Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
12 Декабрь 2025, 12:35

Айға ҡарап илағаным да булды

Атайым был ҡайғынан аҡылдан шашыр сиккә еткән, араҡыға тотонған. Атай менән әсәй йәштән үк дуҫлашып, бер-береһен оҡшатып йөрөгән булғандар. Бала саҡ дуҫлыҡтары әкренләп ҡайнар мөхәббәткә әүерелгән. Әсәй атайҙы армияға ла оҙатып ҡалған, һағынып көтөп алған. Атай армияла саҡта әсәйҙең артынан йөрөүсе егеттәр булһа ла, ул уларҙың береһенә лә әйләнеп ҡарамаған, мөхәббәтенә тоғро ҡалған. Атай ҡайтҡас, оҙаҡ та йөрөмәйҙәр, өйләнешәләр, тик ғүмер юлын бергә үткәрергә генә насип булмай уларға. Әсәйҙең ғүмере ҡыҫҡа була, яҙмышына шулай яҙылғандыр. Шулай итеп, мине әсәйҙең әсәһе, йәғни өләсәйем тәрбиәләп үҫтерә. Атай бер нисә йыл буйына тура юлдан тайпылып йәшәгәндән һуң, уны туғандары үҙҙәренең эргәһенә алып китә. Улар Силәбе яғында йәшәгәндәр. Атай унда эшкә урынлашып, яңынан ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Беҙгә бик һирәк ҡайта ул. Ҡайтҡас, көнөн зыярат менән ике арала үткәрә. Әсәйгә булған саф хистәре бер нисек тә һүрелмәй. Башҡаға өйләнһә лә, күрәһең, әсәйҙе онота алмай, һағына.

Уйлап ҡараһаң, бик бәхетһеҙ кеше инде мин: ғүмер бүләк иткән әсәйемде бер тапҡыр ҙа күргәнем булманы. Ул мине донъяға килтергәндән һуң, ҡапыл ғына ныҡ ауырып киткән, дауаханаға һалғандар ҙа, шунан кире сыға алмаған.

Атайым был ҡайғынан аҡылдан шашыр сиккә еткән, араҡыға тотонған. Атай менән әсәй йәштән үк дуҫлашып, бер-береһен оҡшатып йөрөгән булғандар. Бала саҡ дуҫлыҡтары әкренләп ҡайнар мөхәббәткә әүерелгән. Әсәй атайҙы армияға ла оҙатып ҡалған, һағынып көтөп алған. Атай армияла саҡта әсәйҙең артынан йөрөүсе егеттәр булһа ла, ул уларҙың береһенә лә әйләнеп ҡарамаған, мөхәббәтенә тоғро ҡалған.

Атай ҡайтҡас, оҙаҡ та йөрөмәйҙәр, өйләнешәләр, тик ғүмер юлын бергә үткәрергә генә насип булмай уларға. Әсәйҙең ғүмере ҡыҫҡа була, яҙмышына шулай яҙылғандыр. Шулай итеп, мине әсәйҙең әсәһе, йәғни өләсәйем тәрбиәләп үҫтерә. Атай бер нисә йыл буйына тура юлдан тайпылып йәшәгәндән һуң, уны туғандары үҙҙәренең эргәһенә алып китә. Улар Силәбе яғында йәшәгәндәр. Атай унда эшкә урынлашып, яңынан ғаилә ҡороп йәшәй башлай. Беҙгә бик һирәк ҡайта ул. Ҡайтҡас, көнөн зыярат менән ике арала үткәрә. Әсәйгә булған саф хистәре бер нисек тә һүрелмәй. Башҡаға өйләнһә лә, күрәһең, әсәйҙе онота алмай, һағына. Был турала ҡайтҡан һайын миңә гел әйтә ине.

Атай менән хәҙер ҙә хәбәрләшеп, аралашып йәшәйбеҙ. Йән тартмаһа ла, ҡан тарта, тиҙәр бит, шуға күрәлер, мин дә гел генә атайға тартылып йәшәнем. Үҫкәндә янымда булмаһа ла, ҡулынан килгәнсә беҙгә ярҙамлашып торҙо ул.

Тик ни генә тиһәң дә, атай-әсәй ҡосағынан, уларҙың наҙынан башҡа үҫеү ҡыйын, күңелем дә гел китек булды. Әсәйһеҙлек бәғерҙе өҙә ине. Айға ҡарап илап ултырған саҡтарымды да хәтерләйем әле мин. Мәктәпкә беренсе класҡа уҡырға барғанда, әле лә хәтеремдә, дуҫ ҡыҙымды әсәһе оҙата килде, ә мине оҙатыусы булманы. Мин уларға эйәреп кенә барҙым. Белмәйем, нишләп өләсәйем оҙатмағандыр инде. Шулай ҙа, нисек кенә ауыр булһа ла, өләсәйгә һиҙҙермәй торғайным. Уның булғанына ҡыуана инем. Өләсәйем булмаһа, бөтөнләй етем булып йәшәр инем, етемдәр йортона тапшырырҙар ине, тип уйлап илаған көндәрем йыш була торғайны. Әле лә ярай өләсәйем үҫтергән. Рәхмәт уға!

Мәктәпте тамамлағас, Өфөгә килеп заводҡа эшкә урынлаштым. Артабан уҡырға теләгем булһа ла, бер ҡайҙа ла инмәнем, аҡса эшләгем килде. Ятаҡта йәшәнем. Бүлмәләш ҡыҙым Асия менән бик татыу, дуҫ йәшәнек. Хатта бер туғандар кеүек тиһәм дә була. Ул Өфөгә яҡын райондан ине. Аҙна һайын булмаһа ла, айға бер Асия мине үҙҙәренә ҡунаҡҡа алып ҡайта торғайны. Бер ҡайтыуымда уларҙың күрше ауыл егете Мансур мине кис клубтан оҙата килде. Шулай итеп танышып, йөрөй башланыҡ. Мансур ҙа Өфөлә эшләй ине. Бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң, Мансур миңә тәҡдим яһаны. Иң ҡыйын сағым уның миңә: “Ләйсирә, әйҙә был аҙнала һинең ата-әсәйеңә барайыҡ. Мин һинең ҡулыңды бөтә шартын килтереп шунда һорармын. Никах ваҡытын билдәләрбеҙ, матур итеп туй яһарбыҙ”,--тигән ваҡытта булды. Уның әйткәндәренән башым әйләнеп, күҙ алдарым ҡараңғыланды хатта. Тыйыла алмайса илап ебәрҙем. Ул бер нимә лә аңламаны, ҡайҙан аңлаһын, мин уға тормошомдо һөйләп бөтөрмәгән инем әле.

Тәүҙә уның ата-әсәһе янына ҡайттыҡ, унан беҙҙең яҡҡа ҡайтып, өләсәйемә үҙебеҙҙең киләсәк пландар тураһында әйтеп, һөйләшеп килдек. Егетемдең ата-әсәһе тәүҙә бик риза ла булмаған кеүек ине, тулы ғаиләлә үҫкән ҡыҙға өйләндергеләре килгәндер инде. Шулай ҙа, ҡаршы килмәнеләр, сөнки беҙҙең араға бер ниндәй ел дә үтерлек түгел ине. Мансурҙың ата-әсәһе хәлле кешеләр. Өйләнешеүгә беҙгә бер бүлмәле фатир алып бирҙеләр. Үҙебеҙҙең фатирыбыҙҙа йәшәй башлағас, бәхеттең иге-сиге булманы. Бәхетебеҙҙе арттырып, уртаҡ емешебеҙ—ҡыҙыбыҙ тыуҙы, шунан малайыбыҙ. Мансур бик аҡыллы, ысын ғаилә кешеһе булды. Мин уға бик рәхмәтле. Ата-әсәһе лә, йәшәй-йәшәй мине үҙ ҡыҙҙары кеүек яҡын күрҙеләр. Мин дә ауыҙ тултырып “әсәй” тип өндәшә инем. Әсәй һүҙен әйтергә тилмереп үҫкән ҡыҙ бит мин. Әй, шуныһын әйтергә онотҡанмын бит әле, туйға ҡатыны менән атайҙы ла саҡырҙыҡ, ләкин улар килмәне. Ҡатынының килгеһе килмәгәндер, тип уйланым. Яҡын кешеләремдең булмауы күңелгә ҡыйын булды, әлбиттә, ләкин нишләйһең.

Бөгөнгө көндә өләсәйем гүр эйәһе инде, урыны ожмахта булһын! Әлеге яҙмам уның рухына доға булып ирешһен.

Яҙмамдың аҙағында шуны әйткем килә: һәр балаға үҙ атаһы, үҙ әсәһе янында бәхетле бала саҡ кисереп үҫеүҙәрен теләйем. Ата-әсәйһеҙ үҫеүе бик ауыр. Үҙебеҙҙең балаларҙы ла тигеҙлектә үҫтереп, уларҙың изгелектәрен күреп йәшәргә насип булһын. Барығыҙға ла бәхетле тормош теләйем.

Ләйсирә.

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас