Күңел түренән
Иремде ҡарттар йортонда таптым
Беренсе ирем менән бик оҙаҡ йәшәнек беҙ. Йәшләй генә яратышып ҡауышҡайныҡ, бергә матур ғүмер кисереп, хаҡлы ялға сыҡтыҡ. Бер нисә йыл элек ирем үлеп ҡалды. Ярай әле, малайҙарҙы өйләндерҙек, ейәндәрҙе лә күреп өлгөрҙө. Уны юғалтыу минең өсөн бик ауыр булды.
Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар шул ауырлыҡтарҙы еңеп, яңғыҙ йәшәп китергә көс таба. Мин улайта алманым, яңғыҙлыҡты бик ауыр кисерҙем. Балалар, тип кенә, уларға ышанып ятып булмай бит инде. Уларҙың үҙ тормошо. Йә киләләр, йә юҡ, тигәндәй. Баҡсала ла эш күп. Быға тиклем ир менән алып барған донъя бер үҙемә ҡалды.
Былтыр ныҡ ауырып киттем. Дауаханаға ятҡым килмәне, укол һалдырырға көн һайын барып та йөрөгө килмәй. Минең бер дуҫым медсестра, уның менән һөйләштем дә, ул өйгә килеп уколдар яһаны, системалар ҡуйҙы. Шунда зарланып ултырҙым, бер үҙемә бик ҡыйын, ирем эргәмдә булһа, былайтып ауырып та ятмаҫ инем, тинем. Ә уның бер әхирәте ҡарттар йортонда эшләй. “Әйҙә, шуның аша һиңә берәй ир белешәбеҙ, һораштырырмын”,-тине.
Мин ризалаштым. Гәзиттәрҙе уҡып барам, беҙҙең йәштә берәүҙең дә үҙ йортонан киткеһе килмәй. Шуға күрә ҡарттар йортонда йәшәүсе ир –минең өсөн ҡулай ине. Унда йүнһеҙҙәр генә йәшәмәйҙәрҙер, тип уйланым. Артыҡ талап та ҡуйманым: эсмәһен, тартмаһын, машина йөрөтә белһен, тинем. Бер нисә көндән хәбәр иттеләр--бер кеше бар, бик таҙа, тыныс кеше, тинеләр. Икенсе ирем менән шулайтып танышып киттек.
Бергә йәшәүебеҙгә хәҙер ике йыл. Ирем ғүмер буйы себерҙә эшләгән, пенсияһы ла һәйбәт, минеке лә арыу ғына. Ҡатындары ла, балалары ла булған—аҙаҡтан береһенә лә кәрәкмәгән. “Мин себерҙән аҡса ташыным да аҡса ташыным,”—ти. Балаларына алименттарын да түләп торған. Иң һуңғы йәшәгән ҡатыны үлеп киткәс, ҡатындың малайы ҡыуып сығарған да, йоҙаҡты алмаштырып ҡуйған.
Иремдең туғандары ла бар. Башта береһендә, унан икенсеһендә йәшәп ҡараған. Әммә кешелә күпме генә йәшәйһең инде. Һәр кемгә барыбер үҙ йорто кәрәк. Шулай итеп, ҡарттар йортона килгән.
“Эй, оҡшамаһа ҡыуырмын да сығарырмын”,--тигәйнем, һәйбәт кенә йәшәп киттек, бер ҙә сығарып ебәрге килмәй, аңлашып йәшәйбеҙ. Ул үҙе лә миңә: “Һинең кеүек ҡатынды осратҡаным юҡ ине әле”,--ти. Мин һаран түгел шул, йомарт кешеләрҙе яраталар инде.
Был ирем менән ҡушылғанға бер ҙә үкенмәйем. Балалар ҙа ҡаршы булманы. Үлгән иремде уйлап, көнө-төнө бер үҙем моңһоуланып йәшәгәнсе, бергә-бергә еңелерәк бит.
Фәүзиә.