- Эй, ошо телефонды, номерҙы ғына табып бирсе, һеңлем...
Редакцияның икенсе ҡатына “ах та ух” килеп менгән апайға йәлләп ҡарайым. Эҫе көндән ҡыҙарған, хәле бөткән, көскә тын ала. Тынысландырып ултыртып, һыу биреп, телефонын ҡарайым. Уныһы берҙе генә асылды ла, “зарядкам ултырҙы бит” тип һүнеп тә ҡуйҙы.
- Был тиклем кирегә китмәҫ! Бер бирһә, муллап бирә,-тине апай иламһырап.
Төшкө тәнәфес мәле булыуға ҡарамаҫтан, уны кабинетҡа индереп, тынысландырып, телефонын “ашауға” ҡуям. Апай бер аҙ тыныслана төштө.
- Эээй, һеҙҙең төшкө ял ваҡыты инде. Мин йөрөйөм кеше бимазалап.
Унан ауыр көрһөнөп, үҙенең бар ауыр кисерештәрен һөйләп бирҙе.
- Хәҙер әҙәм балаһы ғына түгел, тәбиғәт тә киреләнде бит. Йәйе – йәй, ҡышы ҡыш түгел. Беҙҙең ауылда дауылдар йыш була. Беҙҙә генә түгел инде, ҡапыл ғына ҡалҡып сыҡҡан ел бар нәмәңде осороп алып китә. Бабай вафат булғандан һуң яңғыҙ ҡалдым. Ике балабыҙ бар ине. Икеһе лә беҙҙән алды китеп барҙы. Кешеләр юҡҡа ғына: “Бала ҡайғыһы бирмәһен Хоҙай”,-тип әйтмәй икән.
Кесе улыбыҙҙы бала сағында уҡ йәшен атты. Өлкән улыбыҙ үҙебеҙгә терәк булып үҫеп еткәйне лә, ҡатындан бәхете булманы. Киленде генә ғәйепләмәйем. Шулай ҙа ҡатын сабыр булһа, ғаилә ныҡ була. Улыбыҙ балта оҫтаһы ине. Кем саҡырһа, шунда барып эшләп, бик маҡтаулы булды. Беҙҙә бит күптәр аҡса биреү генә түгел, “ҡырын тейәтеп” тә ҡайтара. Улыбыҙ шулай эсеп алып китте. Күпме өгөтләнем, иланым. Атаһы менән Мәғниткә алып барып кодировка эшләттек. Шунан һуң 4 йыл эсмәгәйне. Әллә ниңә ысҡынған бит! Яҙ ине. Батып ҡына һәләк булды. Беҙ, ҡатындар, ҡайғыны кисерә алабыҙ. Сөнки илайбыҙ, хәсрәтебеҙҙе башҡаларға һөйләйбеҙ. Ә бына бабайым эстән һыҙып тик йөрөгән... Бер төн шомланып уянып киттем. Бабайым тын алмай ине. Төшөндә йөрәге туҡтаған.
Бер килһә – килә бит. Шул ел ваҡытында өйөмдөң ҡыйығын алып китте. Яңғыҙ оло ҡатынға уны яңынан эшләтеүе еңелдән түгел. Материалы ҡиммәт килеп тороп! Уларының хаҡы арта ғына бара.
Һеңлем, ышанаһыңмы-юҡмы, дүрт ҡустым бар минең. Типһә тимер өҙөрлөктәй үҙҙәре. Тик береһе килеп: “Апай, ниндәй ярҙам кәрәк?”-тип һораманы. Шуға ғәрләнеп тә илайым. Бер туғандарҙан тыш, ике, өс туғандар, ауылдаштар бар бит. Материалын үҙем йүнәттем дә, өмә итеп эшләтәйем тип ир-егеттәр йыя алманым. Ҡустыларымдың ваҡыты юҡ. Өҫтәүенә бер килен шылтыратып: “Ҡайһылай анһат юл тапҡанһың! Өмә үткәреп, бушлай кеше эшләтергә уйлайһың. Оялмайһың да, түлә, килер!”-тип әрләп ташланы.
Бала сағымды иҫләп, илап алдым. Атайым мәрхүм һәр саҡ “бөгөн өй күтәрәбеҙ, ҡыйыҡ ябабыҙ, мунса эшләйбеҙ” тип өмәгә сығып китер ине. Минең бабай ҙа ауылдаштарға өмәгә ҙур теләк менән йөрөнө. Үҙем дә ҡустылар өй күтәргәндә, ашарға бешереп, унан ҡатындарҙы йыйып, мүк тығып йөрөнөм. Бер ҡасан, бер кемдән дә, бер тин һораманым. Ни өсөн хәҙер хатта бер туғаның да аҡса һорай икән ул? Әле ауылда кеше тапмай, Баймаҡтан бер бригада менән һөйләштем. Улар эш өсөн хаҡты алдан һорай. Аванс кәрәк, тинеләр. Шуны түләп, һөйләшеп-килешеп китәйем тип килгәйнем, давлением күтерелдеме, күҙем сыбарланып, бер нәмә күрмәй, ошонда килеп индем. Ямғыр бабайымдың ғүмер буйы баҡҡан-ҡаҡҡан донъяһын эшлектән сығара тип тә илайым, йәһәтерәк кенә эшләп бирһәләр ине. Материалдарын алдырып бөттөм. Шул ир көсө генә кәрәк...”
Ҡыйыҡты ябасаҡ кешеләр менән һөйләшеп, банкка аҡса алырға юл алған апайға уңыштар теләп ҡалдым. Ә йөрәктә был уйламаған танышыу-һөйләшеүҙең ауыр юшҡыны тороп ҡалды. Ихлас ярҙам, эскерһеҙ мөнәсәбәттәр, шаулап үткән өмәләр ҡасандан алып аҡсаға алмаштырылды һуң? Әҙәм балалары алтын, көмөш, унан аҡса менән алыш-биреш итә башлағас, быға иң ныҡ ҡыуанғаны шайтан булғанын уҡығайным бер мәл. Шулайҙыр, күрәһең. Улай булмаһа, бер ҡарында ятып, унан бер күкрәк һөтөн имеп үҫкәндәрҙең араһында ла туғанлыҡ хистәре аҡсаға алмаштырылыуын, бөтөнләй юҡҡа сығыуын, ҡандаш кешеләрҙең ете-ятҡа әйләнеүен нисек аңларға?..
Гүзәл Иҫәнгилдина.