Бөтә яңылыҡтар

Ихтыяр

Фатима апай үҙенә килен итеп Үзбәкстандағы күршеләренең ҡыҙын һайланы. Туйға әҙерлек башланды. Инде автобуста эшләмәһәм дә, Ихтыяр менән дуҫлығыбыҙ дауам итте. Туй була тигән хәбәрҙе дуҫым беҙгә лә еткерҙе. Бер-ике аҙнанан тыуған яҡтарына ҡайтып, ҙур туй үткәрергә тейеш ине улар. Ләкин...Ихтыярға был яҡты донъяла бүтән йәр менән ҡауышырға яҙмаған булып сыҡты. Фатима апайҙың һөйләүе буйынса, Ихтыяр ул көндө матур итеп кейенеп сығып киткән. “Туйға йыйынған кеүек йыйынды. балаҡайым”,--тине. Былай ҙа бик таҙа, бөхтә кейенә ине ул, Дуҫтарын оҙатҡан был, машина тулы егеттәрҙе өйҙәренә таратып йөрөгән. Шунда бер йорт янында дуҫтары башҡа кешеләр менән һүҙгә килешкән. Ығы-зығыла берәү бысаҡ сығарған. Ихтыяр дуҫын яҡлайым тип, ынтылған. “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп етеүгә Ихтыяр инде йән биргән булған...

Ихтыяр

Атайым автобус йөрөтә. Уға ярҙам итермен, аҡса ла эшләрмен тип, кондуктор булып йөрөнөм. Уҡырға ла ваҡыт таптым. Бик ауыр эш ул, иртәнсәк ҡараңғыла, һалҡында тороп китәһең. Иртә таңдан ҙур автобусты йылытып ҡабыҙғанын көтөп тороуҙар! Шул автобус тирәһендә буталып йөрөй торғас, мин үзбәк, таджик малайҙары, уларҙың апалары менән дә дуҫлашып киттем.

Шунда Ихтыяр исемле бер дуҫыбыҙ барлыҡҡа килде беҙҙең. Буйға оҙон, кәүҙәгә таҙа, үҙе мыштыр, үҙе шундай изгелекле, бик тәртипле үзбәк егете ине ул. Ферма яҡтарында баҫыу булған заманалар ине әле. Беҙ шунда шешлек бешерергә тип йыйылыша инек. Күптәрҙең башынан уҙған бит инде ул һыра эсеп, шешлек ашауҙар. Беҙгә бер-ике үзбәк малайы ла эйәреп китә торғайны. Уларға Үзбәкстандан дуҫтары шылтыратһа, былары маҡтанырға тотона, йәнәһе, улар ҡалала шулай ял итеп, байрам ҡороп ҡына йәшәйҙәр. Баштараҡ беҙгә үзбәк малайҙарының әсәләренән дә эләккеләне, имеш, малайҙарын боҙғанбыҙ, һыра эсергә өйрәткәнбеҙ. Шунан беҙҙең дуҫлыҡ нығынып китте. Беҙ ысын-ысындан бер-беребеҙгә ярҙам итә инек, эштә лә бер-беребеҙҙе алыштыра торғайныҡ. Ғаиләләре менән беҙҙе былау ашарға ла саҡыра башланылар. Үзбәкстанға ҡайтып килгәндә беҙгә күп итеп күстәнәстәр алып киләләр ине. Баҡсаға ултыртырға тип, һуған орлоҡтарына тиклем алып ҡайттылар хатта.

Ихтыярҙың әсәһе Фатима апай шундай аҡыллы ҡатын ине, намаҙҙа булды. Ихтыяр йөҙгә нәҡ әсәһенә оҡшағайны. Икеһе лә шундай тыныстар, кешегә күтәрелеп ҡаты бәрелә торғандарҙан булманылар. Үзбәкстанда кибет тотҡандар, ләкин уны яндырғандар. Шунан былар йыйылышып Ҡазанға аҡса эшләргә килгәндәр.

Ихтыярҙың күҙе беҙҙең дуҫ ҡыҙ Тәслимәгә төштө. Уларҙы ситтән ҡарап, күҙәтеп тороу күңелгә шундай йылылыҡ өҫтәй ине. Бер-береһенә ҡарата хөрмәт, һөйөү, ысын-ысындан ҡайғыртыу ине ул. Тәслимә—Ҡазан ҡыҙы. Әсәһе мәрйә, атаһы үзбәк булған. Шуға күрә ул бер аҙ үзбәксә лә һөйләшә белде. Шундай матур пар ине улар. Ләкин Фатима апайҙың Тәслимәне килен итеп күргеһе килмәне. Ошондай алға киткән заманда ла, атай-әсәй ҡаршы булһа, улар һүҙенән үтеп булмай шул. Ихтыяр ҙа әсәһенә ҡаршы килмәне, әллә мөхәббәте өсөн көрәшмәнеме, белмәйем. Айырылдылар. Ихтыяр менән Тәслимәнең юлдары айырылды. Тәслимә башҡа ҡалаға күсеп китте. Унда кейәүгә сыҡты, бер бәпәй алып ҡайтты. Ләкин Ҡазанға ҡайтҡан һайын Ихтыярҙы һорай, дуҫтарса күрешәләр ине. Нимә кисергәндәрен үҙҙәре генә белгәндәрҙер...

Шулай ваҡыт уҙҙы. Фатима апай үҙенә килен итеп Үзбәкстандағы күршеләренең ҡыҙын һайланы. Туйға әҙерлек башланды. Инде автобуста эшләмәһәм дә, Ихтыяр менән дуҫлығыбыҙ дауам итте. Туй була тигән хәбәрҙе дуҫым беҙгә лә еткерҙе. Бер-ике аҙнанан тыуған яҡтарына ҡайтып, ҙур туй үткәрергә тейеш ине улар. Ләкин...Ихтыярға был яҡты донъяла бүтән йәр менән ҡауышырға яҙмаған булып сыҡты.

Фатима апайҙың һөйләүе буйынса, Ихтыяр ул көндө матур итеп кейенеп сығып киткән. “Туйға йыйынған кеүек йыйынды. балаҡайым”,--тине. Былай ҙа бик таҙа, бөхтә кейенә ине ул, Дуҫтарын оҙатҡан был, машина тулы егеттәрҙе өйҙәренә таратып йөрөгән. Шунда бер йорт янында дуҫтары башҡа кешеләр менән һүҙгә килешкән. Ығы-зығыла берәү бысаҡ сығарған. Ихтыяр дуҫын яҡлайым тип, ынтылған. “Ашығыс ярҙам” машинаһы килеп етеүгә Ихтыяр инде йән биргән булған...

Туйға бер аҙна ваҡыт тигәндә, тыуған яҡтарына Ихтыярҙың үле кәүҙәһе генә ҡайтып еткән. Ә Тәслимә Фатима апайҙы ярҙамынан ташламаны. Ихтыярҙы ерләгәнгә ике йыллап ваҡыт үтте инде. Фатима апайҙың хәлен белергә тип, Тәслимә менән икәү бергә барып йөрөнөк. Бер ваҡыт Фатима апай, Тәслимәнең бәләкәс ҡыҙын ҡосаҡлап: “Теге ваҡытта ҡаршы килмәһәм, бәлки улымдың ҡыҙын ҡосаҡлап ултырыр инем”.—тип иланы.

Лилиә.

 

Автор:
Читайте нас