Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
25 Декабрь 2025, 16:55

Бейем

10-сы класты тамамлағас, мин Ырымбурға киттем. Ҡайҙа эшкә төшәм, ҡайҙа йәшәйем—атай бер нимә лә һорашманы. Ҡулыма биш һум аҡса бирҙе лә, минән ҡотолдо. Шул китеүҙән мин бер ҙә ҡайтманым. Заводҡа эшкә төштөм. Беренсе аҡсама, ҡала буйлап эҙләп, үҙемә бер күлдәк алып кейҙем. Камил минән ике йәшкә өлкәнерәк ине, мин Ырымбурға килгәндә, ул ауыл хужалығы институтының 3-сө курсында уҡып йөрөй ине инде. Береһендә мине эҙләп, фатирға килгән. Мин күрше урамда колонканан һыу алып торам. Эргәмә килде лә, иҫәнләшеп, күнәктәремде алды. Шулай һөйләшмәйсә генә ҡайтып барабыҙ. Шунда ҡапыл ғына туҡтаны ла, күнәктәрҙе ҡуйып, әйҙә, ял итеп алайыҡ, ти. Ярай, тинем. “Мин өйләнәм”,-тине Камил. Йөрәгем жыу итте! Шул ваҡытта: кемгә өйләнә икән был, тип, ауылдағы бөтә бөтә ҡыҙҙарҙы барлап сыҡтым, әммә кемгә өйләнәһең тип һораманым, ярай, яҡшы булған, тип кенә әйтә алдым. “Мин бит һиңә өйләнәм!”-ти. “Нисек миңә өйләнәһең, мин бит кейәүгә барырға уйламайым. Беренсенән, мин бик йәш, икенсенән, өҫтөмә лә, аяғыма ла, башыма ла юҡ. Өсөнсөнән, берәй ергә уҡырға инергә кәрәк”, -тип ҡырт киҫтем. “Минең атай менән әсәй һинең атайыңдарға яусы булып барҙылар. Һөйләштеләр. Атайыңдар риза булды”,-тип һөйләне лә, мине фатирға тиклем оҙатып ҡуйып, ҡайтып китте. Атайыма минән ҡотолорға ғына инде. Һорап килеүсе булғас, ҡыуанып риза булғандыр. Бигерәк тә Камил булғас һөйөнгәндер, яратҡан уҡыусыһы ине бит, башы бар, тип әйтә ине. Ата-әсәһен дә хөрмәт итте. Өҫтәүенә, институтта уҡыусы егет! Шул йылдарҙа беҙҙең ауылдан институтҡа уҡырға ингән берҙән-бер егет ине Камил.

Бейем

Мин һуғышҡа тиклем тыуған бала. Беҙ өсәү инек: ике ағайым һәм мин. Ауылда йәшәнек, ул ауыл хәҙер юҡ инде. Атай-әсәй—икеһе лә уҡытыусылар, һуғышҡа тиклем бик матур йәшәгәндәр. Атай һуғышҡа киткәндә миңә туғыҙ ай булған. 1946 йылда ул ҡайтҡан. Атай ҡайтҡас, ҙур ағайым ҡалаға эшкә сығып киткән.

Илатма баланы!

Атай ҡайтып, бер йыл үткәс, әсәйем ауырып үлеп китте. Беҙгә әсәй кәрәк. Кейәүгә сыҡҡыһы килгән бик күп ҡатындар атайҙы тынғыһыҙлап йөрөнөләр ул ваҡытта. Яңғыҙ уҡытыусылар, төрлө йомош табып, кистәрен беҙгә киләләр ине. Бер йылдан һуң беҙҙең ауылға, апаһына ҡунаҡҡа тип, бер ҡатын килде. Атайымдан ун йәшкә йәшерәк ине ул. Төҫ-башҡа бик сибәр. Атайымдың күҙе шуға төшкән. Оҙаҡ та тормай алып ҡайтты ла, беҙ шул апай менән бергә йәшәй башланыҡ. Бер заман үгәй әсәйебеҙҙе эҙләп ире килеп етте. Бөтә ауылды тултырып, һөйләп китте. Баҡһаң, яңы әсәйебеҙ тигән кешебеҙ ире менән балаһын ташлап ҡасҡан булған икән. Атайым уның өсөнсө ире булып сыҡты. Ялҡау, бер ҡайҙа ла эшләмәгән, бер класс та уҡымаған ҡатын булып сыҡты ул. Шуға ҡарамаҫтан, атайым уның менән йәшәп китте. Үгәй әсәйебеҙ бик сибәр ине шул. Ағайым менән мине ҡыйырһытманы. Йәшәй-йәшәй атайыма бер ҡыҙ, ике малай табып бирҙе. Ауылдағы апаһына: өйҙә бала ҡараусы бар, әйҙә, ҡараһын, тип һөйләгән. Мине бала ҡараусыға әйләндерҙе.

Икенсе ҡатындан тыуған балаларын атайым бик яратты, ә беҙгә бер ҙә иғтибар бирмәне. Мин көнө-төнө бала ҡараным, Кухня яғында бәләкәй генә һике бар ине, мин шул һикелә өс бала менән йоҡланым. Көн дә йоҡлатам, төндәрен өҫтәренә ябам, бәҙрәфкә алып сығам. Уртансы ағайым ҡышын дә, йәйен дә иҙәндә йоҡланы. Әхирәттәрем урамда уйнап йөрөнөләр, ә минең уйынға ваҡыт булманы. Төш балаларҙы йоҡлатам, көйәнтә менән һыу ташыйым, Көнөнә һигеҙәр биҙрә һыу алып ҡайтам, иҙән, һауыт-һаба йыуам, кис һыйыр һауам, ишек алдын һеперәм.

Мәктәптә бик насар уҡыным. Бер ҙә дәрес әҙерләмәнем. Уҡытыусылар минең тормошто беләләр ине. Сумкам мәктәптән нисек ҡайта, иртәгеһе шул килеш китә торғайны. “Мортазина, икенсе дәрескә әҙерләнеп кил. Отметкаң юҡ бит, сирек аҙағы етә”,--тип әйтә ине уҡытыусылар. Өйгә ҡайтып, дәрескә ултырһам, дүрт бала ла алдыма ултырам, ти. Ултыртмаһам, илайҙар. Үгәй әсәй ҡысҡырып ебәрә, ал, илатма, ти. Алһам, йә китапҡа үреләләр, йә ручкаға. Бирмәһәм, тағы илайҙар. Бөтә өйгә бер лампа. Уның яҡтыһында атайым Хрущевтың өс битле докладын уҡый, миңә лампа юҡ. Ҡойма ярығынан төшкән ут яҡтыһында тарих, химия, зоологияны уҡып бара инем. Мәктәптән ҡайтыуыма һалҡын сәй менән бәләкәй генә икмәк киҫәге. Беҙ картуф ултыртманыҡ, баҡсаға бер нимә лә сәсмәнек. Бер һыйыр, биш-алты тауыҡ ҡына бар ине. Үгәй әсәй бер ҡайҙа ла эшләмәне. Атайым—уҡытыусы. Эш хаҡы 70 һум, шуға баҙарҙан бер тоҡ он ала торғайнылар. Беҙ шуның менән йәшәнек. Мин гел ас йөрөнөм, өҫ-башыма күлдәк-ыштан булманы. Өлкән ағайым өйләнеп, ҡатыны менән йылға бер булһа ла ҡайтып йөрөнөләр. Улар миңә күлдәк, трико, ботинка алып ҡайта торғайнылар.

Күрше егете Камил

Аҙыраҡ үҫә төшкәс, колхозға эшкә сыға башланым. Ҡайһы көн—ындырға, ҡайһы көн утауға ебәрәләр, бала ҡарауҙан шунда ғына бер аҙ ял итә башланым. Ә туғыҙынсы класта мин һирәкләп булһа ла клубҡа сыҡтым. 18 йәшкә еткәс, үҙгәреп, һөйкөмлө, матур ҡыҙға әйләндем. Бала саҡта бик йәмһеҙ инем мин: битем ҡутырлы булды. Емеш-еләк, йәшелсә ашамай үҫкәнгә шулай булғандыр. Бөтөн ризыҡ һыуыҡ сәй ҙә, етер-етмәҫ икмәк телеме ине бит.

Шул йылдар тирәһендә беҙҙең ауылға Ырымбурҙан бер ғаилә күсенеп ҡайтты. Беҙҙән алыҫ түгел йорт һатып алдылар. Уларҙың бер улдары ғына бар ине. Шул малай уҡырға ингәс, атайым ҡайтып уны маҡтап-маҡтап һөйләй, бөтә мәсьәләләрҙе эшләй белә, башы бар, ти. Минән ике йәшкә ҙурыраҡ. Уны бөтә малайҙар дуҫ күрҙе, ҡыҙҙар ғашиҡ булды. Миңә лә бик оҡшаны. Ләкин ул миңә әйләнеп та ҡарамай. Сөнки минең өҫтә иҫке күлдәк, үҙем бысраҡ, сәсем туҙған. Яланаяҡ йөрөгәнлектән, табандарым ҡатып бөткән. Егеттең әсәһе тураһында ауылда шунда уҡ хәбәр сыҡты: бик үткен, уҫал ҡатын, Бер класс ҡына уҡыған, ә үҙе, һатыусылар дөрөҫ һанамаһа, ҡарап өйрәтә икән. Унынсы класта уҡыған саҡта клубта концерт булды. Концерттан һуң бейеүҙәр була, йырлайбыҙ ҙа. Шунда шул егет нисектер мине бейергә саҡырҙы. Мин ҡаршыһына сығып бейенем. Бейергә бик ярата инем. Ул ваҡытта еткән ҡыҙ бит инде, үҙ-үҙемде ҡарап йөрөй башланым, егеттәр ҙә оҙаталар ине. Оҙатырға рөхсәт итһәм дә, үҙем бик уҫал булдым, береһенә лә ҡулымдан да тотторманым. Ә оҡшамаған егеттәр менән һөйләшмәй ҙә инем.

Көндәрҙән бер көнө мине бейергә саҡырған күрше егете оҙата килде. Ул миңә бик оҡшай ине. Буйға ла бик оҙон түгел, төҫкә-биткә лә матур, бөхтә кейенә. Өҫтәүенә, уның велосипеды ла бар. Ул ваҡытта велосипедлы кещеләр ауылда бик һирәк булды. 1 Май байрамы кисендә лә Камил мине оҙата килде. Шунда ҡапҡанан инеп китәйем тигәндә, ҡулымдан тотто ла, битемдән үбергә үрелде. Икенсе ҡулым менән шап итеп битенә һуҡтым да, йүгереп инеп киттем. Шунан һуң бер нисә аҙна клубка бөтөнләй сыҡманым. Шул көндән алып Камил мине бик ныҡ оҡшатҡан.

Мин риза...

10-сы класты тамамлағас, мин Ырымбурға киттем. Ҡайҙа эшкә төшәм, ҡайҙа йәшәйем—атай бер нимә лә һорашманы. Ҡулыма биш һум аҡса бирҙе лә, минән ҡотолдо. Шул китеүҙән мин бер ҙә ҡайтманым. Заводҡа эшкә төштөм. Беренсе аҡсама, ҡала буйлап эҙләп, үҙемә бер күлдәк алып кейҙем. Камил минән ике йәшкә өлкәнерәк ине, мин Ырымбурға килгәндә, ул ауыл хужалығы институтының 3-сө курсында уҡып йөрөй ине инде. Береһендә мине эҙләп, фатирға килгән. Мин күрше урамда колонканан һыу алып торам. Эргәмә килде лә, иҫәнләшеп, күнәктәремде алды. Шулай һөйләшмәйсә генә ҡайтып барабыҙ. Шунда ҡапыл ғына туҡтаны ла, күнәктәрҙе ҡуйып, әйҙә, ял итеп алайыҡ, ти. Ярай, тинем. “Мин өйләнәм”,-тине Камил. Йөрәгем жыу итте! Шул ваҡытта: кемгә өйләнә икән был, тип, ауылдағы бөтә бөтә ҡыҙҙарҙы барлап сыҡтым, әммә кемгә өйләнәһең тип һораманым, ярай, яҡшы булған, тип кенә әйтә алдым. “Мин бит һиңә өйләнәм!”-ти. “Нисек миңә өйләнәһең, мин бит кейәүгә барырға уйламайым. Беренсенән, мин бик йәш, икенсенән, өҫтөмә лә, аяғыма ла, башыма ла юҡ. Өсөнсөнән, берәй ергә уҡырға инергә кәрәк”, -тип ҡырт киҫтем. “Минең атай менән әсәй һинең атайыңдарға яусы булып барҙылар. Һөйләштеләр. Атайыңдар риза булды”,-тип һөйләне лә, мине фатирға тиклем оҙатып ҡуйып, ҡайтып китте. Атайыма минән ҡотолорға ғына инде. Һорап килеүсе булғас, ҡыуанып риза булғандыр. Бигерәк тә Камил булғас һөйөнгәндер, яратҡан уҡыусыһы ине бит, башы бар, тип әйтә ине. Ата-әсәһен дә хөрмәт итте. Өҫтәүенә, институтта уҡыусы егет! Шул йылдарҙа беҙҙең ауылдан институтҡа уҡырға ингән берҙән-бер егет ине Камил.

Шулай бер көндө эштән ҡайтып, фатирҙы йыйыштырып йөрөһәм, Камилдың әсәһе менән бер туған апаһы килеп инде. “Әйҙә, тиҙ бул, Камил ныҡ ауырып ктте, һиңә килергә ҡушты”,-тиҙәр. Ундай ваҡытта нисек бармайһың инде? Тиҙ генә йыйындым да, бергәләшеп сығып та киттек. Килеп инһәк, Камил ауыҙын йырып ҡаршы алды. Атаһы биш һарыҡ һуйып, Ырымбурға һатырға килгән, туйға әҙерләнәләр. Мине тиҙ генә өҫтәл янына ултырттылар. Атаһы мине малайына кейәүгә сығырға ҡыҫтай. Ә мин оялам! Башымды аҫҡа эйеп ултырҙым, бер һүҙ ҙә әйтә алмайым. Шулай ҙа теге саҡта Камилға әйткән һүҙҙәрҙе әйттем: өҫ-башымда юҡ, эшләргә, уҡырға кәрәк, кейәүгә сығыу уйымда ла юҡ, тинем. Ә улар барыбер ҡыҫтай. Шулай һөйләшеп ултыра торғас, барыһы ла балконға сығып китте, беҙ Камил менән бүлмәлә икәү генә ҡалдыҡ. Шунда Камил әйтә: “Һин риза булмаһаң, миңә ауылға ҡайтырға оят. Риза булмаһаң, уҡыуҙы ташлап, сиҙәм ерҙәргә эшкә китәм”,-ти. Мин ҡурҡып киттем. Ата-әсәһенең берҙән-бер улы, бәхете минең арҡала юғала, тип уйланым. Шуға ла: “Ярай инде, улайһа, мин риза”,-тинем.

Буласаҡ ирем икенсе көндө үк ЗАГС-ҡа барып, ғариза биргән. Уныһын белмәй ҙә ҡалдым, миңә әйтмәне лә. Бер осрашҡанда: “Иртәгә ЗАГС-ҡа барабыҙ, иртәрәк торорһоң”,-тине. “Ашыҡмайыҡ, туйҙан һуң яҙылышырбыҙ әле”,-тинем. Егетем ҡыҙып китте: “Кеше туйға тиклем яҙылыша инде”,-ти. Шулай итеп, икенсе көнө иртүк барып, фотоға төшөп, яҙылышып ҡайттыҡ. Апаларына барып ашаныҡ та, мин үҙ фатирыма, ул ятаҡҡа ҡайтып китте. Буласаҡ бейемем күлдәк тектерерһең, тип, ал төҫлө атлас туҡыма биреп ебәргән ине. Ҡайҙан алған булғандыр инде шул тиклем ҡиммәтле туҡыманы ул саҡта, белмәйем. Әле ул ғына ла түгел, аяғына алһын тип, аҡса ла ебәргән. Шулай итеп, ауылға ҡайтып туй үткәрҙек. Ике көндән һуң тағы Ырымбурға киттек, айырым фатир табып индек. Бейемем миңә баҙарҙан пальто, башыма шәл, аяғыма арзан ғына бутый алып бирҙе.

Ауылда уҫаллығы менән дан тотҡан бейемем минең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡшы әсәй булды. Балаларымды ҡараны. Тәүге балабыҙ ҡыҙ ине, атаһы-әсәһе ҡулдарынан төшөрмәнеләр. Кешеләр килендәрен урамда насар итеп һөйләп йөрөгәндә, бейемем мине гел маҡтаны. Ул мине эшкә, таҙалыҡҡа, ашарға бешерергә өйрәтте. Үҙе бик таҙа ҡатын ине. Шулай итеп йәшәп киттек беҙ. Ирем аҙ ғына ҡысҡыра башлаһа, улын:”Һин нимә, матур һөйләшә белмәйһеңме”,-тип ҡырт киҫеп туҡтата торғайны. Икенсегә малай таптым. Ул ваҡытта иптәшем институтты бөтөрөп, совхозда баш инженер булып эшләй ине. Ә бер нисә йылдан уны совхоз директоры итеп һайланылар. Уны машина алып китә, машина килтереп ҡуя. Ә мин шул 10 класс белем менән эшләп йөрөйөм. Бер көндө бейемем, берәй ергә инеп уҡырға кәрәк һиңә, ти. Ирем дә өйҙә. Ирем, совхоз исеменән бухгалтер-иҡтисадсы булып уҡырға бараһыңмы, ти. Мин шул тиклем ҡыуандым! Әсәйҙе, иремде үбә-үбә һикерә башланым.

Беренсе йылды көндөҙгө бүлектә, унан ситтән тороп уҡыным. “Уҡығанда ирең дә юҡ, эшең дә юҡ, ғаиләң дә юҡ. “3”-лө алып уҡыма, яҡшы итеп, тырышып уҡы!”-тип нығытып асыуланып әйтте ирем. Мәктәптә нисек уҡығанды белә бит инде, шуға шулай тигәндер. Мин ныҡ тырыштым. Бейемемә ҙур рәхмәт, үҙе ауырып йөрөһә лә, ике баламды алып ҡалып, ҡараны. Мин аҙна һайын ҡайтып кер, иҙән йыуам, икмәк һалам да, дүшәмбе иртүк тороп, тағы уҡыуға йүнәләм. Бына шулай уҡып сыҡтым. Шунан ирем эшкә урынлаштырҙы. Уҡыған саҡта иптәшем миңә гел аҡса бирҙе, ҡыҙғанманы. Һәм мин Ырымбурҙан һәр ваҡыт матур итеп кейенеп ҡайта инем.

Бәхетле булығыҙ!

Беренсе булып ҡайным үлеп китте. Бейемем да йыш ауырый ине. Ырымбур дауаханалырына гел икәү бергә йөрөнөк. Унда ҡатын-ҡыҙ ауырыуы булды. Ул заманында ун ине бала тапҡан булған, Араларынан бер минең ирем генә иҫән ҡалған. Бейем менән беҙ әхирәттәр һымаҡ инек. Ырымбурға барғас, туғандарында йоҡлай торғайныҡ. Туғаны беҙгә диванға урын һалып бирә лә, беҙ ҡосаҡлашып, төнө буйы һөйләшеп ята торғайныҡ. Аҙаҡҡы көндәрендә уның янында иптәшем менән сиратлап ултырҙыҡ. Түшәккә ятҡас, түләүһеҙ ялдар алып, уны ғына ҡараным. Мин ул ваҡытта баш иҡтисадсы булып эшләй инем инде. Ул көндө таң атҡанда иптәшем менән икебеҙҙе янына саҡырҙы. Баҫып торабыҙ. Шунда ҡулымдан тотоп һөйөп, килен, рәхмәт, бәхетле булығыҙ, тип, ризалығын биреп үлеп китте. Өсөн, етеһен, ҡырҡын бик хөрмәтләп үткәрҙек, хәҙер ҙә йыллыҡтарын үткәреп торам. Көн дә иртәнсәк торғас, бейемемә, әсәйемә рәхмәттәр уҡыйым, Хоҙай миңә бәхет бирҙе. Мин бик бәхетле. Иптәшем менән 49 йыл бергә йәшәнек, балалар үҫтерҙек, улар ярҙамдарынан ташламайҙар. Иремдең вафатына ла 15 йыл булып китте. Төрлө ваҡыттар булды, гел генә ҡосаҡлашып-үбешеп йәшәмәнек. Шулай ҙа мин бәхетле, етеш тормошта йәшәнем, бөтә илдәрҙе йөрөп сыҡтым. Былар барыһы ла бейемемдең теләге, уның ризалығы тип уйлайым.

Г. Мортазина.






 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас