Бөтә яңылыҡтар

Еңгәң кире никахҡа торайыҡ тей

Ағайым көрһөнөп: “Минең менән йәшәргә уйламай шул. “Һине һуғышта үлтерһәләр, аҡсаһы миңә булыр. Ҡыҙыңдың киләсәген уйла. Әллә нисәмә миллион һум түләйҙәр тей бит” тип никахҡа тороуҙы ялбара”...

Йөрәк әрнеүе

Донъялар боларып китеүенән бик ауыр күңелемә. Йоҡо - йоҡо түгел, аш – аш түгел тигәндәй. Ағайымды ла мхо-ға китте. Ул “иламағыҙ, еңербеҙ ҙә, ҡайтырбыҙ” тип китте.

Әсәйем илаһа ла “илгә төшкән бәләне бергә күтәрәбеҙ инде, имен-һау ҡайт, улым” тип тороп ҡаллы.

Ағайым ике йыл элек еңгәй менән айырылғайны. Дөрөҫөрәге, еңгәй икенсе иргә әүрәп уны ташлап китте. Ағайым “ яңылышҡанһың, ҡыҙыбыҙ хаҡына ғәфү итәм” тигәненә “Һин миңә кәрәкмәйһең!” тип сығып китте.

Ул ир менән йәшәй алманылар. Әммә еңгәй ағайыма ла кире ҡайтманы. Әсәһенән ҡалған өйҙә рәхәтләнеп йәшәп ята. Бер ҡайҙа ла эшләмәй. Ҡыҙы күберәк йышыраҡ ағай менән булды. “Ҡайтмайым, атай, һеҙҙең менән йәшәйем” тип илай ине һәр саҡ.

Ә еңгәйгә рәхәт: шәп алимент ала, бала менән тулыһынса ағай шөғөлләнә, уны кейендерә, мәктәбенә йөрөй, кейем-һалым, ҡалғанын үҙе һатып ала. Алимент еңгәйгә генә түләнгән кеүек сыҡты. Ағайға был хаҡта әйтһәң, “ҡуй, йөрөһөн, йә ҡыҙым менән бөтөнләй осрашырға рөхсәт итмәй ҡуйыр, холҡон беләһең бит”.

Ағайҙың һуғышҡа китәсәген белгәс тә, еңгәй беҙгә килеп етте. Бөтөнләй килгәне юҡ ине. Ағай менән әҙ генә һөйләште лә, тиҙҙән ишекте шарт ябып сығып китте. Ағайым ағарынып киткәндәй тойолдо. “Нимә булды?” тип һорауыма “Еңгәң кире никахҡа торайыҡ тей”. Ағайым һаман өйләнмәй, бер кем менән йөрөмәгәс “Бәлки, аҡылына килгәндер, бәлки йәшәп ҡарарһығыҙ” тинем. Ағайым көрһөнөп: “Минең менән йәшәргә уйламай шул. “Һине һуғышта үлтерһәләр, аҡсаһы миңә булыр. Ҡыҙыңдың киләсәген уйла. Ун миллион һумдан ашыу түләйҙәр тей бит” тип никахҡа тороуҙы ялбара”.

Мин аптырап, ҡатып ҡалдым. Аҡса өсөн балаңдың атаһына үлем теләп йөрөсө! Мин ағайыма илай-илай ул ҡатын бер ҡасан да беҙҙең йортҡа башҡа аяҡ баҫмаясаҡ тинем.

Еңгәм ағайым никахҡа инергә теләмәүен белгәс, уны оҙатырға ла килмәне, ҡыҙын да ебәрмәне. Әсәйем күпме үтенеп ҡараһа ла, бала илаһа ла, уны өйөнән оҙатырға сығарманы. Ағайым шуға бошоноп китте.

Кешеләр, шундай ҡатындарҙың булыуына, әгәр үҙемдең ағайыма ҡағылмаһа, ышанмаҫ та инем. Уны барып елтерәткем, хатта туҡмағым килеп китә. Әсәйем тыя. Кешегә үлем теләгәнсе, үҙеңә һаулыҡ телә тигәнде нисек онотто икән ул?!

Р.

Автор:
Читайте нас: