Ете-ят күңел
Биргеһе килмәгәйне ҡыҙын Зиннәткә, ай, биргеһе килмәне Ишбулдының.Ҡырҡһаң ҡаны сыҡмаҫ ҡаты һаран тоҡом араһына ҡыҙ биреп, ене һөймәгән кешеләр менән ҡоҙалашырмын, тип уйламағайны.Бушҡа ғына Ҡырҡҡыстар, тигән ҡушамат тағылмаған бит уларға. Һөйләшергә, тип килгәндәрендә ул турала һүҙҙең булыуы ла мөмкин түгел икәнлекте аңғартып, киҫә генә әйтте:
-Юҡ, бирмәйбеҙ!
Иренең бер һүҙле булғанын, әйткәненән кире ҡайтмаҫын белгән Йәмилә ир кешеләрҙе биттәренән алмаҫҡа була, йомшағыраҡ өндәште.:
- Әле генә бирмәҫбеҙ кейәүгә. Уҡыуын быйыл ғына бөттө, эшләп алһын әле. Биш малай араһында бер генә бөртөк бит Һөйөп - иркәләп танһығыҙ ҡанмаған үҙебеҙҙең дә.
Тура һүҙле Ишбулды хәтер һаҡлап та маташманы.
- Тим були Зиннәтегеҙҙең йәше лә аруҡ ыраған. Егерме ете тулды түгелме әле һиңә?
Зиннәт башын ситкә борҙо.
- Үҙ тиңе табылыр өле Мәрүәребеҙгә. Ултырып ҡалған ҡыҙ түгел үҙенән ете йәш өлкән кешегә биреп ебәрергә.
Шулай ҡаты, уҫал һөйләште Ишбулды үҙенә аҫтан һөҙөп ҡарап ултырған Ғаззали менән. Зиннәт бер ауыҙ һүҙ әйтмәне - ниндәй яуап ишетеп ҡайтырын алдан белгәндер йәшәмеш егет.Шулай ҙа үҙен нисектер тыныс, ышаныслы тотто. Йәмилә тағы һүҙ төҙөтте.
- Ҡыҙлы йортҡа ҡырҡ ат боролор, ти. Ат башы бороп, килеүегеҙгә рәхмәт. Ғәйепкә алмағыҙ инде.
Урынынан тороп, сығыу яғына ыңғайлаған Ишбулды түрбаш яғында борҡоп ҡайнаған самауырға мейестән тере ҡуҙ өҫтәп торған ҡыҙының ҡараштары менән осрашты ла ҡойолоп төштө.
"Эх, балаҡайым..." Сибәрлеге менән арбағандыр Зиннәт йәш ҡыҙ баланы, лыҡы теле менән әүрәтеп, үҙенә ҡаратҡандыр. Әй бала, бала... Ҡан ҡатышмаҫтай кешеләргә баш эйҙерәһең бит! Ҡалайтаһың, риза булдылар. Үҙе йығылған иламаҫ, тип күнделәр. Шул саҡтарҙа уҡ Себерҙә эшләп, аҡсаны көрәп алып ҡайтып йөрөгән кеше ҡулында етеш йәшәр, исмаһам, бер мохтажы булмаҫ, тип күңел йыуаттылар Ишбулды менән Йәмилә. Донъяһын бер үҙе һөйрәне лә ҡуйҙы Мәрүәрҙәре. Себерҙән һоҫоп - көрәп алып ҡайтҡан аҡсаһын бер - бер артлы тыуып, йыл аша мәктәпкә уҡырға төшкән өс балаһы өсөн ҡыҫып, һығып ҡына бирҙе кейәүҙәре. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән Мәрүәр балаларын үҙ көсө менән үҫтерҙе. Кейендерҙе, уҡытты, тәрбиәләне. Атайҙары өйҙә тормағас, ҡул араһына иртә керҙе малайҙары. Ҡунаҡ - төшөм, килем - китемгә лә үҙнекен еткерҙе Мәрүәр, Зиннәттән өлөш әллә ни кермәне. Ҡайҙа итеп торалыр тапҡан - таянғанын Зиннәт, бер әҙәм белмәне. Һаман ҡырҙа, сит ерҙәрҙә йөрөй - йөрөй, кеше үҙенең тыуған йорт - еренә һыуына икән. Зиннәт кеүек.
Үҙ туғаның ят була, тигән кеүек, ата - әсәһен дә, ағай - ҡустыларын да тик бик яҡшы таныштар, тип ҡабул итә башлайҙар шикелле ундайҙар тора - бара. Ауылына, йортона, балалары янына бер нисә айға бер ҡайтып китеүҙе Зиннәт ниндәйҙер яҙылмаған график буйынса эшләпме, эшләмәйме үткәреп ебәрелергә тейешле мотлаҡ бер вахта тип күрә башланы. Туң күңеле балаларын һағыныуҙы белмәне. Ҡатын тураһында әйтеп тораһы ла юҡ. Кандауай шыршы шикелле зыңғырҙап торған бисәләр Себер тулы, Зиннәт үҙе әйтмешләй. Ирлек хәжәте үтәлгәндер Зиннәттең дә кәрәк саҡта. Ҡайтырға атлығып тормауының сәбәбе лә шундалыр. Кем генә белһен. Ә Мәрүәр түл ҡыҫтап, эскәйҙәре янып ғазаплана еләк кеүек сағында. Көнө үтә ул, ҡырылмаһа ҡырҡ эш ауылда. Береһенең осона сыҡһаң икенсеһе көтөп кенә тора. Етмәһә, ярты көнөң эшеңдә үтә. Атаһы шәп, малын ҡыш үҙе ҡараша. Ейәндәрен дә үҙе менән ҡуша алып йөрөп, эшкә өйрәтә.
- Атайығыҙ өйҙә юҡлыҡты белгертмәгеҙ, кәртә - ҡурағыҙ нәйәт булһын, ялтырап торһон. Утын ярһағыҙ, табын өйөп ҡуйығыҙ, бесән һалһағыҙ, һантығын өйөгөҙ, мына ошолайтып.
Малайҙарға атайҙарын яманламаны, үҙе эстән үртәлеп йөрөһә лә. Эш күрмәй үҫкән кейәүе, донъя көтөүҙең рәтен белмәй үҫкән. Ғаззали ҡоҙаһы аҡса табыуын шәпкә ҡуйған улының. Ауылда донъя көтөрлөк бер һөнәре юҡ. Ауылда йәшәргә елкә кәрәк шул. Ҡыҙында сәйгә лә туҡтамай ҡайтып китә үҙе, әсәң көтәлер, тип. Ағайҙары ла ауыл өҫтөндә булғас, еңел булды Мәрүәргә. Көнө үтә ул, һиҙелмәй ҙә ҡала. Төндәр генә... Ҡапыл ғына тоҡанып, гөлт итеп ялпылдап - ялҡынланып янды ла бәләкәй генә көл өйөмө ҡалдырып һүнде Мәрүәрҙең Зиннәткә булған ҡыҫҡа ғына ғүмерле мөхәббәте. Теге саҡта, Зиннәт атаһы менән уларға килгән мәлдә, тәүге һөйөүенән иләҫләнеп- илереп йөрөгән сағы ине. Ниңә шулай ҡапыл ғына уйынан ҡайтып, ҡыҙын Ҡырҡҡыстарға бирергә риза булып ултырып ҡалған атаһының был сәйер ҡылығының сәбәбен генә аңламаны Мәрүәр.
- Ҡырҡҡыс Зиннәт өсөн яңғыҙ ҡыҙ үҫтермәгән бында кеше!, - тип яҡын да юламаны бит тәүҙә атаһы.
Ҡыҙының ялҡынлы ҡарашын бөтөнләй яңылыш аңлаған шул атаҡайы. Етмәһә, Зиннәт тә биреү түгел бирерһең ҡыҙыңды, тигән ҡиәфәттә ултырғас...
- Уның маһайыулы йөҙөнөң бар булмыш мурдыһы икәнен ҡайҙан ғына беләйем мин... - тип иҫенә төшкән һайын сәсен йолҡорҙай булып үкенде Ишбулды. - Ҡыҙғанғаның - ҡыҙыл эткә, тигәндәре ошо була икән. Тәүге улы ике йылдан һуң ғына тыуғас, әсәһенән һорашҡан атаһы. Шулай, шулай, ҡатын, алдан ҡушылып йөрөгәс, нишләп бәпәйҙәре тиҙ булманы икән, тип. Баламдың яманаты сыҡмаһын, ҡушылғандар икән, риза булмай хәлем юҡ, тип уйланым, тигән
- Тетмәһен теттем атаңдың, аңын - тоңон белмәйенсә, һорашмайынса, тип. Ҡыҙым миңә инәлеп кенә ҡарап тора ине бит, ти. Бәләгә юлыҡҡандыр, тип уйланым бит! - тип ятып иланы, бахырым. Хәҙер ҙә яйы сыҡҡанда уңайһыҙланып ҡына : - Һин ғәфү ит инде, ҡыҙым, мин алйотто, - тип ала атаһы.
Мәрүәр уны йыуатырға тырыша:
- Уның ҡарауы, атай, минең алтын ашыҡ кеүек өс улым бар! Кейәүеңә оҡшап, һылыуҙар, һиңә оҡшап, аҡыллылар, эшкә шәптәр. Рәхмәт һиңә!
- Уныһы шулай ҙа. Үҙең генә мына ирле етем.
- Һии, атай, миңә, киреһенсә, рәхәт. Ул туң тимергә ярайым, тигәнсе... Йәрәһөн әйҙә Себерендә! Үлмәһен дә, ҡайтмаһын да, килеп торһон аҡсаһы, тип йырлайҙар бит, мин дә шулай тием, атай. Өс малайына ла хәҙер һаҡлыҡ кенәгәһе асты, аҡса һалып бара.
- Әлиминт түләгән һымаҡмы?.
- Булһын, атай. Тағы ике вахтаға ҡалам, тине бая телефондан. Әле ҡайтмаһа, ярты йыл тула был юлы. Мин өйрәндем инде хәҙер. Зиннәт миңә бар ни, юҡ ни.
- Әллә, әллә...
Атаһы аңлай Мәрүәрҙең хәлен. Ирҙәрсә, үҙенсә аңлай. Һөйөлөп - һөйөшөп туймаҫ сағында, утыҙ ете йәшлек кенә ҡатын хәләл иренең ҡайнар ҡосағына интизар. Төңөлдөм инде хәҙер, тип уйлай Мәрүәр. Былай ҙа Зиннәтте йәне үҙ итә алманы уның, ят бауыр булып ҡалды. Ҡырҙа йөрөгәне яҡшыраҡ та булғандыр әле хатта. Гел янда булһа, нимә тураһында һөйләшерҙәр ине, юғиһә. Төндәрҙе нисек үткәрерҙәр ине...
Эштән ҡайтып килһә тәүге аҙна - ун көнө ҡунаҡта йөрөү менән үтеп китә. Мәрүәр әҙерләнеп кенә тора ла тәүге кистә үк ҡайны - ҡәйнәһен, атай - әсәйен, иренең, үҙенең туғандарын, күрше - күләнкеһен саҡырып ала. Себер күстәнәстәрее (Буш ҡул ҡайтып инә торған ғәҙәтен ташлаттырҙы Зиннәттең. Бер нәмәң дә кәрәкмәй, тик ятыраҡ тәм - том, емеш - еләк кенә алып ҡайтһаң булды, тип) өләшә, Зиннәт алып ҡайтҡан, тип үҙе әҙерләп ҡуйған бүләктәрен тарата. Себер ҡунағын күреп, бүләктәрен алғас, ҡаршы саҡырышыуҙар китә. Шулай тиҙерәк үтә ваҡыт. Зиннәт менән генә өйҙә булыу нисектер баҫа Мәрүәрҙе, һауа ла тынсыуланып китә һымаҡ. Хатта шуҡ, тиктормаҫ малайҙары ла шыбырлашып һөйләшеүгә күсә. Аталары юлға сығырға әҙерләнеп, сумаҙан тултыра башлаһа, өйгә шау - шыулы, күңелле тормош кире килеп инә. Нисә йылдар буйы ҡырҙа йөрөгәнгәлер, үҙ йортон ваҡытлыса төйәк тип һанай башланы булһа кәрәк Зиннәт. Үҙе лә ят бауырға әйләнде яйлап. Хәҙер ана яртышар йыллап ҡайтмай башланы. Тәүҙәрәк һағынды Мәрүәр Зиннәтте, ныҡ юҡһына ине. Төшкә лә кермәй, исмаһам, һағынғанда, тип илап ала ине. Үткән ҡыш, үҙенең тыуған көнөндә, Зиннәт уның төшөнә нисектер бер керҙе шулай ҙа. Имеш, Мәрүәр яңы ғына бәйләп кейҙереп ебәргән өр- яңы нәскейҙәрҙең икеһенең дә үксәһе ҙур итеп тәроп тишелгән. Зиннәт, имеш, яланаяҡ. Нәскейҙең береһен үҙе ямап ултыра, икенсеһен - һары бөҙрә сәсле бисә йүрмәй. Был сәйер төштө күрҙе лә онотто ла Мәрүәр. Ә Мәрүәрҙең төштәре ҡабатлана. Гел ошо төш: бына уның янына, йоҡа, еңел юрғанды һирпеп асып ебәреп, Зиннәт килеп ята. Наҙлай, һөйә, сикәләрен һыйпай, күҙҙәренән, ирендәренән бармаҡтарын йөрөтә. Яйлап, ипләп кенә эске кейемдәрен һалдыра... Мәрүәрҙе ҡултыҡ аҫтарынан ҡалҡыта бирә лә түштәрен үбә, кендек тирәһенән ирендәрен йөрөтә. Ҡайҙандыр тәрәндән, төптән, эстең ҡайһылыр еренән ҡалҡып сыҡҡан йылы ғына тулҡын, ниндәйҙер татлы дерелдәү Мәрүәрҙең бөтә тәнен ялмап алғанда ғына Зиннәт юҡ була. Мәрүәр көтөп ята ла күҙҙәрен асмай ғына шыбырҙай:
- Зиннәт... Ниңә туҡтаның?.. Ҡулдары Зиннәтте эҙләй. - Зиннәт!!!
Төш кенә былар. Гел бер урында өҙөлә торған ҡабатланған төштәр. Төштәрендә генә һөйөү тулҡындарында бәүелә Мәрүәр. Ун биш йыл инде шулай бәүелә. Бына бөгөн дә:
- Китмә, Зиннәт, ҡал... Зинһар...- тип ялбарыуына уянып китте йәш ҡатын.
Лысма тир булған. Сәс төптәренән хатта тир бәреп сыҡҡан. Йөрәге тулай, күҙҙәренә эркелеп йәш тулған. Күңелендә - бушлыҡ. Туҡта, төштөренә кереп, уны иркәләп - илертеп киткән ир Зиннәт микән һуң? Кем һуң ул саҡта? Юҡ, Зиннәт түгел ул! - Ен эйәләшкән микән әллә миңә? Үҙ үҙенән әсе генә көлөп ҡуйҙы Мәрүәр. Тороп, тәҙрә янына килеп баҫты. Яҡтырып килә икән. Ҡорғандарын асты. Өндәрҙә лә төшөндәгеләй төндәр була ҡалһа... Ә Мәрүәр өндәрендә иренән ундай наҙҙы бер ҡасан да күрмәне, йылы, татлы тулҡындарҙы тойоп ҡарағаны булманы. Өндәге Зиннәттән ниндәйҙер ҡатылыҡ, тупаҫлыҡ, йән өшөтөрлөк һалҡынлыҡ, хатта туңлыҡ бәрә ине. Зиннәт үҙе Мәрүәрҙең алдына ул бер нисек тә иретә лә, үтә сыға ла алмаҫлыҡ үтәнән үтә күренмәле боҙ быяла кәртә ҡорған, тиерһең. Ир - ҡатындан торған ҡуш ҡорҙолар улар, ә күңелдәре, йәндәре бер була алманы. Зиннәт уның өсөн балаларының хәләл атаһы ғына. Ни бары шул ғына. Зиннәт Себерҙә яңғыҙ түгел - Мәрүәр бәйләгән нәскейҙәрҙең һыңарын ямап ултырған бисә төшкә тиктомалдан кермәҫ. Тапҡандыр ире үҙе кеүегерәк берәй ҡырҡҡысты. Юҡ, Мәрүәрҙең дә тормошо былай булырға тейеш түгел һаман! Мәрүәр һыуҙағы юнышҡы түгел! Тәҙрә быялаһының сыйҡ - сыйҡ иткән тауышы Мәрүәрҙең уйҙарын бүлде. Быялаға ҙур итеп яҙылған 7 һаны буйлап һуҡ бармағы бер туҡтауһыҙ өҫтән аҫҡа, аҫтан өҫкә йөрөй.
- Ете йәш... Бер йән түгел... Ят бауыр, ете ят күңел...