Мин Өфөнән шаҡтай алыҫ райондан. 4-се класты үҙебеҙҙә, унан күрше ауылға йөрөп уҡыныҡ. Бәләкәйҙән үк теремек, шаян булдым. Әүҙем инем, йырларға, бейергә яраттым. Шуға микән, үҫә төшкәс кластағы малайҙар янымда бөтөрөлөп йөрөнөләр. Наил исемлеһе бигерәк бәйләнсек ине. Запискалар бирә, открыткалар яҙа. Бер тапҡыр духи ла алып килгән. Башланған, әсәһенеке булғандыр инде. 8-се кластарҙа Рәшит исемлеһе тағылып йөрөй башланы. Бер тәнәфестә: “Наил менән Рәшит һинең өсөн һуғыштылар”,--тинеләр. Шунан икеһе лә нисектер тынды, миңә бәйләнмәй башланылар.
Китмәй тор, мине оҙатырһың
Минең үҙемә Зөфәр исемле малай оҡшай. Ул-беҙҙең ауылдан, тегеләр һымаҡ һуғыш суҡмары түгел, йыуашыраҡ. Председатель малайы, өҫтө-башы ла һәйбәт кенә. Әсәһе медпунктта эшләй. Зөфәр артыҡ һөйләшмәй, аҫтыртынлығы ла бар шикелле.
Шау-гөр килеп уҡып, унынсыға ла еттек. Кистәрен артыҡ сығып йөрөмәнем, сөнка атай бик ҡырыҫ кеше булды. Ул ҡайтып инеүгә барыбыҙ ҙа шым булабыҙ. Ҡул менән һуҡмаһа ла, күҙ ҡарашынан ҡурҡып торҙоҡ.
Мәктәптән һуң Өфө педагогия институтына уҡырға индем. Октябрь байрамына ҡайтҡас, клубҡа сыҡтым. Зөфәр, оҙатам тип, арттан эйәрҙе. Ул үҙе теләгән уҡыуға инә алмаған, армияға китә икән. Икенсе көндө лә оҙатып ҡуйҙы. Әҙерәк һөйләшеп торабыҙ ҙа, мин инеп китәм. Ҡосаҡлау түгел, ҡулдан да тотошмайбыҙ. Уға инде китергә повестка ла килгән. Бер кисте: “Альмира, китмәй тор әле. Иртәнән һуңға оҙатыу кисәһе яһайбыҙ. Әсәй һиңә “ауырыны”,-тип справка яҙып бирер, уҡыуыңда һүҙ теймәҫ”,-тине. Шулай тигәс китмәнем, ҡалдым. Оҙатыу мәжлесендә Зөфәрҙең йөрөгән ҡыҙы булып, эргәһендә ултырҙым.
Бер көн, күҙемә күренәме тип торам, институттан сығыуға егетем көтөп тора. “Китәһе состав тулды, миңә бер аҙнанан ғына. Ауылға ҡайтмайым инде, һинең яныңа килдем. Бында туғандарымда булып торам” ,-ти. Көн дә минең яныма килә, осрашып йөрөйбөҙ. Киноға барабыҙ, апалары эштә саҡта унда ла инеп ултырабыҙ. Әкренләп яҡыныйып киттек, йыуаш малай асыла бара. Бер кисте: “Альмира, иптәштәр минән көлә. Һин һаман малаймы ни, йөрөгән ҡыҙың бар бит, тиҙәр. Иртәгә китәм бит инде, әйҙә, кеше ҡыланғанды беҙ ҙә ҡыланып ҡарайыҡ әле. Һинән башҡа оҡшатҡан кешем юҡ, һин дә мине сит итмәйһең. Ҡайтҡас, миң һиңә өйләнәм”,-тине. Ҡайһы бер ҡыҙҙарҙың егеттәр менән йоҡлап йөрөгәнен белә инем. Ҡарышманым, минең дә бергә булып ҡарағым килде. Шулай итеп, беҙ ҙә “кеше ҡыланғанды” ҡыландыҡ. Аҙағы ни менән барып бөткәнен белгән булһам... Ҡыҙ бала үҙ бәхетһеҙлеген үҙе яһай шул ул.
Зөфәр китеп, күпмелер ваҡыттан һуң, ауырға ҡалғанымды һиҙҙем. Нишләргә? Ике ай тирәһе көскә йөрөнөм. Эстә бала юҡ тип уйлайым, тик ул бар бит, һаман да үҫә. Кәңәшләшер кеше лә таба алмайым. Ауылға ҡайтһам, атай индермәйәсәк, әсәй ҙә уның һүҙенән сыҡмаҫ. Шулай ҙа, Яңы йылға ҡайттым. Өйҙә уны-быны һиҙмәнеләр. Нисек кәрәк шулай ҡышҡы сессияны тапшырҙым да, каникулға икенсе ҡалала йәшәгән апайымдарға киттем. Иҫәбем-уның менән кәңәшләшеү. Ул үҙе лә ауырлы булып кейәүгә сыҡты, минең хәлде аңлар.
Еҙнәй командировкала ине. Рәмзиә апай минең ауырлы икәнде ҡайтып инеп, сәй эсергә ултырғас та һиҙҙе. “Ни булды?”-ти. Ҡапыл күңелем тулды, ҡысҡырып илап ебәрҙем. Шунан, тынысланғас, хәлемде һөйләп бирҙем. Был яңылыҡ, күреп торам, апайға ныҡ тәьҫир итте. Нишләргә лә белмәй. Әрләп тә ни ҡыла инде, эш уҙған бит. “Һин ул тиклем илама әле, атайҙар белмәй торһон. Институттан академик ял ал, хәҙергә уҡый алмайым, тигән. Иптәштәрең алдында кейәүгә бармаған көйө ҡорһаҡ күтәреп йөрөмәҫһең бит инде. Шунан бында ҡайтырһың. Нисек булһа ла, яйларбыҙ” ,--тине шунан һуң. Мин уға бөгөнгө көнгә тиклем рәхмәтлемен. Мин, йүләр баш, аборт тураһында ла уйлай башлаған инем.
Апай әйткәнсә, институттан ял алдым. Уның янына ҡайтып, бала тыуғансы тип яҡындағы бер ауылдың балалар баҡсаһына урынлаштым. Минең килеүгә еҙнәй бер һүҙ ҙә әйтмәне, апай уға аңлатҡандыр инде. Декрет ялы ла алмайса, аҙаҡҡа тиклем эшләнем.
Бәпәйҙе бик ауыр таптым. Апай, ҡурҡып, әсәйҙәргә хәбәр иткән. Ул ваҡыттағы хәлдәр уҙе бер тамаша булды. Әсәй илай-илай мине әрләй, апайға лә эләкте. Атай, ишетеү менән, Зөфәрҙәргә барып: “Малайығыҙ ҡайтһа, һуғып үлтерәм. Беҙҙең ҡыҙҙы мыҫҡыл иткән”,-тип “боларған”, Альмираға бер-бер хәл булһа, һеҙ ҙә яуап бирәсәкһегеҙ”,--тип ҡурҡытҡас, Зөфәрҙең ата-әсәһе, ниндәйҙер сәбәп табып, телеграмма һуҡҡан. Роддомдан сығыуыма, Зөфәр килеп етте. Мине бала менән әсәйҙәргә алып ҡайтты. Дүрт көндән һуң яҙылыштыҡ та, бер аҙнанан ир булған кешем хеҙмәтен дауам итергә китте. Мин, ҡатыны булып, уларҙа тороп ҡалдым.
Зөфәрҙең әсәһе мине ҡабул итә алмағандыр инде, уны ла аңлайым. Председатель ҡатынының аҡыллы, сибәр малайын кешесә өйләндергеһе килгәндер. Миңә асыҡ сырайлы булманы, балаға ла иҫе китмәне. “Беҙҙеке микән, ай-һай”,--тигән һүҙҙәрен дә ишеттем. Уларҙа бер ай тирәһе торҙом да, әсәйҙәргә ҡайттым. Өйҙә минән башҡа өс ҡустым бар, улар улымды ҡулыма ла тейҙермәнеләр. Башта ҡырыҫыраҡ булған атай ҙа йомшарҙы.
Зөфәр диңгеҙ флотына эләккәйне. Балаға 9 ай тулғанда отпускыға ҡайтты. Ул бында саҡта мин уларҙа йәшәнем. Зөфәр менән ике арала йылылыҡ юҡ та, бар ҙа һымаҡ. Баланы бер аҙ ҡараша ла, иптәштәрҙе күрәһе бар тип, кис сығып китә.
Ирҙе оҙатыуға, ҡәйнә тағы тауыш ҡуптарҙы: “Был бала беҙҙеке булырға тейеш түгел. Бер ере лә беҙҙең яҡҡа оҡшамаған. Ваҡыты менән дә тура килмәй”,-ти. Ултырып иланым да, Зөфәрҙең бер аҙнаға минең яныма ҡайтыуын һөйләп бирҙем. Улар быны ҡайҙан белһен инде, аптырап ҡалдылар.
Ситтән тороп бер йыл уҡыным. Ауылды ташлап, мине яҡын итмәгән кешеләрҙән алыҫҡараҡ киткем килә башланы. Икенсе бер районға сығып киттем. Уртаса ғына ҙурлыҡтағы бер ауыл мәктәбендә урын табылды. Элек интернат булған йорттан бүлмә бирҙеләр. Баламды ла алып килдем. Берәр ай эшләүгә, үҙемдең тағы ауырлы икәнемде белдем. Башта бер кемгә лә әйтмәнем. Мәктәп завучы, ипле, тыныс ҡына Рауза апай, бер көнө мине туҡтатты ла: “Һин ауырлымы әллә, һеңлем?”—тине. Китапхананың аулаҡ мөйөшөнә инеп, илай-илай хәлемде һөйләп бирҙем. Рауза апай сабыр ғына тыңлап торҙо ла: “Төшөртөргә уйлама ла. Бергә-бергә үҫтерербеҙ, борсолма”,--тине. Был изгелекле апайҙың ире күптән үлгән, балалары ла юҡ ине. Ғүмерен мәктәпкә бағышлап, пенсияла булһа эшләп йөрөй.
Ауылға башта һирәк-мирәк ҡайтҡыланым. Ваҡыты еткәс, тағын бер ир бала таптым. Илнурға 4 ай тулғас, уны Рауза апайға ҡалдырып, бер көнгә генә әсәйҙәргә ҡайтып килдем. Тағын бәпәйем булғанын ишеткәс, өйҙәгеләр шаҡ ҡатты. Шунан әсәй: “Тыуаһы йән булғандыр, нишләйһең... Үҙеңә генә ауыр була инде. Зөфәр күптән ҡайтты, Өфөгә барып урынлашҡан”,--тип ҡуйҙы. Бына һиңә! Рәтләп хат та яҙманы, ҡайтасағын дә әйтмәне.
Күстәнәстәр алып, ҡәйнәләргә киттем. Ҡәйнәм, мине күреүгә, ҡара көйҙө: “Зөфәрҙең тормошон емерҙең. Развод бир, өйләнергә йөрөй ул”,--тине. Мин дә ебеп төшмәнем: “Ярай, мин риза. Тик башта үҙен күрәм әле. Ике балаһына ла алиментҡа бирермен”,-тигәс, ҡәйнә аҡлы-күкле булды. Арттан: “Әллә кемдәрҙән тапҡан балаларыңды Зөфәргә тағырға уйлама!”-тип ҡысҡырып ҡалды.
Зөфәр менән күрешеп торманым, киттем. Мин риза булғас, оҙаҡ тотманылар, беҙҙе айырып та ҡуйҙылар. Алиментҡа ла бирҙем. Зөфәрҙең бер ҡала ҡыҙына өйләнгәнен ишеттем. Минең арттан да ауылдан бер егет йөрөй башланы. Юҡ инде, бер ауыҙ бешкәс, “өрөп кенә ҡабам”. Йәш кешенең яҙмышы менән уйнағы килмәй.
Көтөлмәгән ҡунаҡтар
Рауза апай үҙ туғаным кеүек булып китте. “Мин яңғыҙ, өй иркен, әйҙә, минең яныма күсенегеҙ”,-тигәс, уларҙа йәшәй башланыҡ. Шулай итеп, әкренләп кенә йәшәп ятабыҙ. Бер көн эштән ҡайтыуыма өйҙә Зөфәр ултыра. Балалар уның эргәһендә йүгереп йөрөй. “Атай”,--ти өлкәне, алдына менергә тырышып. Нишләптер ҡыуанманым. Ашаттым-эсерҙем, юҡ-бар тураһында һөйләшеп ултырҙыҡ. Урынды ла айырым йәйҙем. Ул ҡайтып киткәс Илнур: “Атай тағын ҡасан килә?”—тип һорап аптыратты.
Күпмелер ваҡыттан һуң, ике машинала “делегация” килеп төштө: үҙемдең атай-әсәйем, Зөфәрҙең ата-әсәһе, ҡатыны менән кесе ҡустым һәм Зөфәр. Мине яңынан кейәүгә һорап килгән был. “Ҡатының ҡайҙа?”-тинем. Уның урынына әсәһе яуап бирҙе: “Йәшәмәйҙәр, Альмира, бергә түгел улар. Балаһын ҡалдырып китте. Ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ”,-тине. Мин үҙ шартымды ҡуйҙым: “Теге ҡатының менән айырылышаһың, минең менән яҙылышаһың. Артабан күҙ күрер”. Мин нишләптер ир менән законлы рәүештә генә йәшәргә кәрәк, тигән уйҙа инем.
Зөфәр бында күсеп килде. Яҙылышҡас, тағы батырайып китте. Рауза апайҙың өйөндә хужа булып йөрөй. Шулай итеп, балалар өсәү булды. Теге ҡатынынан тыуған баланы ла әсәләре беҙгә алып килде. Зөфәр балаларға, бигерәк тә өлкәненә, барыбер ышанып етмәй, минеке түгелдер был, ти. Сроктарына тиклем әйттем-әйттем дә, ышанмағас, бүтән өндәшмәнем. Нимәгә аҡланып торайым, Хоҙай белә. Берәр ай эшһеҙ ятҡас, алыҫ араларға йөк ташыу машинаһына ултырҙы. Ике-өс аҙна ҡайтмай, ҡайтҡас, диванда аунай. Аҡсаһы булғас, дуҫтар ҙа табылды. Һуңынан ғына белдем, теге ҡатыны менән эсеүгә һалышып, теләһә нисек йәшәй башлағас, әсәләре миңә килтереп “ырғытҡандар” икән уны. Балалар уның ҡайтҡанын көтөп алалар. Ни тиһәң дә, тора-тора үҙ итте ул уларҙы.
Ярты йыллап эшләгәс, Зөфәр ҡайтып та күренмәй башланы. Ҡайтһа ла, минән ситләшә, эргәмә лә ятмай. Сәбәбе тиҙ асыҡланды: бының йөк алып барған яҡта танышҡан мәрйәһе бар икән. Көндәрҙән-бер көндө “китәм” ти башланы. Мин тотманым, бары: “Улай-былай йөрөмәйһең, законлы рәүештә айырылышабыҙ, алимент түләйһең”,-тинем. “Мин икеһенә генә түләйәсәкмен, Алина минең ҡыҙ түгел, уны алкаш әсәһенә алып бар”,-ти был. “Нишләп мин уға бала бирәйем. Алина үҙ ҡыҙым кеүек, үҙем тәрбиәләйем, бер кемгә лә бирмәйем”,-тинем. Зөфәр: “Үҙең ҡара, берәй хәл килеп сыҡһа, мине ғәйепләмә”,-тип, әйберҙәрен йыя башланы. “Мин һине балаларға яҡшы атай булырһың, тип уйлағайным, яңылышҡанмын икән. Баштан, теге саҡта уҡ яңылышҡанмын. Һин минең тормошомдо емереүсе. Бер артыңа урын таба алмайһың, ни миңә йәшәргә ирек бирмәйһең. Һиңә ҡараған кеүек миңә ҡарамайҙар тиһеңме әллә. Һинең кеүектәрҙе унды табам мин”,-тип ҡыҙып киттем. Былай ғына әйттем инде, көнләшһен әҙерәк тип.
Айырылыштыҡ. Зөфәр сығып китте. Иламаным. Нисектер еңелерәк булып ҡалғандай тойолдо. Әйтерһең, Зөфәр менән 5 йыл йәшәмәгәнмен дә. Шулай байтаҡ ваҡыт үтте. Бер заман ят номерҙан шылтыраталар. Бер ҡатын урыҫса өндәште. Зөфәрҙең себерҙә йәшәгән теге мәрйәһе булып сыҡты. Минең ир унан да сығып киткән булған икән. Ләкин бөтөнләй ташлашмағандар, ҡатын Зөфәр янына килеп-китеп, ашарына бешереп, керен йыуып йөрөгән. Үҙен Нина тип таныштырған был ҡатын башта шуларҙы һөйләне, артабан: “Һеҙгә шылтыратыуымдың сәбәбе шул-Зөфәр ҡаты аварияға осрап, дауаханала ята, һине бик күрәһе килә”,-тине. Тәүҙә икеләнеп ҡалдым. Миңә кем ул? Ҡараһын ана бергә торған кешеһе! Шулай тиһәм дә, аҡылым, бар-бар, күреп ҡайт, бәлки һуңғы күреүең булыр, тине. Шуларҙы уйланым да, өлкән улым Илнурҙы эйәртеп, юлға сыҡтым.
Дауаханаға барып инһәк, марляға уранған Зөфәр ята. Ябығып, бәләкәсәйеп ҡалған. Мине күреүгә, күҙендә йәштәр күренде. “Килеүеңә рәхмәт, Альмира. Һине шундай көттөм. Булдыра алһаң, барыһы өсөн дә ғәфү ит. Иң кәрәк саҡта һеҙҙе ташлап киттем. Бына бит, һис уйламағанда нисек килеп сыҡты...Аяҡҡа баҫһам, һеҙҙең янығыҙға ҡайтыр инем. Ҡайтып булһа...Индерһәң”,-тип, күҙҙәремә ҡараны. Шунан Илнурҙы эргәһенә саҡырып алды ла, үҫкәнһең улым, ысын егет булғанһың, тип, һау ҡулы менән арҡаһынан һөйөп алды. Себерҙә өс көн булып, ҡайтырға сыҡтыҡ. Башымда төрлө уйҙар ҡайнай. Уны был хәлдә ҡалдырғы ла килмәй, алып ҡайтырға ла теләгем юҡ. Барғанда әсәйҙәргә хәбәр итмәнем, Рәмзиә, Рауза апайҙар менән кәңәшләштем. Донъя күргән, аҡыллы кешенән аҡыллы һүҙҙәр сыға. Рауза апай Зөфәрҙе алып ҡайтырға ҡушты: “Балаларыңдың атаһы бит ул. Атай, тип үҫтеләр, хәҙер ҙә онотмайҙар. Уларҙы аталарынан мәхрүм итмә”,-тине. Шулай тигәс, үҙем дә уйға ҡалдым. Әгәр уға битараф булһам, мин дә әллә ҡасан үҙемә иш табыр инем. Тапманым бит. эҙләмәнем. Тимәк, хистәрем һүрелеп бөтмәгән. Йәшлектәге кеүек үк булмаһа ла, күңелдә был кешегә ҡарата ниҙер бар.
Зөфәр дауаханала теүәл ике ай ятты. Сығаралар, тигән көндө Илнур улым менән барып еттек. Ир аяҡҡа баҫып килә, әкрен генә йөрөй. Ҡултыҡлашып сығып киткәндә, тәҙрәнән ҡарап ҡалдылар. Беҙҙең хәлдәрҙе бында белгән булғандарҙыр инде.
Юл ауыр булманы. Поездан Рауза апайҙың элекке уҡыусыһы Дамир килеп алды. Апай барыһын да хәстәрләгән, һөйләшкән. Ҡайтыуға табын әҙер, аш бешкән. Зөфәр, яңы ғына күргәндәй, бер миңә, бер балаларға ҡарап ала. Күҙҙәрендә һағыныуға, яратыуға оҡшаш хистәр ҙә һиҙелә.
Беҙ ете йыл инде бергә йәшәйбеҙ. Ир ҡайтыуға, тағы ЗАГС бүлегенә барып яҙылыштыҡ. Был юлы инде ғүмерлеккә булыр, моғайын. Рауза апайҙан сығып, үҙебеҙгә өй һалдыҡ. Зөфәрҙең ата-әсәһе әле иҫән, минең атай ғына вафат инде. Туғандары, ата-әсәһе килеп тора, үҙебеҙ ҙә, ҡайтһаҡ, тура уларға ҡайтабыҙ. Минеке түгел ул, тигән ҡыҙ тап Зөфәргә оҡшап үҫеп килә, быйыл өсөнсө класты тамамланы. Әсәһе үҙе кеүек юҡҡа сыҡҡан бер әҙәм менән эҙләп килгән ине, бирмәнек. Суд менән ҡурҡыта башлағас, уның үҙен әсәлек хоҡуғынан мәхрүм иттеләр. Уны баштан уҡ шулай итергә кәрәк булған, Зөфәр генә шикләнеп һуҙҙы бит.
Тормошобоҙ һәйбәт, Аллаға шөкөр. Бына шулай булды минең тормош юлым. Бер ирҙән, йәштән үк башымды әйләндергән кешенән өс тапҡыр айырылып, өс тапҡыр кире яҙылыштым. “Кеше ҡыланған”ды ғына ҡыланып ҡалманыҡ, артығы менән булды.
С. Сабилова.