Бөтә яңылыҡтар
Йөрәк яныр серҙәр бар
12 Декабрь 2025, 20:05

Алданғанды һиҙмәй ҙә ҡалғанмын

Башта өндәшмәнем. Нисек түҙгәнмендер, белмәйем. Минең дә ир ҡосағында наҙланып, матур һүҙҙәр ишетеп йәшәгем килә. Ә ул ситкә йөрөй икән! Иреккә: “Һин нишләп көн һайын һуңға ҡалып ҡайтаһың. Бала һине күрмәйсә үҫә, миңә лә яңғыҙыма ауыр, етмәһә, бер сәбәпһеҙгә әсәйең талай”,--тип әйтеп бөтөргә лә өлгөрмәнем, бейем беҙҙең бүлмәгә йүгереп килеп инде лә: “Нишләп ҡысҡыраһың минең малайға? Һин был йортта бер кем дә түгел. Тауышың сыҡмаһын! Ә һин, улым, уның һүҙенә ҡарама, рәхәтләнеп йөрө. Нимәгә был кипкән тараҡанға ҡарап ятырға. Әле лә ҡатын итеп йәшәйһең, шуға аптырайым”,--тине. Мин нимә тип әйтергә белмәй, ҡатып ҡалдым. Урынды икебеҙгә ике урынға йәйеп, күҙ йәштәре түктем. Икенсе көн ир эшкә сығып киткәс, такси саҡырттым. Баланы алып өйҙән сығып киткәндә, ҡәйнә: “Юлыңа аҡ йәймә, кире ҡайтаһы булма!”—тип ҡысҡырып ҡалды. Атай-әсәй янында өс ай йәшәнем. Ирҙән бер хәбәр ҙә булманы. Шылтыратып хәлде лә белмәне. Шунан, ни уйлағандыр, артыбыҙҙан килеп, ялынып-ялбарып, кире алып ҡайтып китте. Ҡайтҡас бер нисә ай тыныс ҡына йәшәнек.

Күңел түренән

Ирек менән йылдар буйы осрашып йөрөмәнек. Өйләнешеүебеҙ ҡапыл, уйламағанда ғына килеп сыҡты. Иптәш ҡыҙыма ҡунаҡҡа килгәс, ул мине күреп ҡалған да, һуңынан Өфөгә килеп эҙләп тапты. Шулай аралашып киттек. Ике ай килеп-китеп йөрөгәндән һуң, тәҡдим яһаны. Дуҫ ҡыҙҙарым: “Һәйбәт, тәртипле егеткә оҡшаған, ҡулыңдан ысҡындырма”,--тигәс, риза булдым.

Ауылға ҡайтып йәшәргә теләгем юҡ ине. Ә Иректең, ата-әсәһен ташлап, ҡалаға сығып киткеһе килмәне. Шулай итеп, теләмәһәм дә, ауылға ҡайтырға тура килде. Беренсе көндән үк ҡәйнәмдең миңә ҡарата һалҡын ҡарашын тойҙом. Нисек кенә ярарға тырышһам да, ул мине барыбер үҙ итмәне.

Улыбыҙ тыуҙы. Ирем менән ҡайным эштә, ә мин ҡәйнәм менән көнө буйы өйҙә. Бына шул ваҡытта күрмәгәнде күрһәтә башланы бейем: бала илаһа ла мин ғәйепле, ашарға әҙер булмаһа ла, өй йыйылмаһа ла—барыһына ла мине сәбәпсе итеп, тауыш сығара ине. Башта сабыр иттем, иремә әйтмәнем. Әммә тора-бара ҡәйнәнең юҡтан ғына ыҙғыш сығарыуы нервыға тейә башланы. Сираттағы тауыштан һуң Иреккә: “Башҡа бында тора алмайым. Әсәйең, нимә эшләһәм дә оҡшатмай, мине күрә алмай, китәм мин”,--тинем. “Һин китһәң, мин дә бында ҡалмайым, бергә китәбеҙ”,--тине ирем. Шунан һуң әсәһе менән һөйләшергә булды. Тегенеһе малайының әйткәндәрен ишетергә лә теләмәне: “Китһен!”—тип кенә аҡырҙы. Ҡайным: “Килен, һин уның әйткәндәрен ишетмә. Миңә лә ғүмер буйы рәхәт күрһәтмәне, хәҙер һине талай. Һаман былай булмаҫ, бер туҡтар әле”,--тип йыуатырға тырышты.

Ҡайҙа ул туҡтау! Ҡәйнә һаман тауыш сығарҙы, тағы ла нығыраҡ ҡоторҙо. Көн дә ҡабатланған бындай ыҙғыштарҙан ирем дә туйҙы булһа кәрәк. Кис һуңға ҡала, ҡайтмай башланы. Ятыр ваҡыт еткәс кенә ҡапҡа төбөндә машинаһы күренә. Сәбәптәрен дә тапты: эш күп булды, машина төҙәттем, иптәштәр саҡырҙы һәм башҡалар. Ул магазиндарға тауар ташыны, һүҙенә ышана инем. Һуңыраҡ төрлө имеш-мимештәр ишетелә башланы. “Ирең район үҙәгендә бер ҡатын менән йөрөй”,--тип шылтыратып та әйттеләр.

Башта өндәшмәнем. Нисек түҙгәнмендер, белмәйем. Минең дә ир ҡосағында наҙланып, матур һүҙҙәр ишетеп йәшәгем килә. Ә ул ситкә йөрөй икән! Иреккә: “Һин нишләп көн һайын һуңға ҡалып ҡайтаһың. Бала һине күрмәйсә үҫә, миңә лә яңғыҙыма ауыр, етмәһә, бер сәбәпһеҙгә әсәйең талай”,--тип әйтеп бөтөргә лә өлгөрмәнем, бейем беҙҙең бүлмәгә йүгереп килеп инде лә: “Нишләп ҡысҡыраһың минең малайға? Һин был йортта бер кем дә түгел. Тауышың сыҡмаһын! Ә һин, улым, уның һүҙенә ҡарама, рәхәтләнеп йөрө. Нимәгә был кипкән тараҡанға ҡарап ятырға. Әле лә ҡатын итеп йәшәйһең, шуға аптырайым”,--тине. Мин нимә тип әйтергә белмәй, ҡатып ҡалдым. Урынды икебеҙгә ике урынға йәйеп, күҙ йәштәре түктем. Икенсе көн ир эшкә сығып киткәс, такси саҡырттым. Баланы алып өйҙән сығып киткәндә, ҡәйнә: “Юлыңа аҡ йәймә, кире ҡайтаһы булма!”—тип ҡысҡырып ҡалды.

Атай-әсәй янында өс ай йәшәнем. Ирҙән бер хәбәр ҙә булманы. Шылтыратып хәлде лә белмәне. Шунан, ни уйлағандыр, артыбыҙҙан килеп, ялынып-ялбарып, кире алып ҡайтып китте. Ҡайтҡас бер нисә ай тыныс ҡына йәшәнек. Ҡәйнә ауыҙына һыу алғандай емерелеп йөрөй, бер нәмә өндәшмәй. Шунан ҡабат элекке хәленә ҡайтты. Ҡайным да был ыҙғыш-талаштан тамам туйған. Бейем аҡыра башлаһа, ишек алдына сыға ла китә ине. Ҡыҙғанысҡа, бер йылдан ҡайным үлеп китте. Мине яҡлар кеше ҡалманы.

Улымды балалар баҡсаһына биргәс, эшкә урынлаштым. Мин эшләй башлағас, ҡәйнә тағы ла нығыраҡ уҫалланды. Мине ирҙәр менән йөрөй тип, малайын ҡоторта башланы. Ҡыҫҡаһы, тормош тамам боҙолдо, түҙеп булмаҫлыҡҡа әйләнде. Ирем дә теге ҡатын менән йөрөүен туҡтатмай, ҡәйнә лә талай. Былай йәшәүҙең мәғәнәһе юҡлығына төшөнөп, атайымды саҡырттым да, кейем-һалымдарҙы йыйнап, тағы ҡайтып киттем. Әле ярай үҙемдең ата-әсәйем иҫән-һауҙар, улар булмаһа, нимә эшләр инем.

Беҙ айырылыштыҡ. Шунан ирем һөйәркәһен алып ҡайтҡан. Һөйәркә тигәне минең кеүек ебеп тормаған, бейемдең үҙен ҡыуған. Бик яҡшы иткән. Ҡәйнә тигән уҫал зат шунан һуң ике иргә сығып ҡараны, икеһе менән дә йәшәй алманы. Төп йортто бүлдереп, үҙ өлөшөн алған, тип ишеттем. Аҡсаһын бер һеңлеһенә биреп, шуның янында торған. Ахырҙа тегенеһе лә, апаһының теленә сыҙай алмай, ҡыуып сығарған. Шулай теләһә ҡайҙа йәшәй-йәшәй, ҡәйнәм үлеп китте.

Ни сәсһәң—шуны урырһың, тигән боронғолар. Дөрөҫ һүҙ. Ҡәйнәнең кеше тупһаһын тапап, ҡәҙерһеҙ булып йәшәүенә ғәжәпләнмәнем: миңә күрһәткән “әжер-сауаптары” үҙенә әйләнеп ҡайтты. Хәҙер ҡалала йәшәйем. Улым мәктәптә уҡый. Тыныс, ипле бер кеше менән осрашып йөрөйөм. Ул бергә йәшәйек, ти. Уйлайым әле.

Гөлиә.

 

 

Автор: Гузель Салихова
Читайте нас