Бөтә яңылыҡтар

Миңә һин кәрәк

Ике рәхәт бергә килеп, ирең өйҙә йәшәп, шул аҡсаны бында эшләү мөмкинлеге булһа ине ул. Юҡ бит! Ирем оҙаҡҡа китеп эшләй—өс ай өйҙә булмай. Ял итергә бер айға ғына ҡайталар. Йылдар дауамында ирһеҙ йәшәү ялыҡтыра икән. Ярым емерек ихатала яңғыҙым йәшәп, ныҡ арыным. “Булған аҡса менән әкренләп үҙең эшлә,”—ти ирем. Ә мин нисек эшләйем? Блоктан стена күтәрәйемме, торбалар индерәйемме? Юҡ ирҙе көтөп ятып булмаҫ тип, таныштар аша шундай эштәр башҡарыусы бер ирҙе саҡырҙым. “Эсмәһен, ҡулы эш белһен, нисек кәрәген аңлатырға уңайлы булһын өсөн башҡорт кешеһе булһын,”—тинем. Айҙар ошо талаптарыма тап килерҙәй ир булып сыҡты, йәштәштәр ҙә булғас, аралашырға уңайлы булды

Миңә һин кәрәк

Тыумышыбыҙ менән ирем дә, мин дә Йылайыр районынан. Әммә унан сығып киткәнгә лә 30 йыллап инде. Мәктәптән һуң Өфөгә кителде лә, шунан кире ҡайтылманы. Ҡунаҡҡа ғына, йә байрам, йә оҙон ял ваҡыттарында ғына ҡайтып әйләнәбеҙ.

Йылайырҙан ул йылда шаҡтай кеше Өфөгә уҡырға инде. Төрлөбөҙ төрлө уҡыу йортонда уҡыһаҡ та, йыш күрешеп торҙоҡ. Өсөнсө курсҡа тиклем дуҫлашып йөрөгәс, Рәмил миңә дуҫтарса ғына түгел, башҡасараҡ ҡарай башланы. Мин йәшәгән ятаҡҡа килде, парктарҙа йөрөргә саҡырҙы. Шулай осраша башланыҡ, уҡып бөткәс, өйләнештек. Өфө ситендәрәк, иҫке генә йортта йәшәй башланыҡ. Тормошҡа аҡса етмәй, ҡалала бөтә нәмә ҡиммәт. Ауылда ҡалған йәштәштәр өй һалып, башҡа сыға башланылар. Бер ҡайтыуға, дуҫтарыбыҙҙың яңы йортон ҡотларға килгәс, бик ҡыҙыҡтыҡ. “Әллә тыуған яҡтарға ҡайтырғамы? Унда аяҡҡа баҫыу күпкә еңелерәк булыр ине. Кеше рәтенә өй һалып сығыр инек,”—тигән уйҙар ҙа булды. Әммә бер киткәс, кире ҡайтып булмай шул. Ғәрләндерә лә, эшебеҙ ҙә оҡшай ине.

Оҙаҡ йылдар кеше мөйөшөндә йөрөгәс, 18 квадрат метрлы бүлмә алыуға ирештек. Ул ятаҡ икебеҙ өсөн дә яҡшы урында булды. Баланың баҡсаһына ла, эшебеҙгә лә алыҫ түгел ине. Әммә бер күрше менән һыйыша алмайынса, өс йыл йәшәгәс, һатып киттек. Бурысҡа инеп, фатир алдыҡ. Тағы ике йылдан икенсе балабыҙ тыуҙы. Шунан һуң банкан кредит алып, үҙ йортобоҙҙо булдырырға уйланыҡ. Ауылда үҫкәнгәлер, ергә баҫып йөрөү танһыҡ ине. Бала үҫтерергә лә ихаталы йорт уңайлы бит. Балаларға ишек алдына сығып уйнарға күңелле булыр тип, ҡаланың бер районынан иҫке генә йорт һатып алдыҡ. Йәшәй-йәшәй яңыртырбыҙ тип уйланыҡ. Әле ярай газ ингән йорт ине ул. Етешмәүсәнлек көслө булды ул йылдарҙа. Мин ныҡ ыҙаланым. Ир иртүк эшкә китә. Миңә өйҙө ҡарарға, балаларҙы хәстәрләргә кәрәк, аҡса юҡ.

Бер ҡайтыуҙа ирем ауылдағы дуҫының себәргә китеп эшләп йөрөүен белде. Шул башына инеп ултырҙы бының. Миңә гел: “Фәрит әйтте, теләһәң эш белешәм, урындар булырға тейеш тине,”—тип һөйләй. Тәү сиратта эштең аҡсаһын белешәһең бит. Өфө менән сағыштырғанда, себерҙең хеҙмәт хаҡы яҡшыраҡ ине. Эш урындары бар тип торған дуҫың булғанда, бигерәк ҡанатланаһың шул. Ирем дә ҡыҙыҡты. Мин да ҡал тимәнем, сөнки бурыстарҙан ялҡҡайным. Сөнки балаларҙы ашатырға, кейендерергә кәрәк. Кредит түләүҙән ҡалған аҡсаға бит быларҙың барыһы ла.

Себер оҙаҡ көттөрмәне беҙҙе. Яҡташ һүҙендә торҙо: эшен дә белеште, ирем өсөн һөйләшеп тә ҡайтты, икенсе ҡайтыуында ирем уларға эйәреп тә китте. Аҡса менән тотҡарлыҡтар булманы. Тормошобоҙ ҙа йәмләнеп киткән һымаҡ булды. Әммә, нимә тиһәң дә, ирһеҙ тормош бит инде ул. Ике бала тулыһынса минең өҫтә, ҡалала яҡын туғаныбыҙ юҡ. Ә өй тағын да нығыраҡ иҫкерҙе. Ошо йылдар эсендә йортҡа бөтөнләй аҡса түкмәнек беҙ. Сөнки, беренсе сиратта, банк бурысын ҡаплап барҙыҡ. Ә шунан артып ҡалғаны йәшәүгә китте. Инде, Аллаға шөкөр, бурысты ла түләп бөттөк. Хәҙер аҡсабыҙ өйҙө ҡарарға, ихатаны йүнәтергә, уңайлыҡтар булдырырға тотонола.

Ике рәхәт бергә килеп, ирең өйҙә йәшәп, шул аҡсаны бында эшләү мөмкинлеге булһа ине ул. Юҡ бит! Ирем оҙаҡҡа китеп эшләй—өс ай өйҙә булмай. Ял итергә бер айға ғына ҡайталар. Йылдар дауамында ирһеҙ йәшәү ялыҡтыра икән. Ярым емерек ихатала яңғыҙым йәшәп, ныҡ арыным. “Булған аҡса менән әкренләп үҙең эшлә,”—ти ирем. Ә мин нисек эшләйем? Блоктан стена күтәрәйемме, торбалар индерәйемме? Юҡ ирҙе көтөп ятып булмаҫ тип, таныштар аша шундай эштәр башҡарыусы бер ирҙе саҡырҙым. “Эсмәһен, ҡулы эш белһен, нисек кәрәген аңлатырға уңайлы булһын өсөн башҡорт кешеһе булһын,”—тинем.

Айҙар ошо талаптарыма тап килерҙәй ир булып сыҡты, йәштәштәр ҙә булғас, аралашырға уңайлы булды. Беҙҙән алыҫ йәшәмәгәс, көн дә килде. Ҡулы алтын шул. Башланған эште рәтләп эшләй, артынан таҙа ҡала, бер нәмә лә туҙып ятмай. Көн дә килеп йөрөгәс, уға тиҙ өйрәндем. Эш кешеһен ашатмайынса ла булмай, ул ашағанда мин дә ауыҙына ҡарап ултыра алмайым, балалар ҙа ситтә тора алмай—шулай бергәләшеп һөйләшә-һөйләшә ашай инек. Бер йыл эсендә мин уға ныҡ эйәләштем. Кешегә шул тиклем дә эйәләшеп була икән. Иремә лә ныҡ үпкәләйем, инде етер, бүтән китмә, бында эш тап, тип әйтәм гел генә. Банктарҙа бурыс юҡ бит, нисек тә үҙебеҙ эшләрбеҙ, тинем. Әммә ул да хәҙер ситтә йәшәп өйрәнгән. Ҡайтҡас та тегендәге хеҙмәттәштәре менән телефондан һөйләшә башлай. Әйтерһең, күптән күрешкәндәре юҡ. Ҡал тигән һайын, ирем тиҙерәк китеү яғын ҡарағанға, күңел тыныс түгел. Әллә икенсе ғаиләһе бармы икән, тигән уй ҙа күңелемде борсой. Ирле ирһеҙ булып йәшәү ҙә арытты. Башҡаса, бер аҙ ғына булһа ла көнләшер ине. Күреп тора бит йорт тирәһендәге үҙгәрештәрҙе. Балалар ҙа: “Айҙар ағай, Айҙар ағай.”—тип кенә торалар. Ә уның иҫе лә китмәй. Йәшермәйем, күҙемә генә ҡарап торған Айҙар күңелемде яулап өлгөрҙө. Тормош булғас, аҡсаһы ла кәрәк. Әммә унан бигерәк, янда һәр ваҡыт терәк булырҙай, теләһә ниндәй борсоған һорау буйынса шул уҡ ваҡытта кәңәшләшеп алырҙай ир ҙә ныҡ кәрәк. Кешесә мөнәсәбәте ҡиммәт бит уның.

 

Автор:
Читайте нас