Һаҡмар
+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күҙем тейеү ҡөһөрөн дә, рәнйеүем төшөүен дә күрергә тура килде

Элек тә, өй тултырып ҡунаҡ йыйыу бар ине. Күршеләр ҡунаҡ саҡырҙы. Өйҙәрендә йоҡларға тығыҙ булыр, һиңә барырҙар тип алдан аңғартты. Кисен уларға ҡунаҡҡа киттек. Ире яғынан да, үҙе яғынан да ҡунаҡтар күп. Матур ҡунаҡ булдыҡ. Күңел асырға яратһам да, кеше туғандары менән осрашҡанда ҡыҫылмай, аш-һыу бүлмәһендә ярҙам итәм. Артыҡ йомшарған, хужабикә менән ышҡылышып бейегән иремдән дә күҙ яҙлыҡтырмайым. Һауыт-һабаны йыуған арала былар юҡҡа сыҡҡан...

Күҙем тейеү ҡөһөрөн дә, рәнйеүем төшөүен дә күрергә тура килде
Күҙем тейеү ҡөһөрөн дә, рәнйеүем төшөүен дә күрергә тура килде

Атайым менән әсәйемә Аллаһы Тәғәләнән һигеҙ бала бирелгән булған. Алтауыбыҙға иҫән-һау үҙ яҙмышыбыҙҙы үтергә яҙһа, икәүһе тыуғас та йәшәй алмай. Өс апайым араһында, улар ҡурсауында, эштән ялтаныбыраҡ, уларға һалынып үҫтем. Әсәйемдең артыҡ иғтибар биреп, бала тәрбиәләп ултырырға ваҡыты ла булмағандыр инде. Беҙгә ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләп, шәлдәр, кофталар иләп, бәйләп кейҙерә ине. Быйма табанлау, селек, миңлек әҙерләү ҙә уның өҫтөндә. Күмәкләшеп китер инек миңлек һындырырға, унан ҡайтҡас бәхәс, һинеке нисә пар, минеке шуныңса. Унан китә еләк, муйыл, бөлдөргән йыйыу. Өйҙө тәртиптә тотоу, ҡышҡылыҡҡа әҙерләнеү дүрт ҡыҙҙың тырышлығынан.

Ә атайым кешенең һорауы буйынса, тәҙрә яңаҡтарын, рамдарын, ултырғыс, өҫтәлдәр яһай ине. Йәй тышта, ҡышҡы оҙон кистәрҙә өйҙә лә булыша. Ҡустым менән икәүләп ағас шаҡмаҡтары менән уйнап үҫтек.

Әсәйем йыш ауырыны. Ниҙән ауырый икәнлеген дә белмәнеләр. Һин дә мин йөрөп ятҡан кеше, бер нисә сәғәт эсендә шешенә лә китә торғайны. Тиреһе үтә күренмәле булып тулыша, унан ярыла, тишелә башлай. Ул ауырый башлаһа күрше ауылда йәшәгән өләсәйем беҙгә килә. Өләсәйҙең инде ҡушҡан йомошон эшләмәйенсә булмай, еренә еткереп, теүәл үтәргә ҡуша. Йәшел бәрхәттән тегелгән кәзәкейен, күк бәрхәт камзулын, ҡара бәрхәт жакетын кейгән өләсәйҙе һыйпап-һыйпап алырға ярата инем. Йомшаҡ ҡына, йылы бөркөп торған кеүек ине. Һөйләшеүе лә үҙенсәлекле: ҡаралы, ҡуйсалы тип, күп һүҙҙәрҙе ҡаты итеп әйтә ине. Семәрләп тегелгән кеҫәһендә үҙе әйтмешләй өрөк төштәре лә була әле.

Ике килендәш нисек ауырыһын, бер үк, әҙәм белмәҫ ауырыу менән. Әллә ҡоҙағый мәрхүмә берәй нәмә әтмәлләп ҡуйҙы инде. Бына Мөжәүир хәҙрәттең яҙған үткәрмәһен берәүҙән үтенеп һорап алып килдем, ҡалдырмаҫҡа ҡушты, өс тапҡыр үткәрәм дә кире алып ҡайтам. Әллә апһының да шунан китеп барҙы, балаларын етем итеп. Хоҙай үҙе ярлыҡаһын”,-тип уфтанды өләсәй.

Көндөҙ әсәйемә ҡамасауламаһындар типтер инде, урындыҡта уйнаған ҡустым эргәһендә, минән ҡысҡырып китап уҡыта. Ялҡып китһәм төрлө аяттарҙы үҙе артынан ҡабатлаттыра ине. Үҙе йә ямау ямай, йә бәйләй. Миңә ҡустының аяғын тоторға, ыштанын алмаштырырға өйрәтә. Һыу, утын ташыған әсәйемә ишек асып, ябып тороу ҙа минең өҫтә. Әйткәндәй өләсәйем өйрәткән аяттар тиҫтәләрсә йылдар бер ҙә ҡабатламаһам да, онотолмаған. Аҙаҡ издиһат һалғас бөтәһе лә иҫкә төштө. Апайҙарым өйҙә булғанда кисен тышҡа сығыуы ҡыйын булманы, уларға эйәреп сыға инем. Улар көҙөн күрше ауылға, интернатҡа китеп бөткәс, ҡурҡыта. Әсәйем менән өләсәйемдең һөйләшеүен тыңлап, сәйҙе күберәк һемергәнмендер, тышҡа сыҡҡым килде. Әсәйгә аңғартһам да, “Һин ҙурһың бит”,-булды яуабы.

Ишек алдына сыҡтым. Күктә киске шәфәҡ нурҙары ҡыҙарып таралған. Ҡараңғы шулай ҙа. Ҡапыл баш өҫтөнән шәфәҡ нурылай ҡыҙыл ат ашаҡлап ырғыны. Алғы тояҡтары ауылдың бер осонда, артҡы тояҡтары икенсе осонда ине. Ҡойроҡтары, ялдары утлы ялҡындай ялпылдай. Күҙемә күрендеме, ысынмы икәнлеген аңғармай йүгереп илап өйгә индем. Әсәйем әрләп ҡаршыланы, тышҡа сығырға ла эшкинмәйһең тиеп. Ә өләсәй, урындыҡта ултырған килеш, мине аяҡ араһына ҡуйып башымдан һыйпаны.

Ҡуйсалы, үҙеңә әйттем бит, соланыңа биҙрә ултырт тип, ҡыҙыл эңерҙә сығарма баланы. Ике үлгән бала арауығында тыуған баланы ла һағаларҙар тип. Йә тым инде. Онотма. Һиңә бөтә нәмә өсләтә бирелер. Кешегә рәнйемә, ҡарғама, артыҡ ҡыуанма. Тыныс тоторға тырыш үҙеңде. Нимә теләһәң дә, алдыңа килер. Өлөшлө бала булырһың”.

Бөтәһен дә онотоп, өләсәйҙең атлас күлдәгендәге эре сәскәләрҙе һанай инем инде.

Юҡ, онотолманы. Ваҡыт-ваҡыт ошо мәлде иҫкә төшөрҙөм. Төнөн, бер ваҡыт, кемдер үҙе артынан әйҙәне кеүек. Тышта йондоҙҙар ямғыры яуа ине. Төпһөҙ күктән бер туҡтауһыҙ яуған нурҙарға ҡойоноп, ҡулдарымды йәйҙем. Улар араһында йөҙгән кеүек хис иттем үҙемде. Ниндәйҙер шатлыҡ, еңеллек килде күңелемә. Машинала барғанда, алғы тәҙрәгә яуып ситкә осҡан эре ҡар бөртөктәре кеүек ине ул күренеш. Аҙаҡ ҡына ерҙең орбитаһы метеорит ямғырына эләккәнлеген әйттеләр.

Икенсе ваҡыт улым йүгереп тыштан инде: “Әсәй, ҡара әле. Күктә яҙыу яҙыла!”

Сығып ҡараһам аяҙ күктә, болоттарҙан ғәрәпсә яҙыу бар. Ниңәлер күңелемә, изге кешенең донъянан китеүелер, тигән уй килде. Оҙаҡ та үтмәй Низами хәҙрәттең донъянан китеүе ишетелде. Тағы ла көҙөн һуңлаған һыйырымды ҡараштырырға сыҡтым. Өйөбөҙ ауылдың ситендә. Бәлки килеп ятҡандарҙыр, йә килеп тораларҙыр ҡайтмай тип уйлап, ҡырғараҡ атланым. Ҡуйы томан төшкән. Алдымдағы өс юл сатында ҡапҡа-арка пәйҙә булды. Ситтәге тирәсе ҡуйы томандан, асыҡ ҡапҡаһының уртаһы дөм ҡараңғы, үтә күренмәй. Тирә яҡтағы томан аша өйҙәрҙең, ҡоймаларҙың шәүләләре күренә.

Ниндәйҙер ҡыҙыҡһыныу менән томан-ҡапҡаға атланым. Шул саҡ артымдан “Әсәй!” тип ҡыҙым ҡысҡырҙы. Ейәнсәр менән икеһе минең арттан сыҡҡандар икән. Уларға ҡараным да тәнем ҡалтырана, еүеш һалҡынса һауаға өшөй башланым. Өндәшмәй генә уларға килеп ҡапҡа-арка торғанлығын әйттем. Өсәүләп кире барып ҡараныҡ. Матур ҙа, серле лә, мөһабәт тә, ҡурҡыныс та күренеш ине.

Ирекһеҙҙән күҙем тейеү ҡөһөрөн дә, рәнйеүем төшөүен дә күрергә тура килде. Элек тә, өй тултырып ҡунаҡ йыйыу бар ине. Күршеләр ҡунаҡ саҡырҙы. Өйҙәрендә йоҡларға тығыҙ булыр, һиңә барырҙар тип алдан аңғартты. Кисен уларға ҡунаҡҡа киттек. Ире яғынан да, үҙе яғынан да ҡунаҡтар күп. Матур ҡунаҡ булдыҡ. Күңел асырға яратһам да, кеше туғандары менән осрашҡанда ҡыҫылмай, аш-һыу бүлмәһендә ярҙам итәм. Артыҡ йомшарған, хужабикә менән ышҡылышып бейегән иремдән дә күҙ яҙлыҡтырмайым. Һауыт-һабаны йыуған арала былар юҡҡа сыҡҡан. Йоҡо бүлмәһен ҡараһам, ирем хужабикә менән шунда. Артымса уҡ ҡатындың ҡустыһы инде. Нишләргә белмәй ҡатып ҡалдым. Үсегеп ҡайтып китер инең, ҡунаҡтарҙы алып ҡайтырға өмөтләндергәнмен. Тауыш күтәрер инең, кешегә ҡунаҡҡа килеп табын йәмен боҙаһыңмы, ояты ней тора. Ҡустыһы иремде тартып торғоҙҙо, апаһын һөрсөктөрә төртөп ебәрҙе. Кешенең иғтибарын йүнәлтмәҫкә тырышып, иремде бүлмәнән сығарҙым. Шул тиклем рәнйенем, түҙҙем. Иҫерек ирҙе ҡултыҡлап, ҡунаҡтарҙы эйәртеп, ҡунаҡ бөткәс алып ҡайтып йоҡлаттым.

Оҙаҡ та үтмәй күршеләребеҙ айырылышты, ҡатынының тормошо ла боҙолдо. Өләсәй әйткәне әллә дөрөҫкә сыҡтымы, ҡарғаманым да бит тип уйланым.

Тағы үҙем әле бала саҡта, күршеләрҙең улдары тыуҙы. Ҡара күҙле, матур баланы, минең менән тиңдәш ҡыҙҙары менән икәүләп әүрәтә инек. Күҙҙәренең матурлығына һоҡланып, ихлас уйнай инем. Ошонан һуң малай күҙҙәре эренләп ныҡ ҡына ауырыны. Бүтән ул баланы ҡулыма алманым, яҡын барманым, ҡурҡтым күҙ тейҙереүҙән. Өләсәй өйрәтеүенсә бөтә нәмәгә лә эстән ,”собханалла” тип әйтеп кенә ҡарай башланым.

Бәлки минең менән булған ваҡиғалар осраҡлы тап килеүҙер. Шулай ҙа уйланырлыҡ урын бар.

Гөлдәр.

Автор:
Читайте нас: