Һаҡмар
+21 °С
Болотло
Антитеррор
Йөрәк яныр серҙәр бар
17 Апрель 2025, 14:00

Бер танышым госпиталдән ҡасып йүгереп китеп барғанда үлде

Ә минең ҡатыным төндәрен йоҡлай алмай, иҙән буйлап шыуыша башлар ине. Әҙерәк кенә йоҡоға талһа: “Ана, минең арттан килделәр! Йәшерегеҙ мине!”-тип ҡысҡырып уяныр ине.  Ә минең артымдан кемдер күҙәткән кеүек булды, сәстәр үрә тороуын үҙемдә - көҙгөлә күрҙем... 

Коронавирус менән ауырығандарҙың психикаһы боҙолоуын үҙем күрҙем. Беҙҙең бер таныш госпиталдән үҙ аяғы менән ҡасып сығып китеп үлде. Кире дауаханаға алып китеп барған машинанан "һыу һатып алам" тип алдап төшөп ҡалып, урам буйлап йүгергән. Шунда уҡ хәле бөтөп йығылған һәм мәрхүм булған.

Ә минең иң ауыр ҡайғым яратҡан кешемде юғалтыуым булды. Ҡатыным ковид менән ауырыһа ла шунда уҡ госпиталгә эләгә алманы. Урын юҡ ине, ә үпкәһе ныҡ зарарланмаған тинеләр. Тик ул төндәрен йоҡлай алмай, иҙән буйлап шыуыша башлар ине. Әҙерәк кенә йоҡоға талһа: “Ана, минең арттан килделәр! Йәшерегеҙ мине!”-тип ҡысҡырып уяна башланы.

Шунан һуң уны госпиталгә алып киттеләр. Минән анализ алғайнылар, миндә ла коронавирус икәнлеге билдәләнде. Тамаҡты үтмәҫ бысаҡ менән ҡырҡҡыслаған кеүек тойғо булды. Өйҙә дауаландым. Ҡатын киткәс, өйҙә бер кем юҡ бит инде. Шулай ҙа ниндәйҙер ҡурҡыныс тауыштар, артымдан кемдер күҙәткән кеүек тойғо булды. Ҡайһы саҡта шундай итеп һаташа инем! Сәстәр үрә тороуы хәҙер нимә икәнлеген аңланым. Коронавирусың юҡ тигәндән һуң да, хәлем ике йыл яҡшырманы. Хәл юҡ, ныҡ тирләтә, тамаҡҡа аш элекке кеүек барманы. Ҡатынымды ҡотҡара алманылар. Был мине бөтөнләй бөтөрҙө. Телевизор ҡарарға, әҙерәк булһа ла саф һауаға сығып йөрөргә тырышам, тик күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ. Балалар менән дә элекке кеүек һөйләшмәйбеҙ ҙә. Өйҙә төрлө доғаларҙы яңғырата башлағас ҡына күңел әҙерәк күтәрелә башланы.

Йыш уйланам. Иң ҡурҡыныс грипп та улай булмай бит. Тимәк, был ауырыуҙы лабораторияла кешеләрҙе юҡҡа сығарыу өсөн уйлап тапҡандар. Шул уҡ ваҡытта күптәрҙең үлеүе, икенселәрҙең үлеп терелеүе, икенселәрҙең һаман ауырыуы, аҡылдан шашыуы, ковидтан һуң башында яман сир - рак башланыуы, ә ҡайһы берәүҙәргә бер нәмә лә булмауы - беҙҙең менән ниндәйҙер тәжрибә үткәреүен дә дәлилләй бит. Мин шундай ҡурҡыныс заманда йәшәрмен тип бер уйламағайным.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

 

 

Автор:Гузель Салихова
Читайте нас