Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
26 Декабрь 2025, 19:25

Ҡал инде, балам!

Бер ваҡыт егет һалдат хеҙмәтенән ҡайтып төшә. Ҡайтһа, апаһының тыуған көнө. Беҙ ҡайтҡансы табын әҙерләп ҡуйығыҙ, тип, еҙнәһе менән күрше ауылға китә. Ҡыҙҙы саҡырып сығара. Зөһрә ҡарышып тормай, сыға. Атаһынан рөхсәт алалар ҙа, Фәнилдәргә тыуған көнгә китәләр. Матур ғына ултырғанда, егеттең әсәһе ҡыҙҙы үҙенең эргәһенә саҡырып ала ла: “Балам, һин беҙҙә ҡал инде, кәм-хур булмаҫһың. Улым да һинең өсөн өҙөлөп тора. Аҡыллы, эсмәй, һөнәре лә ауылдыҡы. Туғандары ла насар түгел, урында эшләйҙәр. Ауыл ҙур, медпункт бар, эшһеҙ булмаҫһың, ҡуш ҡуллап алырҙар”,-ти. Күктәрҙә яҙылған никах ваҡыты етһә, кешенең аңы томалана, тиҙәрме. Зөһрә риза була. Күңеленә Фәнил яҡыныраҡ булған икән, ул үҙе лә быны белмәй йөрөгән. Иртән иртүк, ата-әсәһен алып килеп, никах уҡыталар.

Бөгөн күршемдең тыуған көнө. Сәй эсеп, йәшлек йылдарын һөйләшеп ултырҙыҡ. Йәше етмештән уҙһа ла, Зөһрә апай күңеле менән йәш-елкенсәк кеүек. Башынан үткәндәрҙе һөйләп алды. Беҙ ауыҙ асып тыңланыҡ.

Зөһрә бер бәләкәй генә ауылда тыуа. Атаһы уҡытыусы була, әсәһе йәшләй генә үлеп китә. Ир-атҡа яңғыҙ йәшәүе ауыр, өйләнмәйсә булмай. Ғаиләгә яңы әсәй килә. Насар ҙа булмай ул, әммә үгәй әсәй үҙ әсәйең түгел инде. Араларында төрлө саҡтар була. Руссаға өйрәнһен тип, атаһы Зөһрәне 12 саҡрым алыҫлыҡтағы урыҫ мәктәбенә бирә. 4-се кластан алып ул биш иптәше менән шунда уҡый. Аҙнаға ике түңәрәк икмәк биреп ебәрәләр. Ебәрерлек башҡа нәмәләре булманымы икән. Бер нисә йылдан Зөһрәнең атаһы нимәгәлер ныҡ эсә башлай. Ҡатын башта түҙһә лә, артабан өйҙә тыныслыҡ юғала. Ҡыҙ, мәктәпте тамамлап, сығып китә. Медучилищеға уҡырға инә.

Сибәр ҡыҙға күҙ атыусылар байтаҡ була. Ауылда саҡта Рәүф тигәне айырыуса оҡшата, артынан ҡалмай йөрөй. Ләкин асылып һөйләшмәй, ҡыҙҙың атаһынан ҡурҡа. Күрше ауылдан Рафиҡ менән Илгиз дә артынан йөрөп ҡарайҙар. Рафиҡ армиянан яңы ғына ҡайтҡан була. Шул саҡ ауылдарына эшкә йәш агроном егетте ебәрәләр. Фәнил төҫкә-башҡа бик матур, оҙон буйлы, үҙе гармунсы. Уға күптәр ҡыҙыҡһа ла, ул Зөһрәне үҙ итә. Йәштәр дуҫлашып китә. Күп тә үтмәй, Фәнилде армияға алалар. Шул йылда ҡыҙ ҙа, диплом алып, үҙ ауылына фельдшер булып ҡайта. Быны ишетеп, күрше ауылдан теге Рафиҡ тағы Зөһрә янына килә башлай. Ҡыҙ уға ла битараф түгел һымаҡ, яғымлы ғына ҡаршы ала. Армиялағы Фәнилгә лә хаттар яҙып тора. Әммә Рафиҡ менән йөрөүен йәшереп тормай, миңә бүтән хат яҙма, кейәүгә сығам, ти.

Бер ваҡыт егет һалдат хеҙмәтенән ҡайтып төшә. Ҡайтһа, апаһының тыуған көнө. Беҙ ҡайтҡансы табын әҙерләп ҡуйығыҙ, тип, еҙнәһе менән күрше ауылға китә. Ҡыҙҙы саҡырып сығара. Зөһрә ҡарышып тормай, сыға. Атаһынан рөхсәт алалар ҙа, Фәнилдәргә тыуған көнгә китәләр. Матур ғына ултырғанда, егеттең әсәһе ҡыҙҙы үҙенең эргәһенә саҡырып ала ла: “Балам, һин беҙҙә ҡал инде, кәм-хур булмаҫһың. Улым да һинең өсөн өҙөлөп тора. Аҡыллы, эсмәй, һөнәре лә ауылдыҡы. Туғандары ла насар түгел, урында эшләйҙәр. Ауыл ҙур, медпункт бар, эшһеҙ булмаҫһың, ҡуш ҡуллап алырҙар”,-ти.

Күктәрҙә яҙылған никах ваҡыты етһә, кешенең аңы томалана, тиҙәрме. Зөһрә риза була. Күңеленә Фәнил яҡыныраҡ булған икән, ул үҙе лә быны белмәй йөрөгән. Иртән иртүк, ата-әсәһен алып килеп, никах уҡыталар.

Шул ваҡыттан 50 йыл уҙған. Күршеләрем бик яҡшы йәшәй. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтереп, бәхеттә-шатлыҡта ғүмер кисерәләр. Күптән түгел өйҙәренә йәшлегендә мөхәббәтен белдерергә ҡурҡып йөрөгән Рәүф килеп инә. Ғүмер үткән, инде йәшермәһә лә ярай, ул йәшлегендә Зөһрәне яратып йөрөүен әйтә. Зөһрә апай, сылтыратып көлөп: “Шөкөр, артымдан йөрөп тә, миңә өйләнә алмаған ике егетем дә матур тормош ҡорҙолар, улар өсөн мин ныҡ ҡыуанам”.--ти. Әллә нимәләр тип өмөтләндереп йөрөмәне бит ул. Фәнилгә лә Рафиҡ тураһында дөрөҫөн яҙып һалды. Шулай яҙғандыр инде, Рафиҡҡа сыға алманы, тормош юлын Фәнил менән бәйләне.

Кеше яҙмышында әллә ниндәй боролоштар була шул. “Ярай әле Фәнилгә барғанмын”,--тине ул йылмайып.--Һүҙемдән сыҡмай, бик аҡыллы, тырыш. Яңылыш та ауыр һүҙ әйткәне юҡ. Артыҡ эсмәй. Әле бына тәмәкеһен дә ташланы, шуныһына ҡыуанам. Ҡайһы ваҡыт тик торғанда гармунын алып уйнай ҙа, әйҙә, ҡарсыҡ, йырла әле бер,--ти”.

Эйе, ирең һәйбәт булыу ҙур бәхет бит ул. Уларҙың тормоштарында ла төрлө саҡтар булғандыр инде. Зөһрә апай инсульт һуҡҡан үгәй әсәһен ҡарап, тәрбиәләне. Ҡәйнәһе менән дә тыныс ҡына, татыу ғүмер кисерҙеләр.

Гәзит биттәрендә насар йәшәгән ир менән ҡатын, насар килен, ҡәйнәләр тураһында күп яҙыла. Мин яҡшы йәшәүсе, үрнәк булырҙай ғаилә тураһында яҙҙым. Ғибрәт алыу өсөн бындайҙар ҙа кәрәк.

З. Ғәлимова.

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас