғәҙәти эш иртәһе ине был. Бөтмәҫ ҡағыҙ эшенә күмелеп Марс Нилович әле был, әле теге килешеү ҡағыҙҙарын барлап ҡултамға ҡуйып ултыра ине. Ҡайһыларын күҙлек аша ла, күҙлек һыртынан һөҙөп ҡарап, айышына төшөнә алмай, йә кәрәклеген күрмәй, йомарлап сүп һауытына ырғытып та ҡуя.
Бер мәл өҫтәлдең бер яҡ ситендә ятҡан телефоны вибро өн сығарып тауышланды. Тертләмәне, ғәҙәти хәл итеп күреп, һалҡын ҡиәфәттә ҡабул итте ул уны.. Шылтыратыусының кем булыуы ла мөһим түгел кеүек ине уға.
— Дә!
Теге оста шытырлаған насар бәйләнеш аша ишетелгән:
— Ағай! Әсәй юғалды!- тигән хәбәр осоп барыусы уҡ тиҙлегендә зиһенен ҡарманы. Марс өсөн үтә лә таныш тауыштан ине был хәбәр.
— Нни... нимә-ә!- йөҙөнә сирнайыу сығарған ир хәбәр айышына төшөнмәгәндәй ҡарашын ҡағыҙҙарынан алып стенаға ҡалҡытты.
— Әсәй юҡ булған, ағай...ҡайтмаһаң булмаҫ...
Секретарь ҡыҙҙың бер нисә бит документты алдына һалып, хужаһының ҡул ҡуйыуын көткәненә лә иғтибар итмәй, Марс тын ғына урынынан ҡалҡып, үрә баҫты.
— Аңламайым. Нисек улай... юғалған? Кеше энә түгел дә һаң ? Ҡала булһа бер хәл, ауыл бит... Йөрөйҙөр күрше тирәһендә.
— Ағай, улай түгел шул. Ишеге асыҡ ҡалған. Урындығында эселмәгән сәйе ултыра, ә әсәй юҡ. Кисә кис кенә өйҙә ине, бөгөн иртән юҡ. Һин ҡайт әле, ағай...
Ауыр кәүҙәһен саҡ һөйрәп кресло менән өҫтәл араһынан сығарып, Марс Нилович тәҙрә янына барып баҫты.
— Мирас, ҡарале, ҡустым. Һин берүк ҡабалан шауламай тор. Мин ҡайтам әлбиттә. Хәҙер үк юлға сығам. Тик һин өндәшмәйерәк тор быны, йәме. Барғас аңлатырмын.
— Өндәшмә, тип, кемгә әйтәйем инде? Ауыл ярым буш тиерлек...
— Яҡшы. Үҙем барғас хәл итербеҙ, нисек, ҡайҙан эш башларға.
— Ағай, тик һин тиҙерәк…
Нисек һаулашмай һүҙ башлаһалар, шулай хушлашмай хәбәр йомарлап ҡуйҙы был ике туған.
Усына ҡайнар ҡуҙ тотҡандай, телефонын улай - былай әйләндереп, шаулы ҡалаға йөҙ асҡан киң тәҙрә аша Марс бергилке ҡарап торҙо.
Көтөүе менән һөрлөккән машиналар ағымы, тегеләй - былай сапҡан кешеләр артынан эйәреп уйҙары ла аҙашҡандай булды.
Ҡайҙа булырға мөмкин әсәләре?
Еләк-емеш тирер мәл түгел. Былай ғына ҡыр еҫкәйем тип сыҡмаһа...
Һыуынған сәй, бикһеҙ өй тигәненә аптыраҡ.
— Нилович, что то случилось?
Бүлмәнән сыҡмай ҡултамға көтөп арыған секретарь ҡыҙҙың тауышы кинәт һиҫкәндерҙе уны.
— Да нет, ничего. Односельчани звонят, просят руку помощи. Бабушка одна пропала.
— Ужас какой! До деревень дошли эти пропажи.
— Не говори. Придется поехать.
— А конференция? С совещанием как? Сообщите о пропаже в полицию, и все! Их же дела?!
— Нет. Она мне родня. Придется отложить все на некоторое время и самому заниматься расследованием. А так то, завтра я обязательно буду на месте.
— Ладно. Так и доложу всем. Только вы на вот эти соглашения загляньте...
Әле генә Мирас ҡустыһы еткергән хәбәрҙең хужа ҡиәфәтенә һис тайпылыш индерә алмаясаҡ тип ышанһа ла, Марс Ниловичтың күңел төбө яҙғы ҡарлы - буръяҡлы һыу кеүек аҡтарылыуын дауам итте.
Шул буръяҡ шауҡымында ҡалып, алдында сетерләп торған секретарь ҡыҙҙың һүҙҙәренә лә, ҡағыҙҙарына яҙылған мөһим килешеүҙәр айышына ла төшөнөргә лә ынтылмай, арлы - бирле сыймаҡлап ҡултамғаһын ҡуйып тиҙерәк эш бүлмәһенән сығып китеү сараһын күрҙе.
**
Марс ауылға ҡайтып еткәндә төш ауғайны инде. Мирас ҡустыһының урам эсендә ҡайҙа барып төртөлөргә белмәй йөрөүен күреп, хәлдең ысынлап та хөрт икәнлегенә тамам ышанды.
— Ағай, һаумы!
— Һау!
— Нишләйбеҙ?
— Туҡта ҡустым, өйгә инәйек. Һөйләшәйек.
— Ваҡытты һуҙырға ярамай ағай. Бәлки әсәй тап ошо мәлдә беҙҙең ярҙамға ныҡ мохтаждыр, ә беҙ...
— Ҡа-ба-лан-ма! Әтәслегеңде ҡуй хотя бы ошондай саҡта! Ауыҙың күп беште ошо холҡоң арҡаһында, һаман аңламайһың икән. Мин һиңә ағай! Тыңла!
— Хата тикшерешер мәл түгел. Ағай тигәс тә, аҙым һайын үҙеңдең хужа икәнлегеңә ишараламаһаң да беләм. Ҙур түрә икәнлегең дә нипачум, һин бында минең менән тиң.
— Һаман да шул сиңерткә икәнһең. Инде ир булғанһыңдыр был тиһәм.
Өй эсенә үттеләр. Таныш урындыҡ, һикеләр ҙә шул гөйө. Ауыҙы ҡыйшая биргән мейес тә пост ташламаған тоғро һалдаттай ғорурлығын күрһәтеп үҙ һынында тора.
Ир ҡорона тулған ике ир туған бер береһен еңешә алмай бергилке һүҙгә килешеп тызырайып ултырғас ҡына өй эсендә ауыр тынлыҡ урынлашты. Бары тик стена сәғәтенең тыҡ-тыҡ килеп секунд һанауы ғына ваҡыт туҡтамауын, алға елеүенә ишараланы.
Тынлыҡты ағай кеше боҙҙо.
— Кем күрҙе тәүләп әсәй юҡлығын?
— Иртәнсәк Ләйсән һөт алып килгән. Ҡапҡа терәүе алынған, ишек асыҡ ине ти.
— Ләйсән тигәне кем инде ул?
— Эх ағай... Минең уртансы ҡыҙ ул Ләйсән. Хәйер, ҡайҙан беләң инде һин Ләйсән - Гүзәлдәрҙе. Ауылға ҡайтмағаныңа нисәмә йыл үтте. Тора бара мине лә танымаҫһың инде.
— Шунан, нисек артабан?
— Ләйсән ҡайтып Лилиәгә, киленеңә әйткән, ул миңә хәбәр итте. Эштә инем, ахырыһы ҡайтып килдем.
— Эш тигәндәй, ҡайҙа йөрөйһөң әле?
— Пилорамда. Күрше ауылда.
— Мдәәә, ҡустыыым. Һаман шул бил бөгөүҙә икәнһең.
— Эштең ояты юҡ ағай, белгең килһә. Бөтәбеҙ ҙә креслоға сумып фарман биреп ултырырға әүәҫләнһәк, кем эшләр бындағын?
— Дөрөҫ мыңғырлайһың, ҡустым, - мыҫҡыллы йылмайғандай Марс уң ҡулы менән Мирастың яуырынына ҡағылып ҡуйҙы.
— Килен үҙе килгеләп торғандыр бит бында? Ауырыйым тип өндәшмәне микән әсәй.
— Лилиә өйҙәге эштән бушамай. Хәҙер ауырайҙы ла. Бәпес көтәбеҙ. Дүртенсегә. Шуға ҡыҙҙарҙы ғына ебәреп торҙо. Һөт алып килделәр башлыса. Икмәкте әсәй үҙе бешерҙе. Пенсия алған мәлендә үҙем килгеләнем.
— Айына бер буламы инде һинең килеүең?
— Эйе.
— Аҡса һауырғамы?
— Әҙерәк алғыланым инде. Үҙе әйтте бит, ярҙам итәм, ал тине. Алиментты түләп бөтһәм иркенәйелер ине лә.
— Һыыһһ... Эй ҡустыыым... Хәйерселек арттырып ул балларҙы нимәһенә табаһығыҙҙыр... аңламайым... Унан бигерәк, бер ауыл эсендә йәшәп айына бер үҙ әсәһенә килеп сығыр өсөн дә аҡса һылтаулап ултырыуыңды әйтәйем инде... тфүй! - урындыҡ ситенән һике яғына ҡарап төкөргәндәй һын күрһәтеп ҡуйҙы ағай кеше.
— Ағай, һин дә айҙың теге яғында йәшәмәйһең. Килергә ине әсәйгә. Минең һымаҡ ҡара йәйәү ҙә түгелһең, аҫтыңда әллә нисә тәгәрмәсле машинаң бар, нишләп һин ҡайтманың улайһа?
— ...
— Вәт бит! Кеше күҙендәге сүп бүрәнә кеүек күренә инде шунан...
Телефоныңды үҙгәртеп йөҙәтәһең. Әле лә, саҡ таптым бит номерыңды. Мин килгән һайын әсәй һине һораны, әҙрисен табып бир тип бөттө. Ағай арыу, һәйбәт йәшәй тип йыуаттым. Күрәм, бик ыҙалып бил бөкмәгәнһең...
… Әсәй белеп тә һине "ҡырағай" тип әйтмәгәндер. Точно һин дикарь!
Ултырған урынынан ҡалҡынып өй эсен ҡыҙыра башлаған Марс өсөн ҡустыһының һүҙҙәре уҡ булып йөрәгенә ҡаҙалды. Күкрәгендә әсе әрнеү тойҙо.
— Йә, ҡайҙан башлайбыҙ? Хәбәр һатып тик ултырабыҙмы ошолай? Үҙең мин килгәс тинең. Кемгә хәбәр итәбеҙ?
Стеналағы рам эсенә ҡыҫтырылған фоторәсемдәр тапҡырында туҡталған Марсты был һорауҙар кинәт артына боролорға мәжбүр итте.
— Ҡустым, әйҙә, тәүлә үҙебеҙ эҙләйек. Урам эсенән, кәртә ҡура яғынан, күрше тирәнән һорашып. Аҙаҡ если что саҡыртырбыҙ.
Ергә һеңешә башлаған әллә күпме тиҫтә йыл үҙ һынын һаҡларға тырышып та һыртына таянған өй иҙәндәре әзмәүерҙәй ике ир тапап үтеүенә сыҙамай ыңғырашып ятып ҡалды. Мирастың соланға сыҡҡас:
— Күрше-тирә тип ней... был урамда берәү ҙә юҡ бит инде, - тигәне генә ишетелде.
Хәл ысынлап та бик хөрт ине. Мирас менән Марс ни тиклем ауылдың аҫтын өҫкә әйләндереп тенетеп эҙләмәһен, бер ерҙә лә Бикә әбейҙе күреүсе лә, белеүсе лә булманы.
Кисә кискә ҡарай урамынан усаҡ төтөнө сыҡҡаны күренә ине...
Өлөкөгөн булғандыр, көтөү киткән мәлдә Бикә инәй ауыл осонда тора ине...
Тәҙрәһендә уты күренде ул кисә...
Әсәгеҙ кеше араһына әллә ни сыҡманы бит, ҡайҙан күрәйек беҙ уны...
Емеш еләк тиһәң иҫе китте лә йөрөнө, күп булһа ҡыр һуларға киткәндер. Өй араһында булһа берәү булһа ла күрер ине...
Кемгә генә барып өндәшмәһендәр һәр кеме әбейҙе ҡасан күреүен иҫенә төшөрөп, аптырап эҙләү юлын фаразлап ҡараны.
Көн кисләмәҫ борон тип машинала яҡын тирә ҡырҙы ла ҡыҙырҙылар. Унда-бында осраған көтөүселәргә лә йәүкәләп сыҡҡас, үҙаллы эҙләп табыуҙарына тамам төңөлә башлаған ике ир уҙаман ҡала полиция бүлегенә хәбәр ебәрҙеләр.
Махсус эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәренең тик иртәгә генә килеп етәксәктәрен ишеткәс, Марс түрәлек һыҙаттарын өҫтөн ҡуйып хәҙер үк килеүҙәрен талап итһә лә, "Һеҙҙә генә юғалтыу бар тип беләһегеҙме? Егеттәр бушамай. Донъя тулған юғалтыуҙар менән" - тигән һүҙҙәрҙе яуапҡа ишетеп тынып ҡалды.
Ни тиклем үҙенә саҡырып өгөтләһә лә, Марс ҡырағайлығын ташламай, ҡустыһына барып төнләүҙән баш тартты.
Йәйге кистә бер аҙ һалҡыная төшкән тыуған йорт үҙ ҡосағына алды улын. Шомло ла, күңелһеҙ ҙә ине бер үҙенә уға. Бына бына солан ишеген шыңғырлатып асып әсәһе ҡайтып инер ҙә, "эйй... балаҡайым ҡайтҡан бит минең... әллә ҡайҙа оҙаҡлап тик йөрөгәнмен, үәт иҫәүән..."- тиер төҫлө күрҙе.
Тик ни тиклем һәр шылт иткән тауышҡа ла һиҫкәнеп ултырмаһын, ишектән инеүсе лә, уға өндәшеүсе лә булманы.
Сәй ҡайнатты. Стена буйына һырынған шкаф эсендә ҡатлап ҡатлап теҙелгән кәсәләр, усламы менән йыйналған ағас ҡалаҡтары күп булһа ла, Марс үҙенә сәй яһарлыҡ бер бокал ишараты ла таба алманы.
Бала сағын иҫләп, сөм кәсәгә сәй яһап, урындыҡ ситенә оса терәп кенә Марс сәй шөрпөлдәтте.
Ни тиклем арыған һымаҡ тойһа ла, таҫлап йыйналған карауаттан яҫтыҡ алып ятыуға бар йоҡоһо юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы.
Бығаса илдең һәр мөйөшө менән бәйләй алған телефоны ла өнһөҙ шым ҡалған. Уның телефон операторы ауылда бөтөнләй тотмай икән дә.
Мөйөштә ултырған ҡаралы аҡлы телевизорға йән өрөп ҡарау ҙа файҙа бирмәне. Ниндәйҙер өнһөҙ шәүләләрҙең улай былай йөрөүен генә ҡарап ултырмағанда, һис бер ни аңларлыҡ түгел.
Был әсәй бер яңғыҙы нисек көн үткәрҙе икән? Ни телевизоры, ни радиоһы булмаған. Бығаса һис был хаҡта уйлап та бирмәгән Марс эстән генә әсәһен уйлап әсенеп ҡуйҙы.
Күҙе өҫтәл тартмаһына төштө. Әллә ҡасанғы гәзит журналдар тулы тартмала конверттар, открыткалар ҙа күҙенә салынды. Мирастың әрменән яҙған һәр хатын һаҡлаған икән әсәһе. Ә Марс Мирасҡа ҡарағанда оҙағыраҡ хеҙмәт итһә лә, хат яҙыуға бик ауыр булды. Өс йыл эсендә ни бары биш хат яҙҙың, тип гел телгә ала ине әсәһе. Һалҡынлығын үҙе лә аңламай шул Марс. Иҙелеп әсәй тип өндәшә, иркәләнә белмәне.
Бер яҡ ситтә ятҡан асыҡ конверт ҡарашын үҙенә тартты Марстың. Елемләп йәбештерәһе ере лә ҡупмаған конверт яңыраҡ мәлдеке. Ә эсендә Марстың үҙенә төбәп яҙылған, әммә ебәрелмәгән хаты ине әсәһенең. Әәә, бая ғына Мирас һүҙ араһында әсәйҙең әҙрис һорауын әйтеп һалғайны, бына бит ни уйлаған әсәй.
Сатай ботай хәрефтәр уңға һулға йығылышып дәфтәр юлы буйлап теҙелешеп маташҡандар.
"Һаумы Марс улым!
Һауғынаһығыҙмы? Бик һағындым һеҙҙе балалар. Эштәрегеҙ күптер инде, исмаһам йылына бер булһа ла ҡайтып китер сара тапмайһығыҙ бит. Күсер ҡоштар йылы яҡтан ҡайтып китә, ә һеҙ биртабан ятып та юл тапмайһығыҙ.
Үпкәләмәйем, үҙем юл йөрөй алмағас эсем бошоп китә .
Инһәм сыҡһам бер үҙем, ней һыйырымды булһа ла тотонмай тормағанмын тип үкенәм. Кеше ыңғайына һыйыр ҡыуып, көтөү ҡаршы алып мәж килер инем йә.
Ҡустың, Мирасты әйтәм, Лилиә килен менән арыу ғына йәшәп киттеләр. Инде бәхете ошонан булып нығынһындар инде тип кенә торам. Ильяс менән Илдарға әлиминт түләй, ҡалайтаң, улары ла бала бит, шуға пинсейәмдән өҙөп ярҙам итәм ҡустыңа. Былай тормоштары арыу, ҡыҙҙары үҫеп килә. Түбән оста Таштимер апаң мәрхүмдең өйө буш тора ине, шуны белешеп, һатып алып сыҡтылар. Баллар күрше ауылға йөрөп уҡый бит һәҙер, әҙ булһа ла мәктәп яҡын була тип шул өйҙө һайланылар. Кылуп эштәмәй, бивләтикәне лә ябып киттеләр. Мәстүрә апайыңдың лафкыһы ғына эшләй. Сәй шәкәргә шунда барабыҙ. Уныһы ябылып ҡуймаһын инде. Ризыҡ мул, шөкөр. Нимә ашайым тийәһе түгел, миңә һөттө ҡыҙҙар әпкилә. Мирастың ҡыҙҙары. Һөйөп туялмайым шуларҙы. Лыйана ҡыҙымды ла дөпөлдәтеп яратыр инем, их, ҡанатым юҡ осоп барып етергә...Шөкөр инде һис ауырымайым. Түлкә ошо һинең ҡайтмауың кешенән оят. Аятта әбейҙәр "шул малайың ҡайҙа тора ул?"-тип һораһалар нимә тип әйтергә белмәй китәм.
Наташа килен ни хәлдә? Һаман шул һатыуҙа эштәйме? Елкәһенә сығып ҡуймаһын, түләнеп ыҙаларһығыҙ. Лутсы ҡараштырып шуныңды берәй еңелтә эшкә төшөрһәңсе.
Лыйана ҡыҙым эшкинеп киткәндер инде. Һуңғы тапҡыр килгәнегеҙҙә өс йәш ине. Нисәмә ҡыш рәттән дебет ҡушып ойоҡ бәйләп һалам. Исмаһам береһе бәпәйемдең тәненә яҙмай бит...
Марс улым, әллә үпкәләттемме үҙеңде? Нишләп бер ауыҙ сәләм дә ебәрмәйһең? Кешеләр ҡолаҡ телефоны алып бөттө. Өйрәнә алмаҫмын шул. Тауышығыҙҙы булһа ла ишетергә ине тип китәм.
Быйыл Ҡараташ буйында ҡара ҡарағат ишелеп уңды. Һин яратҡан ҡарағат бит ул. Хәлемдән килгәнсе, мәрйәләрҙән алда өлгөрәйем тип йөрөп йыйҙым. Ҡайтып үәринйә алып кит балам. Ҡыш һыуығында ҡарағаттап тороп сәй эсерһегеҙ..."
Һәр кәкерсәк хәреф артынан йотлоғоп йүгергән Марстың күҙ ҡарашы бер секундҡа хаттан айырылып тек-тек килеп ваҡыт һанаған сәғәткә текәлде.
Ҡараташ ҡарағаты... Теле осона әскелт тәмле ҡарағат үәринйәһе яғылғандай, уртына йыйылған шайығын ғырт йотоп ҡуйҙы.
"Утпыскы ла алмай эшләйһең мәллә, улым. Берәй уаҡытың булғанда ҡайтып ҡына ҡапҡаның оло бағанаһын ҡустың менән алмаштырып китерһең әле. Боронғо урыҫ ҡапҡаһы ауыр, ҡустыңдың яңғыҙ үҙенең хәленән килмәҫ. Берәйһенең өҫтөнә ауып ҡуймаһын тип ҡурҡам. Ҡарағас мәңгелек тиһәләр ҙә, ул да серей икән шул, балам.
Кисә Зәйтүнгөл киленде ҡуйҙылар. Йәштәй генә китеп барҙы, яман ауырыу һәләк итте үҙен. Еңгәй бүләге - янсыҡ алам тип ҡойма башынан ҡолап төшөп маңлайыңды ярғайның, иҫләйһеңме? Зәйтүнгөл еңгәңде төшөргәйнек бит шунда. Зыуҙашып ҡына балаҡайҙары ҡалды. Үҙәгем өҙөлөп илап алдым шул балаларҙы йәлләп...
Минең хәлдәр әлегә ошолай.
Уаҡытың булһа остоҡ ҡына сәләм ебәр, балам. Лыйана ҡыҙым хат яҙырға эшкингәндер инде. Урыҫса булһа ла аңлармын мин, әйт, ул булһа ла яҙһын.
Ҡыш һыуыҡмы һеҙҙә?Өйөгөҙ һыуынмаймы? Ятажды өйҙә торабыҙ ти инегеҙ, күрше тирәгеҙ маҙаһыҙ түгелме? Ер өйө булмағандыр инде, лутшы булыр ине.
Минең өй быйыл йылы тотмаҫ булды ла китте. Әллә үҙем, әллә өйөм ҡартая... былай түҙерлек, шөкөр.
Варис ҡайнағаның бер малайы утын һата, шунан ике машина алғайным, етер тип уйҙайым. Утыны һәйвәт, Ирәндек ағасы ти. Дөрҙәп яна ла китә.
Күҙ етә күрмәй, өҫтө өҫтөнә яҙып бөттөм шикелле. Танып уҡырһың тип ышанам. Ярай, имен һау тороғоҙ! Уаҡытығыҙҙы самалап ҡайтып ҡына кит, балам.
Сәләм менән әсәйең Сөйөмбикә.
Яҙылды 23 март, 2018 йыл"
Сөйөмбикә... Марс үҙ әсәһенең тулы исемен дә белмәй иллегә еткән... Оят!
Бикә әбей... Бикә өләс... Бикә еңгә...
Һәр ваҡыт Бикә тип өндәштеләр бит уға. Йә, Нилдың әбейе, Нил ағайҙыҡы еңгә, Нил бисәһе тип тә ебәрәләр ине. Кем белһен...
Бынан йыл ярым элек яҙылһа ла, хатты хас та кисә генә яҙып һалғандай ҡабул итте Марс. Ҡағыҙ ручка алып хәҙер генә яуап яҙырлыҡ хәлдә лә бит, әсәһенең ҡайҙа икәнлеген, ул да белмәй хәҙер...
Күңеле төбөн әсетеп һарҡыған әсе бөрсөктәр тып тып күҙ йәше булып Сөйөмбикә-Бикә яҙған юлдар өҫтөнә тамды...
Хатты кире бөкләп урынына һалыр саҡта ғына Марс конверт ҡапҡасына яҙылған һүҙҙәрҙе шәйләне.
"Марс улым. Онота яҙғанмын. Дикәберҙә атаң мәрхүмдең йылдығын уҡыттым, һиңә афтыуыз йөрөткән Миңлебай аша хәбәр ебәрттем. Нишләп ҡайтманың? Хатта көттөк. Аллабирһә, быйылғы дикәбер ҙә килеп етер, бүтән улайтып ҡалма. Мин һәр ваҡыт саҡырып тормам. Ҡайтҡың килгәндә лә булмам булыр. Саҡырғасым ҡайт! Минән аманат шул"
Саҡ ҡына бер ситтә
"Наташа киленде әбижәйт итмә. Мәрйә булһа ла ҡыҙым кеүек күреп яратам мин уны. Үҙенә әйт шулай тип "- тип яҙылған ине.
Һуңғы һүҙҙәрҙе уҡып бер аҙ көлөмһөрәп ҡуйһа ла, Марстың күңелен болоҡһоулыҡ баҫыуын дауам итте.
Урынына ятып йоҡлап маташһа ла, бер талайҙан һаташып уянып бер булды.
Төшөндә урам ҡапҡаһын йүнәтәләр икән дә, эргәләренә әсәләре килеп тора икән, арыраҡ аталары йөрөй икән тип күреп бөттө.
Белгәнсә уҡынып, әйләнеп ятып ҡараһа ла, күҙенә һис йоҡо элмәй таң аттырҙы Марс.
Таң һыҙыла башлағанда Марс күптән тышта махсус эҙләү бригаданың килерен көтөп тапана ине. Һалҡынса ауыл иртәһе мең төрлө ауазға мансылып ҡояш нурҙарында ҡойонорға йыйына.
Күпме ғүмер ерҙә йәшәп, Марс тәүге тапҡыр үҙ ауылының иҫ киткес матур, йәнле булыуына иҫе китеп таң ҡалды.
Өйкөм-өйкөм һыйыр ҡыуған еңгә-килендәр ағымы, сыбыртҡы шартлатып көтөү туплап маташҡан малай шалайҙар һыҙғырыуы — тик ауыл өсөн генә хас матурлыҡ тип фекерләне.
Саң борҡотоп ҡабырғаһына күк буяу менән "Полиция" тип яҙылған машинаның Шакир утарынан үтеп Бикә әбей йортона барып туҡтауына һис кем аптырап ҡараманы. Кистән генә Марс менән Мирастың бер булып әсәләрен эҙләүен ишеткән бар ауыл, бары тик баш сайҡап ҡына аптырашын белдерҙе.
Махсус бригада тигәндәренең кинолог эттәренең дә булмауына бер аҙ эсе бошто Марстың. Шулай ҙа, ышанысын һүндермәй, улар һорашҡан һәр нәмәне әйтеп, хәленән килгән тиклем күрһәтеп маташты.
Әсәйегеҙ кемдәр менән тығыҙ ҡатышты?
Ғәҙәтендә ҡырға сығып йөрөп килеү бар инеме?
Хәтер юғалтыу, онотоу менән йонсоманымы?
Ҡан баҫымы нисек ине?
Ә өҫтөндә ниндәй кейем ине икән?
Һорау алыусы йәш егеттең ҡайһы бер ябай ғына һорауҙарына ла, Марс яуап таба алмай йөҙәне.
Мирас та нишләптер оҙаҡланы, ана, бар, һин яуап бир, тип ҡотолор ине йә.
— Әсәйегеҙ оло ғына булған. Моғайын да бындай йәштә уны ҡан баҫымы күтәрелеүе лә йонсотҡандыр. Исмаһам бер булһа ла һорашманығыҙмы ни шул хаҡта?
Үҙе йәш булһа ла, төплө һорауҙары менән Марсты тамам йонсотҡан следователь егеткә Ниловичтың асыуы ҡабарҙы. Белмәһәң бел, мин шул-шул завод директоры булам, һеҙҙең алда Марс Нилович үҙе, тип танытырға уйлағайны ла, мәле әле түгел, тип эстән үҙен тыйҙы. Тыйылды. Белгән һорауына белгәнсә, белмәгәненә яуырын һикертеп кенә ултырҙы. Был күренеш уға хас та экзаменды хәтерләтте...
Урман-ҡыр, туғай-дала ҡалманы, Бикә әбейҙең эҙе лә, еҫе лә табылманы. Исмаһам бер йөй ҙә эләктерә алмаған махсус бүлек егеттәре көн төштө ауып үтеүгә, икенсе ҡаланан тиҙ арала эҙәрмән эт биреп тороуҙарын һорап рация аша хәбәр юллаты.
Күп көттөрмәне улары. Һауа юлын ярып вертолет менән ҡыр күҙәтеп килгән полицайҙарҙы бар Шакир утары халҡы ҡыҙыҡһынып күҙәтеп ҡаршы алды.
Кемеһелер, "Бикә әбейҙе күрше өлкәлә тапҡандар ти. Шуға виртәлүт менән әпкилгәндәр"- тип ғәйбәт боламығына ойотҡо төшөрөп тә ебәрҙе.
"Аҡсаһы күп булған ти бит ул аның. Эйее! Нил ҡарт һуғыш витыраны булды бит. Хөкүмәт беҙгә бирмәгәнде уларға вис һондо. Ана шул аҡсаһын ҡыҙғанып та гурытҡа бармай ятҡан ти бит Бикә ошонда. Малайы апҡайтам тип килһә лә бармағас, үсегеп бүтән килмәҫ булып йөрөгән. Ана, эт менән ҡош кинәнде инде аҡсаһына. Үҙе иҫән булһа ярай әле " - тип үҙенсә версиялы хәбәр таратты икенсе берәү.
Бөтә өмөт эттә. Өйгә инеп әсәләренең һәр саҡ кейеп йөрөгән кәзәкеһен, кергә тип бер яҡ ситкә һыпырып һалған яулығын эт томшоғона тигеҙеп еҫкәтеп алғас, эттең сабауыллап урамға атылыуына албарғып артынан йүгергән егеттәр ыңғайына Марс та, Мирас та тышҡа атлыҡты.
Бына эт ишек алдарын зырлап өйрөлөп еҫкәнеп сыҡҡас, емерек һарайҙар араһына инеп маташты. Әллә эҙ юғалтты, кире өй алдына килеп хәтер яңыртҡандай еҫкәнде лә, туп тура ырҙын артына сапты. Сылбыр тотҡан егет саҡ һөйрәлмәй эт артынан йүгереп өлгөрҙө.
Көҙҙән эре киндерҙәре йолҡолмаған ырҙынлыҡты үтеп, эт сәңкеп-сәңкеп элекке буралы баҙҙары тәңгәлендә өрөргә кереште. Артынан йыйылған кешеләр килеп еткәндә, эт сыйнап илап баҙ ҡапҡасын асыуҙы һорай ине...
Һалҡын баҙ эсенән тере ҡиәфәте юғалған Бикә әбей кәүҙәһен сығарғас, барса йыйылған халыҡ "аһ !"- итеп ҡалды.
Тере! Пульсы бар! Тиҙерәк больницаға!
Зым зыя йүгерешкәндәр ыңғайына Марс та машинаһын алып килергә өй алдына сапты. Тиҙ ярҙам машинаһы ҡасан килгәнен көтөп ултырғансы, ҡаршы барырға!
Боҙ булып ҡатҡан әсәһенең кес кенә кәүҙәһен машинаның артҡы ултырғыстарын ятҡырып урын әҙерләп һалғас, үҙе артынан саң ғына борҡотоп ҡалдырып Марс район үҙәгенә атылды.
Юл буйына ауыҙ эсенән "әсәй... әсәй... әсәй китмә... эй, Хоҙайым... берүк әсәйемдән айырма... аҙға ғына булһа ла ваҡыт бир миңә... йә, Раббым... хаталарымды, гонаһтарымды еңеләйтер өсөн әмәл бир... әсәйемде генә ҡотҡар... әсәй...әсәй, китмә ... Хоҙайым ишет ялбарыуымды... айырма беҙҙе... аҙға ғына булһа ла... әсәй... әсәй..."- тип шыбырланы.
Тиҙ ярҙам машинаһына әсәһен күсереп һалғас та, Марс тотам ҡалмай, район үҙәгенә лә барҙы.
Хәл өҫтөндә ятҡан кешегә иғтибар итмәйерәк ҡыланған врачтарҙың кемеһендер быжғыртып, ҡайһыларыналыр "ҡыҙыл ҡағыҙ" вәғәҙәләп, әсәһенең сығып ҡына барған йәнен тотоп ҡалыуҙарын инәлде.
Ҡан баҫымы түбәнәйеп, тәне ныҡ һыуынған әбей бер ҙә ыңғайға барғандай түгел ине. Ниндәйҙер укол артынан уколдар, стстемалар менән сырмап, яһалма елләтеү аппаратына тотоаштырылған ҡураныс кәүҙә бер мәл йәнләнгәндәй ҙә булғайны...
Күҙ алмай һәр секунд, һәр минутты һынаған Марс әсәһенең ҡулы һаҡ ҡына ҡалҡыныуына:
— Әсәй... әсәй... ишетәһеңме мине...? Әсәй, был мин - ҡырағайың, - тип һаҡ ҡына янына яҡынлағайны ла, тарамышлы ҡул һәленеп төштө. Тоташҡан аппарат әсе сыйнап тауыш сығарыуынан Марс аңланы : үтте... әсәй үлде...
Тыбырлашып йүгерешкән медсестралар... йыуатыу һүҙҙәре... былар барыһы ла күк томан эсендә ҡалған Марс эргәһендә ине.
Беренсе тапҡыр Марс үҙ теләге менән әсәһенең ҡулынан иркәләнгеһе килгәйне. Яҙманы...
Әгәр бер генә минутҡа иҫенә килеп, әсәһе күҙ асһа, әсәй, ғәфү ит мине ҡырағайыңды, тип әйтергә теләгәйне. Яҙманы...
Бөтә ауыл менән ҡәҙерләп, хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар Бикә әбейҙе. Уның үлеме сәбәбен һәр кем үҙенсә фаразланы. Кемеһелер, баҙға әбей үҙе төшкән тине, икенселәре уның әҙ-мәҙ "төшөрөү" ғәләмәте барлығын "күрҙе", ә өсөнсөләре бөтөнләй криминал сцена "яһап", аҡсаһын урлап, үҙен мәсхәрәләп һелтәп киткәндәр, тип һүҙ йөрөттө. Марс медэкспиртиза белешмәһенә ышанып, ауылдаштары ни һөйләүенә иғтибар ҙа итмәне.
Мәрмәр таҡтаташ эсенә уйып ҡуйылған әсәһенең фоторәсеменә ҡарап тын ғына илаған Марс гүйә ошо минутта кешелек сифаттарын ала бара ине. Тик һуң.
Шуныһы йәл, Марс әсәһенең уны һағыныуҙан янып барған йөрәге әрнеүен бер аҙ баҫыу сараһынан, һалҡын үәринйә алыу өсөн баҙға төшөүен белмәне...
Бикә әбейҙең Ҡараташ аҫтынан күҙ талдырып йыйған, нисәмә йыл һаҡлап килгән инселәгән ҡарағат үәринйәһенең һаман да шул баҙ эсендә булыуын да аңламаны...
Ҡар һыуына биртенгән баҙ ҡапҡасы аҫтында Бикә әбейҙең ни тиклем сеңләп илай-илай балаларын саҡырып арып һүнеүен күҙ алдына ла килтермәне улар...
Аңламаны... һиҙмәне... белмәне... сөнки уларға ҡырағайлыҡ хас ине...
Миңзәлә Сирғәлина.