Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
29 Декабрь 2025, 19:25

Ошо хәлдән һуң бер ирҙе лә өйөмә саҡырмайым

Ашап-эскәс, ҡайтыр юлға йыйына башланы был ир. “Күстәнәскә нимә бирәһең һуң?”—тип тура бәреп һорағас, пакетта ҡалған йөҙөмдө бүлеп бирҙем, ваҡ банкаларҙа вареньеларым бар ине, бер-икеһен пакетҡа һалдым, тоҙло ҡыяр яратам тигәс, өс литрлы ҡыяр ҙа сумкаға инеп ултырҙы. Миңә йәл түгел. Хәҙер яҙға ингәндә тоҙло ҡыяр ҙа ашалмай, вареньеларым да етерлек. Шунан, ҡапҡа төбөнә сығып етәрәк, аҡса һорай был минән. “Мең ярымлап бир инде, ҡайтып етергә кәрәк бит”,-ти. Ғүмер эсендә бер күрешкән кеше менән һүҙгә килешке килмәне. Өйгә инеп, аҡса алып сыҡтым быға. Әммә ул һорағанса мең ярым бирмәнем, мең һум бирҙем. “Эшләмәйем, мин дә пенсияға ғына йәшәйем”.—тинем. Теге ир шуға ла риза булып, китеп барҙы. Туғаныма һөйләгәйнем, әрләне. “Ҡунаҡҡа йөрөүсе ирҙәр күп бит хәҙер. Шундайҙарҙың береһе булған инде. Саҡырһаң да һинең янға килеп йәшәй торған кеше түгел ул”,-тине.

Яңғыҙлыҡ ҡайһыбыҙға ла ауыр шул: ирҙәргә лә, ҡатын-ҡыҙҙарға ла. Мин дә, яңғыҙлыҡ ҡыйын булып киткәс, гәзиттән уҡып, бер ир менән таныштым. Уҡығас та, күңелгә бер аҙ ятҡан һымаҡ булғанғалыр, шылтыраттым.

Ҡайһы ирҙәр менән бер һөйләшеү ҙә етә. Икенсе тапҡыры кәрәк түгел тиһең дә, номерын юйып ташлайһың. Шылтыратһа, аңлатаһың да, бүтән алып та тормайһың. Аралар алыҫ булыу сәбәпле, ҡауышып түгел, күрешеп тә булмай, әммә һөйләшә башлаһаң, һүҙҙәр бөтмәй торған кешеләр ҙә була.

Минең дә шулай һөйләшә торған кешем бар. Өс йыл һөйләшеп торабыҙ инде беҙ уның менән. Ул да яңғыҙ, мин дә яңғыҙ. Икебеҙ ҙә кеше эҙләйбеҙ, һаман таба алмайбыҙ. Әммә минең уға, уның миңә күсенеп барғыбыҙ килмәй. Сөнки бында ҡорған, ғүмер иткән йорт бит, нисек ҡапыл ғына бикләп сығып китәһең уны. Балалар ҙа ошонда ҡайта. Шуға күрә теге ир менән телефондан ғына аралашабыҙ. Байрамдарҙа ҡотлашабыҙ, уянғас, хәйерле иртәләр теләп яҙышып алабыҙ. Икебеҙҙә лә ватсаплы телефон, көнөнә бер нисә тапҡыр һөйләшеп алабыҙ. Ул миңә помидор рассадаларын да, тәҙрә төбөндәге гөлдәрен дә төшөрөп ебәрә. Ир-ат булһа ла, уның ҡулы гөлдәргә ята. Яран гөлө лә шау сәскә ата, башҡалары ла күкрәп ултыра. Ватсаптан яҙыша-яҙыша рецепттар менән менән дә алмашабыҙ. Ошо өс йыл дауамында аралаша торғас, ҡоймағын да бешерә ул хәҙер, әсе ҡамыр ҙа баҫа. Нимә артынан нимә һалырға икәнен мин өйрәтеп торҙом, ул эшләне. Шулай өйрәнде. Нимә эшләйһең, башыңа төшһә барыһына ла өйрәнергә кәрәк. Магазин печеньеһы ла, оҙаҡҡа китһә, туйҙыра. Өйҙә таба еҫе сығарып алғы килә. Ғүмер буйы ҡатын менән йәшәгән ирҙәрҙең бигерәк тә өй ризығын ашағыһы килә.

Ошо көндәрҙә, танышырға тип, бер ирҙе үҙемә саҡырҙым. Сөнки арабыҙ алыҫ түгел, автобус тиһә-автобус йөрөп тора, машина тиһә—машина менән килеп етә торған ара. Үҙемә ҡунаҡҡа саҡырғансы, ике айлап һөйләшеп торҙоҡ уның менән. Күп темаларға һөйләштек, һүҙҙәр бәйләнә һымаҡ, фекерҙәребеҙ ҙә уртаҡ. Шуларҙан сығып, мин өйгә саҡырғайным уны. Кеше килер булғас, әҙерләндем инде. Иртүк тороп, ҡамыр ҡуйып, гөбәҙиә бешерҙем, ҡалған ҡамырҙан пирожкилар эшләнем. Өй эсендә бер туҙан ҡундырмайса йәшәһәм дә, барыбер һөртөп сыҡтым, мунса яғып ебәрҙем. Телефон дуҫым кискәрәк килеп етте. Күрешеп, бер ҡат сәй эсеп алғас, яңы таҫтамал тоттороп, мунсаға оҙаттым. Ҡайҙа нимә тора, ҡайнар һыу, һалҡын һыу—барыһын да аңлатып сығып киттем. Сыҡҡас, тағын бер нисә сәғәт табын артында һөйләшеп ултырҙыҡ. Йоҡларға ятырға йыйынғанда, әйтә был: “Һин асыуланма инде, минең дәрт бар ҙа, дарман юҡ бит”,--ти. Аптырап киттем ул шулай тигәс. Беҙ етмештәге кешеләр бит инде, ниндәй дарман ти ул тағын. Миңә бит дәрт-дарманлы ир түгел, ҡартайған көнөбөҙҙә иптәш булырлыҡ кеше кәрәк. Күпме һөйләшеп тә шуны аңламаған икән тип, тыныс йоҡо теләп, урыныма барып яттым. Был ир-бер диванда, мин икенсе диванда ятабыҙ. Һуң булһа ла, йоҡо килмәй. Ир төнө буйы бәҙрәфкә йөрөп сыҡты. Ауырыйҙыр инде, ирҙәрҙә йыш була. Бәҙрәфтән инә лә, диванға ята, ятыуға йоҡлап та китә үҙе, минут тигәндә хырылдай башлай. Уның хырылдауын тыңлап таң аттырҙым. Эййй, йүләр ҙә инде мин, тип үҙемде эстән генә әрләйем. Быға тиклем тыныс ҡына барған тормошома ошо кешене индерергә әҙерме инде мин, тием.

Иртәнсәккә минең өсөн барыһы ла хәл ителгән ине инде. Әммә шулай булһа ла, тороп тағын ҡоймаҡ бешерҙем, кисәгенән ҡалған гөбәҙиәне йылыттым. Ашап-эскәс, ҡайтыр юлға йыйына башланы был ир. “Күстәнәскә нимә бирәһең һуң?”—тип тура бәреп һорағас, пакетта ҡалған йөҙөмдө бүлеп бирҙем, ваҡ банкаларҙа вареньеларым бар ине, бер-икеһен пакетҡа һалдым, тоҙло ҡыяр яратам тигәс, өс литрлы ҡыяр ҙа сумкаға инеп ултырҙы. Миңә йәл түгел. Хәҙер яҙға ингәндә тоҙло ҡыяр ҙа ашалмай, вареньеларым да етерлек. Шунан, ҡапҡа төбөнә сығып етәрәк, аҡса һорай был минән. “Мең ярымлап бир инде, ҡайтып етергә кәрәк бит”,-ти. Ғүмер эсендә бер күрешкән кеше менән һүҙгә килешке килмәне. Өйгә инеп, аҡса алып сыҡтым быға. Әммә ул һорағанса мең ярым бирмәнем, мең һум бирҙем. “Эшләмәйем, мин дә пенсияға ғына йәшәйем”.—тинем. Теге ир шуға ла риза булып, китеп барҙы. Туғаныма һөйләгәйнем, әрләне. “Ҡунаҡҡа йөрөүсе ирҙәр күп бит хәҙер. Шундайҙарҙың береһе булған инде. Саҡырһаң да һинең янға килеп йәшәй торған кеше түгел ул”,--тине.

Ул ир ҡайһы саҡ шылтырата, бәлки, тағын килермен әле һиңә ҡунаҡҡа, ти. Тик мин уны бүтән саҡырмайым инде. Бергә йәшәргә булмағас, нишләп ҡунаҡ итеп ятайым мин уны. Ҡыҙыма бер нимә лә әйтмәнем әле. Берәйһенән ишетеп ҡалмаһа, әйтмәҫмен дә, асыуланыр. Оят бит. Ошо хәлдән һуң бер ирҙе лә өйгә саҡырмайым.

Римма.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас